Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшлекле осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы булды

27 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Ғалымйән Койшыбаев менән осрашты. Көн тәртибендә – иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө өлкәләрендә үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү. Осрашыуҙа шулай уҡ Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ермек Кошербаев, Ҡаҙағстан Республикаһының Рәсәйҙәге илселегенең вәкиле Ерлан Шамишев һәм Ҡаҙағстандың Ҡазан ҡалаһындағы генераль консулы Ерлан Искаков ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы ике яҡлы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыуҙың мөһимлеген билдәләне. – Ҡаҙағстан – республикабыҙҙың төп партнерҙарының береһе. Төбәктең тышҡы сауҙа әйләнешенең ундан бер өлөшө һеҙҙең илгә тура килә. Үҙ-ара сауҙа итеүҙең күпселек өлөшө – ул юғары өҫтәлгән ҡиммәт менән продукция, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә ҡаҙаҡ-башҡорт бәйләнештәрен үҫтереү буйынса Ҡаҙағстан етәкселеге менән килешелгән юл картаһы бар. Ул машиналар эшләү һәм нефть-газ химияһы, агросәнәғәт комплексы, һаулыҡ һаҡлау, туризм өлкәһендәге проекттарҙы ү

27 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Ғалымйән Койшыбаев менән осрашты. Көн тәртибендә – иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө өлкәләрендә үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү. Осрашыуҙа шулай уҡ Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ермек Кошербаев, Ҡаҙағстан Республикаһының Рәсәйҙәге илселегенең вәкиле Ерлан Шамишев һәм Ҡаҙағстандың Ҡазан ҡалаһындағы генераль консулы Ерлан Искаков ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы ике яҡлы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыуҙың мөһимлеген билдәләне. – Ҡаҙағстан – республикабыҙҙың төп партнерҙарының береһе. Төбәктең тышҡы сауҙа әйләнешенең ундан бер өлөшө һеҙҙең илгә тура килә. Үҙ-ара сауҙа итеүҙең күпселек өлөшө – ул юғары өҫтәлгән ҡиммәт менән продукция, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә ҡаҙаҡ-башҡорт бәйләнештәрен үҫтереү буйынса Ҡаҙағстан етәкселеге менән килешелгән юл картаһы бар. Ул машиналар эшләү һәм нефть-газ химияһы, агросәнәғәт комплексы, һаулыҡ һаҡлау, туризм өлкәһендәге проекттарҙы үҙ эсенә ала. Хәҙер беҙ был документты актуалләштереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Төбәк етәксеһе ғәмәлгә ашырылған берлектәге проекттарҙы һәм артабан үҙ-ара килешеп эш итеүҙең перспективалы йүнәлештәрен билдәләне. – Ҡаҙағстанда беҙҙең компанияларҙың нефть һәм газ сығарыу, нефть һәм пакер ҡорамалдары етештереү өлкәһендәге вәкиллектәре уңышлы эшләп килә. Беҙ юғары сифатлы органик булмаған продукттарҙы эшкәртеү өлкәһендә яңы производстволар асабыҙ, сәнәғәттә, төҙөлөштә, энергетикала партнерлыҡты киңәйтәбеҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Яңыраҡ Ҡустанайҙа 5 миллион долларҙан ашыу инвестиция күләме менән вагон пружиналары сығарыу заводын астыҡ. Унда продукцияны быйыл уҡ етештерә башларға ниәтләйбеҙ. Ауыл хужалығына килгәндә, уҙған йылда беҙҙең агропродукция экспортының 16 проценты тап Ҡаҙағстанға оҙатылған. Биопрепараттар, ашламалар ҙур күләмдә оҙатыла. Беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары һөт малсылығы, ҡошсолоҡ, тоҡомсолоҡ өлкәһендә үҙ-ара әүҙем эш алып бара. Ауыл хужалығы машиналары эшләүҙә лә проекттар бар. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ғилми-мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыуҙың мөһимлеген билдәләне. – 2022 йылдан беҙҙә ике дипломлы белем биреү программаһы эшләй. Өфө дәүләт нефть техник университеты үҙенең вәкиллеген Уральскта Көнбайыш Ҡаҙағстан аграр-техник университетында асты, - тине Радий Хәбиров. - Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында Ҡаҙағстандан 600-гә яҡын студент белем ала. Был өлкәлә партнерлыҡты киңәйтеү өсөн билдәле бер мөмкинлектәр бар. Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе республика етәкселегенә Ҡаҙағстан делегацияһының Өфөгә визитын ойошторорға булышлыҡ иткәне һәм форумды юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. – Башҡортостан ерендә иҫ киткес ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Өфөлә күптән булғаным юҡ һәм ҡала бик үҙгәргән тип әйтә алам. Барлыҡ төбәк халҡын баш ҡаланың 450 йыллығы менән ҡотлайым. Ул Рәсәйҙең мөһим эшлекле, мәғариф һәм ғилми үҙәгенә әүерелде. Шуға күрә ғәҙел рәүештә өфөләрҙең Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын үткәреү майҙансығы булып тороуы ғәҙел, - тип билдәләне Ғалымйән Койшыбаев. - Рәсәй Федерацияһы менән мөнәсәбәттәрҙе әүҙем үҫтерәбеҙ, һәм бында Башҡортостан менән үҙ-ара килешеп эш итеү мөһим урын биләй. Шул уҡ ваҡытта, Радий Фәрит улы, һеҙ билдәләгән өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу өсөн юғары потенциал барлығын күрәбеҙ. Осрашыуыбыҙ ошо эшкә яҡшы импульс бирер тип ышанам. Ҡустанай яғы Башҡортостан менән тауар әйләнешен киңәйтеү өсөн ихтыяжлы продукция исемлеген булдырырға тәҡдим итте, шулай уҡ сәнәғәт производствоһын һәм ғилми-белем биреү инфраструктураһын үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, IT-проекттарҙы тормошҡа ашырырға һәм уртаҡ мәҙәни саралар ойоштороуҙа ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.