25 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙағы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камалдың 70 йәшлек юбилейына арналған музыкаль-әҙәби сара үтте. Юбилярҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, ҡәләмдәштәре дуҫтары, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина, Мәсетле районынан яҡташтары, балалары, дуҫтары һәм ижадын яратҡан уҡыусылары ҡотланы. Кисә бик йәнле үтте. Ундағы дуҫтарса мөхиттә Ринат Камал урында ултырып түҙә алманы – егеттәрсә баҫып бейеп тә алды. Был бейеүҙә уның барлыҡ күңелендәге ихласлығы сағыла ине. Юбилярҙың ҡотларға килгән яҡташтары яҙыусы әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте. Сара бик матур үтте. Ринат Камалға киләсәктә ижади уңыштар, яңы әҫәрҙәр теләйбеҙ. Киләсәктә лә ошолай бейеп, яҡындарының – хөрмәтенә, уҡыусыларының рәхмәттәренә төрөнөп йәшәргә Хоҙай насип итһен. Фото сығанағы: shonkar.com. Видеояҙма авторы Гөлфирә Абдуллина.