Найти в Дзене

"Тәмле" һәм ҡыҙыҡлы сара үтте

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Еңел старт һәм бизнесты уңайлы алып барыу өсөн шарттар булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостандың Саҡмағош районы эшҡыуарҙары социаль проекттарҙа һәм акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Һөнәри йүнәлеш биреү эше сиктәрендә 1-се мәктәп уҡыусылары “Bikтәмле” икмәкхана-кондитерҙарға барҙы. Шәхси эшҡыуар Гөлшат Гузина балаларҙы кондитер һөнәре менән таныштырҙы, кондитер изделиеларын нисек әҙерләүҙәрен, шулай уҡ заманса ҡорамалдарҙы күрһәтте. Балалар ризыҡ әҙерләү нескәлектәре хаҡында белде һәм нәзәкәтле пирожныйҙан ауыҙ итте. “Минең бизнесым ярҙам итә” акцияһы сиктәрендә эшҡыуар Саҡмағош ауылында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта ла булды. Был сара тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге генә булып ҡалманы, шулай уҡ үҫеп килгән быуын өсөн мөһим һабаҡ та булды. Приют ҡунаҡтарына шаурма эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәттеләр, унда аш-һыу оҫталығы практик күнекмәләргә ҡушылды. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Еңел старт һәм бизнесты уңайлы алып барыу өсөн шарттар булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостандың Саҡмағош районы эшҡыуарҙары социаль проекттарҙа һәм акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Һөнәри йүнәлеш биреү эше сиктәрендә 1-се мәктәп уҡыусылары “Bikтәмле” икмәкхана-кондитерҙарға барҙы. Шәхси эшҡыуар Гөлшат Гузина балаларҙы кондитер һөнәре менән таныштырҙы, кондитер изделиеларын нисек әҙерләүҙәрен, шулай уҡ заманса ҡорамалдарҙы күрһәтте. Балалар ризыҡ әҙерләү нескәлектәре хаҡында белде һәм нәзәкәтле пирожныйҙан ауыҙ итте. “Минең бизнесым ярҙам итә” акцияһы сиктәрендә эшҡыуар Саҡмағош ауылында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта ла булды. Был сара тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге генә булып ҡалманы, шулай уҡ үҫеп килгән быуын өсөн мөһим һабаҡ та булды. Приют ҡунаҡтарына шаурма эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәттеләр, унда аш-һыу оҫталығы практик күнекмәләргә ҡушылды. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән был процесты күҙәтте һәм популяр ризыҡты әҙерләүгә ҙур теләк менән ҡушылды. Сара ҡунаҡтары кулинария менән генә сикләнмәне: улар шулай уҡ бизнесты аҡыллы алып барыу нигеҙҙәрен асып, финанс белем принциптары тураһында һөйләне. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.