Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Герой исемен йөрөткән мәктәптә - "Герой парта"лары

Баймаҡ районының Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов исемендәге Күсей төп белем биреү мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Уйылданов хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә белем усағында мөһим саралар үткән. "Уҡыусыбыҙ, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфир Вафир улы Замановҡа стенд астыҡ. Махсус хәрби операцияла һәләк булған уҡыусыларыбыҙ Нурийән Нуриәхмәт улы Саптаров менән Таһир Юлай улы Кинйәбаевҡа арнап, «Герой парталары» булдырҙыҡ. Әлфир махсус хәрби операция башланыу менән өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, хәрби хеҙмәткә алынды. Әлеге көндә лә ул махсус концерт бригадаһы составында хеҙмәт итә.Нурийән менән Таһир 2022 йылдан алғы һыҙыҡта булып, Луганск өлкәһенең Серебрянск урмансылығы, Донецк өлкәһенең Авдеевка ҡалаһы йүнәлештәрендә 428-се мотоуҡсылар полкы сафында хәрби алыштарҙа ҡатнаша. 2024 йылдың яҙында батырҙарса һәләк булдылар. Тыуған ил алдындағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 2-се дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, Башҡортостан Республи

Баймаҡ районының Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов исемендәге Күсей төп белем биреү мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Уйылданов хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә белем усағында мөһим саралар үткән. "Уҡыусыбыҙ, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфир Вафир улы Замановҡа стенд астыҡ. Махсус хәрби операцияла һәләк булған уҡыусыларыбыҙ Нурийән Нуриәхмәт улы Саптаров менән Таһир Юлай улы Кинйәбаевҡа арнап, «Герой парталары» булдырҙыҡ. Әлфир махсус хәрби операция башланыу менән өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, хәрби хеҙмәткә алынды. Әлеге көндә лә ул махсус концерт бригадаһы составында хеҙмәт итә.Нурийән менән Таһир 2022 йылдан алғы һыҙыҡта булып, Луганск өлкәһенең Серебрянск урмансылығы, Донецк өлкәһенең Авдеевка ҡалаһы йүнәлештәрендә 428-се мотоуҡсылар полкы сафында хәрби алыштарҙа ҡатнаша. 2024 йылдың яҙында батырҙарса һәләк булдылар. Тыуған ил алдындағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 2-се дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, Башҡортостан Республикаһының “Генерал Шайморатов” исемендәге, 428-се полктың миҙалдары, Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ ордены” менән наградландылар. Герой улдарыбыҙ мәңге хәтерҙә!" - ти Ҡунаҡбай Шәриф улы. Күсей ауылының батыр улдарының даны мәңгелек! Фото: Ҡунаҡбай Уйылданов.