Найти в Дзене

Был матурлыҡты кем тыуҙыра?!

Тәҙрә ҡорғандары, ашъяулыҡ, яҫтыҡ тыштары, келәм, диван ябыуҙары – был өй эсендәге бөтә ҡаралтыға ла оҫта ҡуллы хужабикә сәскәле биҙәктәр һалған. Йорттоң тышын иһә хужа ҡурсаҡ өйө һымаҡ итеп биҙәп ҡуйған. Рәлиә менән Ғәденән Хәсәновтар Асҡын районының Мутайылға ауылында йәшәй. Яҡташтары араһында тырыш, уңған булыуҙары менән хөрмәт ҡаҙанған улар. Ихлас хужаларҙың өйөнән кеше өҙөлмәй. Ҡыҙҙарын кейәүгә биргән ғаиләләр бирнә өсөн сигеүле урын-ер ҡаралтыһы һатып ала, икенселәр оҫталыҡ дәресе үтә, өсөнсөләре сигеүле донъяны күреп, йән кинәнесе табырға теләй. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Йәнкиҫәк ауылы ағинәйҙәре килеп, сигеү серҙәрен һорашып ҡайтҡан. Һеҙҙең яҡта ошондай һоҡланғыс ғаиләләр бармы, дуҫтар? Видео: асыҡ сығанаҡтан. Фото: Наилә Имаева.