“Сауле” фабрикаһының ҡаҙаҡ продукцияһын поставкалау буйынса ниәттәр тураһында протоколға Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы баҫыуҙарында ҡул ҡуйылған. Кондитер изделиеларын “Байрам” сауҙа селтәре магазиндарында һатыу планлаштырыла. - 150 миллион һумлыҡ килешеү. Ике йыл дауамында ошо проектты тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ. Продукция ассортиментын хәҙер тикшерәсәкбеҙ. Рәсәй компаниялары менән эшләү тәжрибәһебеҙ бар. Атап әйткәндә, “Находка” селтәре менән эшләйбеҙ. Башҡортостан компанияһы менән был тәүге килешеү, - тип һөйләне ҡул ҡуйыу йомғаҡтары буйынса “Сауле” кондитер фабрикаһының экспорт бүлеге директоры Елена Парлаян. “Байрам” сауҙа селтәренең генераль директоры урынбаҫары Валик Биғолатов билдәләүенсә, яҡтар хеҙмәттәшлек варианттарын билдәләй. В2В-һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса тағы ла бер Килешеүҙе “Востокнефтегаз” фәнни-етештереү фирмаһы һәм Ҡаҙағстандан “ArInvest energy” нефть һәм газ компанияһы төҙөнө. Документҡа ярашлы, Башҡортостан эксперттары Ҡаҙағстанды