Найти в Дзене

Вице-премьер Дмитрий Патрушев Башҡортостанда май заводы ҡеүәттәрен баһаланы

Бөгөн Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Патрушев һәм Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Шишмә май экстракцияһы заводының һәм Күмертауҙа «Элеватор» компанияһының етештереү майҙансыҡтарында булды. Был хаҡта Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. “Май етештереү сәнәғәте - Башҡортостан өсөн стратегик мөһим йүнәлеш. Уны Шишмә май экстракцияһы заводы һәм Күмертауҙа «Элеватор» компанияһы тәҡдим итә. Республика халҡын артығы менән тәьмин итеүсе, шулай уҡ бөтә агросәнәғәт продукцияһы экспортының 70 процентын биләп, майҙы сит илгә оҙатыусы предприятиелар ҙа бар”. РФ Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Патрушев менән Шишмә май экстракцияһы заводының етештереү ҡеүәттәрен баһаланыҡ. Заводта тәүлегенә 1000 тоннаға тиклем көнбағыш һәм 600 тоннанан ашыу рапс эшкәртелә, 300 тоннанан ашыу үҫемлек майы, шул иҫәптән маргарин һәм майонез етештереү өсөн кәрәклеһе, һығып сығарыла. Предприятие менән грамот

Бөгөн Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Патрушев һәм Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Шишмә май экстракцияһы заводының һәм Күмертауҙа «Элеватор» компанияһының етештереү майҙансыҡтарында булды. Был хаҡта Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. “Май етештереү сәнәғәте - Башҡортостан өсөн стратегик мөһим йүнәлеш. Уны Шишмә май экстракцияһы заводы һәм Күмертауҙа «Элеватор» компанияһы тәҡдим итә. Республика халҡын артығы менән тәьмин итеүсе, шулай уҡ бөтә агросәнәғәт продукцияһы экспортының 70 процентын биләп, майҙы сит илгә оҙатыусы предприятиелар ҙа бар”. РФ Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Патрушев менән Шишмә май экстракцияһы заводының етештереү ҡеүәттәрен баһаланыҡ. Заводта тәүлегенә 1000 тоннаға тиклем көнбағыш һәм 600 тоннанан ашыу рапс эшкәртелә, 300 тоннанан ашыу үҫемлек майы, шул иҫәптән маргарин һәм майонез етештереү өсөн кәрәклеһе, һығып сығарыла. Предприятие менән грамоталы команда идара итә. Һуңғы йылдарҙа компания модернизациялауға бер миллиард һум тиерлек аҡса һалған. 29 мең тонна һыйҙырышлы элеватор комплексы төҙөлә башлаясаҡ. 160 мең тонна һыйҙырышлы йәнә бер элеватор Шөңгәккүл сеймал базаһы биләмәһендә төҙөкләндерелде. Һөҙөмтәлә бында етештереүсәнлек артҡан һәм етештереү процесында юғалтыуҙар кәмегән. Быйыл 135 мең көнбағыш һәм 9 мең тонна рапс майын көтәбеҙ. Һуңғыһы сит илгә әүҙем оҙатыла. Ошо көндәрҙә генә 2,2 мең тонна продукция менән бер состав Ҡытайға оҙатылды, йыл аҙағына тиклем тағы дүртәүҙе оҙатырға ниәтләйбеҙ. Тышҡы иҡтисади ҡеүәтте тормошҡа ашырыуҙа заводҡа дәүләт ярҙамы саралары ла ярҙам итә. Продукцияны экспортҡа сығарыуға һәм тышҡы баҙарҙа уны сертификациялауға киткән сығымдарҙың бер өлөшө субсидиялана. Санкция шарттарында Шишмә халҡы өсөн бында сикһеҙ мөмкинлектәр асылды. Тағы ла шуныһы мөһим - был рапс һәм көнбағыш үҫтергән фермерҙарыбыҙ өсөн отошло. Логистикаға ташыу һәм тотоноу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Аграрийҙар яҡында ғына үҙ предприятиеһына эйә. Дмитрий Николаевич та Шишмә заводының етештереү ҡеүәттәрен һәм Башҡортостан аграрийҙары потенциалын юғары баһаланы. Ә беҙ артабан эшләйбеҙ. Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы дауам итә”, - тип тип яҙған Премьер-министр. Фото һәм сығанаҡ: Андрей Назаров