Рәсимә исемле ҡатын ғаиләһендәге ҡайғы тураһында яҙа. Уның хатын һеҙгә лә тәҡдим итмәксе булдыҡ. “Беҙҙең ғаиләлә ҙур бәлә. Уның сәбәпсеһе – “йәшел йылан”. Оҙаҡламай ғаиләбеҙ ҙә юҡҡа сығыр инде... Ентекләберәк һөйләйем әле хәлемде. Әлбиттә, Илһам миңә оҡшай ине, ауылдың иң сибәр егете ул. Тик ата-әсәһенең эсеүе генә кәртә булып торҙо. Уларҙың ғаиләһендә эскелек, әрләшеү, бысраҡлыҡ ғәҙәти күренеш ине шул. Дуҫлаша башлағас, әсәйем дә ҡаршы килде: “Егет тә үҙҙәре кеүек эсә башлаһа, ни эшләрһең? Ныҡ уйла, балам”. Тик ул саҡта Илһам иҫерткес эсемлектәргә ҡараманы ла. Мөхәббәттән башым әйләнгәндә ул турала уйланыу ҡайғыһы ла булманы. Өйләнештек. Бер нәмәбеҙ ҙә юҡ ине. Тик ул да, мин дә тырыш – ныҡышып донъя көтә башланыҡ. Иремдең ата-әсәһенән ярҙам булмаҫы көн кеүек асыҡ. Мин дә әсәйем менән яңғыҙ үҫтем, бәләкәй өйҙә йәшәнек. Шуға күрә үҙ мөйөшөбөҙҙө булдырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалып эшләнек. Һөнәрем буйынса уҡытыусымын. Эш хаҡы әллә ни ҙур булмаһа ла, даими килеп торҙо. Ә бына Илһам шөғөл