Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумының пленар ултырышында ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән онлайн тәртиптә Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомрат Токаев сығыш яһаны. Ул тәү сиратта форумдың Өфөлә үткәрелеүенең символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне. – Был - йылдам үҫешеүсе иҡтисады һәм бай мәҙәни мираҫы булған уникаль ҡала, –тине сәләмләү телмәрендә Ҡасым-Жомарт Токаев. – Ә форум үҙе – илдәребеҙ араһында стратегик партнерлыҡ тойғоһо биргән һөҙөмтәле майҙансыҡ. Был партнерлыҡ тотороҡло үҫеш динамикаһын күрһәтә, тине ул. Атап әйткәндә, былтыр Ҡаҙағстан менән Рәсәй араһындағы тауар әйләнеше 27 миллиард долларға еткән. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең өлөшөнә уның тышҡы сауҙаһының 20 проценты тура килә. Илдә 23 Рәсәй һәм берлектәге компания уңышлы эшләй, был сит илдәр ҡатнашлығындағы барлыҡ дәүләт предприятиеларының яртыһын тиерлек тәшкил итә. Рәсәй компаниялары полиэтилен, минераль ашламалар, машиналар эшләү ҡорамалдары етештерә, күмер водороды таба. – Был илдәребеҙ араһында иҡт