Был тарихты йәше 60-ты үткән, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татыған Мәҙинә исемле апай һөйләгәйне. “Атайым мәрхүм булғанда миңә 11 йәш ине. Әсәйем 37 йәшендә тол ҡалған булып сыға. Ағайым Сибай педагогия училищеһында уҡып йөрөй, аҙна һайын ялға ҡайта. Атайҙы юғалтыу ҡайғыһын бик ауыр кисерҙек, әммә ни хәл итәһең, тормош дауам итә, йәшәргә кәрәк. Бер-ике йыл тирәһе ваҡыт үткән булғандыр, өйөбөҙгә бер ағай килеп инде. Күрше ауылдан, ҡатыны үлгән икән. Баҡтиһәң, әсәйемә бергә йәшәргә тәҡдим иткән. Был хаҡта ишеткәс: “Мин өйөбөҙҙән бер ҡайҙа ла күсеп китмәйем”, – тип шарт ҡуйҙым. Балалыҡ менән: “Әсәй, нимәгә ул кеше беҙгә? Мин һиңә бөтә эштә ярҙам итешәм, ағайым да ҡайтып тора. Тик ул кешегә кейәүгә генә сыҡма йәме! Беҙ бит унһыҙ ҙа йәшәй алабыҙ”, – тип илап та, үпкәләп тә әйткәнемде лә иҫләйем. Теге ағай ике-өс тапҡыр килде лә туҡтаны. Ошо хәлдән һуң башыма “Әсәйем кейәүгә сығып ҡуймаһын” тигән уй ояланы. Был уй мине гел ҡурҡыуға һала, шөбһәләндерә. Мәктәптән ҡайтам да йорт-ҡу