Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй-Ҡаҙағстан форумының Пленар ултырышында сығыш яһап, Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомрат Токаевҡа бүләк эшләне: ул – Президенттың атаһы Кемель Токаевтың башҡорт теленә тәржемә ителгән “Серле эҙ” китабы. – Беҙҙең Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов миңә Ҡаҙағстан Президентының атаһы, билдәле яҙыусы Кемель Токаевтың китабын тапшырҙы. Ул иҫ киткес биографиялы кеше булған, һәм уның яҙмышы беҙҙең һәр беребеҙҙең күңеленә ҡағыласаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан беҙ Кемел Токаевтың әҫәрен Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының яҡты иҫтәлегенә тәрән хөрмәт билдәһе итеп башҡорт теленә тәржемә иттек һәм уны лайыҡлы улына тапшырабыҙ, - тине Башҡортостан Башлығы. Кемель Токаев киң ҡатлам уҡыусыларға детектив-мажаралы жанр яҙыусыһы булараҡ билдәле. Әҫәрҙәрендә ул партизандарҙың дошман тылындағы батырлыҡтары, айырыуса хәүефле енәйәтселәрҙе асыуҙа һәм тотоуҙа милиция хеҙмәткәрҙәренең ауыр, намыҫлы эше, совет чекистарының сит ил разведкаһы менән көрәштә ҡаһарманл