21 ноябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй стоматологтарының ғилми-ғәмәли конференцияһында халыҡ-ара вәкилдәр ҡатнашлығында “Остазлыҡ мәктәбе” конференцияһы үтте. Сара барышында табип-стоматолог әҙерләүҙә проект уҡытыу мәсьәләләре, йәштәр менән эшләү үҙенсәлектәре һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Республика ҡалалары һәм райондарының стоматология ҡабул итеүенә йәлеп ителгән стоматологтар, табиптар, стоматология факультеты студенттары, курсанттар һәм квалификация күтәреү циклы тыңлаусылары ҡатнашҡан сарала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар стоматологы, 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табибы Римма Ғәниева “Практик һаулыҡ һаҡлауҙа остазлыҡ роле. Социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу” доклады менән сығыш яһаны. Ул, йәштәрҙе стоматология буйынса медицина ойошмаларына, шул иҫәптән балалар стоматологтарына эшкә йәлеп итеү кәрәклеге әлеге ваҡытта республиканың стоматология хеҙмәтен үҫтереүҙә мөһим мәсьәлә булып тора, тип билдәләне. – Балалар стоматологияһының бурысы – балан