Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Өфөгә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашырға килгән Премьер-министр урынбаҫары –Ҡаҙағстан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Ғалымйән Койшыбаев республикаға идара итеү үҙәгендә булды. Ғалымйән Койшыбаев кире бәйләнеш блогының эше менән танышты. Уның бурысы – мониторинг һәм республика халҡының мөрәжәғәттәрен аналитикалау. Вице-премьерға “Инцидент-менеджмент” мәғлүмәт системаһын да күрһәттеләр, ул социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәргә тиҙ арала иғтибар итергә һәм киҫкен мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә мөмкинлек бирә – бер аҙнала бында халыҡтың биш мең мөрәжәғәтен эшкәртәләр. Премьер-министр урынбаҫары – Ҡаҙағстан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе ЦУР менән берләштерелгән мәғлүмәт панелдәренә, атап әйткәндә, һанлы майҙансыҡтары һәм фотоотчет системаһы булған “ТКО Башҡортостан” сүп-сар сығарыу буйынса дашбордҡа ҙур иғтибар бүлде. 36 меңдән ашыу контейнер майҙансыҡтары контролдә тотола. Ҡаҙағстан делегацияһы өсөн “Ташҡын 2.0” авто