Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ике ил Президенты ла ҡатнашасаҡ

Бөгөн Өфөлә ХХ Ҡаҙағстандың һәм Рәсәйҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы башланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың ноябрендә Ырымбурҙа үткән XVIII форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда форумды Өфөлә уҙғарырға тәҡдим иткәйне. Рәсәй һәм ҡаҙаҡ яҡтары был башланғысты хупланы. 2023 йылдың ноябрендә, Костанайҙа уҙған, XIX Ҡаҙағстан һәм Рәсәй төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының пленар ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин бөтә ҡатнашыусыларҙы ла киләһе йылда Өфөгә саҡырҙы. Рәсми саралар башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы Көрәш һарайы майҙансығында ойошторолған ике дәүләт халыҡ художество кәсептәре күргәҙмәһен ҡараны. Бында Рәсәйҙең 10 төбәгенән – Мәскәүҙән, Мари Иленән, Дағстандан, Һарытау, Ырымбур, Төмән, Удмурт, Омск һәм Ульяновск өлкәләренән 60 ойошма үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Экспоненттар араһында - Башҡортостандан 20 һөнәрсе. Ҡаҙағстан делегацияһы Алмата халыҡ-ара кәсептәр палатаһы, “Алтын Урҙа” халыҡ-ара һөнәрселәр академияһы

Бөгөн Өфөлә ХХ Ҡаҙағстандың һәм Рәсәйҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы башланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың ноябрендә Ырымбурҙа үткән XVIII форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда форумды Өфөлә уҙғарырға тәҡдим иткәйне. Рәсәй һәм ҡаҙаҡ яҡтары был башланғысты хупланы. 2023 йылдың ноябрендә, Костанайҙа уҙған, XIX Ҡаҙағстан һәм Рәсәй төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының пленар ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин бөтә ҡатнашыусыларҙы ла киләһе йылда Өфөгә саҡырҙы. Рәсми саралар башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы Көрәш һарайы майҙансығында ойошторолған ике дәүләт халыҡ художество кәсептәре күргәҙмәһен ҡараны. Бында Рәсәйҙең 10 төбәгенән – Мәскәүҙән, Мари Иленән, Дағстандан, Һарытау, Ырымбур, Төмән, Удмурт, Омск һәм Ульяновск өлкәләренән 60 ойошма үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Экспоненттар араһында - Башҡортостандан 20 һөнәрсе. Ҡаҙағстан делегацияһы Алмата халыҡ-ара кәсептәр палатаһы, “Алтын Урҙа” халыҡ-ара һөнәрселәр академияһы вәкилдәре, шулай уҡ кейем-һалым дизайнерҙары һәм аксессуарҙар изделиелары күргәҙмәһен әҙерләне. Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн сит ил ҡунаҡтары оҫталыҡ дәрестәре әҙерләгән. Халыҡ кәсептәре оҫталары кейеҙ баҫыу, күн әйберҙәр эшләү, туҡыу, халыҡтарҙың сигеү, һауыт-һабаға биҙәк төшөрөү, ағас һырлау, көршәк һәм сүкеү, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, шулай уҡ милли кейемдәр эшләү кеүек традицион кәсептәрен күрһәтте. Форум сиктәрендә рәсми һәм эшлекле осрашыуҙар, дискуссия майҙансыҡтары, “Рәсәйҙә һәм Ҡаҙағстанда йәштәр эшҡыуарлығы: тәжрибә уртаҡлашыу һәм партнерлыҡ мөмкинлектәре” сессияһы, шулай уҡ Рәсәй-Ҡаҙағстан эшлекле советы ултырышы үтәсәк. 27 ноябрҙә уҙасаҡ пленар ултырышта онлайн-форматта Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомрат Токаев ҡатнашасаҡ. Фото: Баашҡортостан Башлығы сайты.