Рәсәй Президенты Владимир Путин Астананан онлайн форматта Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының пленар ултырышында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Дәүләт башлығы Ҡаҙағстанға ике көнлөк дәүләт сәфәре менән килде. – Ҡәҙерле дуҫтар! Өфөлә барған Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың ХХ юбилей төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашыусыларҙы һәм ойоштороусыларҙы ысын күңелдән сәләмләйем. Төбәк бәйләнештәре, ысынлап та, ҙур әһәмиәткә эйә, ике яҡлы мөнәсәбәттәребеҙҙең бөтә комплексын эҙмә-эҙлекле тотороҡло үҫтереү өсөн нигеҙ булып тора. Һуңғы ваҡытта Рәсәй-ҡаҙаҡ форумының юғары кимәлдәге сәфәрҙәр менән бер үк ваҡытта уҙыуы аңлайышлы ла, – тине дәүләт башлығы. Владимир Путин бөгөнгө Ҡаҙағстандағы һөйләшеүҙәрҙә Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән Ҡаҙағстан Республикаһы өлкәләре араһында үҙ-ара файҙалы партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыу мәсьәләләренең мөһим булараҡ ҡаралыуын билдәләне. Ике ил төбәктәрен төрлө яҡлап үҫтереү, кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлт
Өфөләге форумда ҡатнашыусыларҙы Владимир Путин сәләмләне
27 ноября 202427 ноя 2024
2 мин