Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы балаларҙа тыуған ергә һөйөү, тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыу уятыу, сәләмәт тормошто тәрбиәләүгә лә иғтибар йүнәлтте. Был йүнәлештәрҙә “Тамыр” телеканалы әүҙем ҡатнашты. Ошо хаҡта “Тамыр” телеканалы директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина уртаҡлашты. – 2020 йылдың аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова беҙгә ҡоролтай ойошторған “Ырыуҙар йыйыны” проектында ҡушылырға тәҡдим итте. Беҙ байтаҡ уйландыҡ, сөнки “Тамыр” телеканалының сараларға сығып ҡатнашыуы ул сара мәлендә ниндәйҙер эштәр башҡарып, шуның менән генә сикләнеү түгел. Әгәр ҙә командировкаға төшөрөүсе бригада менән сығабыҙ икән, был байтаҡ сығым талап итә һәм, әлбиттә, һәр бер командировканан артабан телевизорҙан күрһәтерлек, балаларҙы ылыҡтырырлыҡ, уларҙы ҡаратырлыҡ, мәғлүмәт бирерлек тапшырыу эшләргә кәрәк – төп бурысыбыҙ шул. Шуға күрә лә “Нурбостан сәйәхәте” тигән проект уйлап сығарҙыҡ. Ыҡсым ғына, әммә ныҡ профессиональ команда тупланыҡ һәм шул 2021 йылдан башлап “Нурбостан сәйәхәте” Бөтә донъя башҡорттарының “Ырыуҙар йыйыны”нда берҙәм йөрөнө. Проектыбыҙ бер нисә өлөштән тора ине. Шул иҫәптән, урындағы балаларға “Нурбостан” сериалының бер нисә серияһын күрһәтеү, уның буйынса фекер алышыу, балалар араһында “Ырыу зирәге” конкурсын үткәреү. Һәр сыҡҡан урында балалар араһында һорауҙарға яуап биргән, үҙенең шәжәрәһен белгән, уны төшөрөп алып килгән балаларҙы иғтибар үҙәгенә алып, уларҙы дәртләндереп, уларға рәхмәт йөҙөнән бүләктәр тапшырып, бер баланы “Ырыу зирәгә” тип билдәләп ҡайтыр булдыҡ. Тағы ла был проект сиктәрендә “Ғаилә тамыры” исемле профессиональ фотосессия ойошторҙоҡ. Фотографыбыҙ Рөстәм Мөғәллимов шул тиклем матур ғаиләләрҙең ғүмерлек хәтирә булырлыҡ кадрҙар эшләүгә өлгәште. Йылдың аҙағында был фотографияларҙан йомғаҡлау форумында “Торатау” конгресс-холының тотош бер ҡатын тултырып, фотокүргәҙмә ойошторҙоҡ. Ул үҙе бер ҙур, сағыу ваҡиға булды. “Нурбостан сәйәхәте”нең тапшырыуҙарына килгәндә, 30-ға яҡын тапшырыу әҙерләнек. Уларҙың һәр береһендә анимация менән ырыуҙар, шәхестәре тураһында заманса итеп матур мәғлүмәт бирҙек. “Нурбостан сәйәхәте” сәйәхәт иткән иң беренсе ырыу Борай районынан Елдәк ырыуы булды. Артабан – Ғәйнә, Балыҡсы, Уран, Унлар, Эске йылан, Юрмый һәм башҡа ырыуҙар буйлап сәйәхәт итте Нурбостан. “Нурбостан сәйәхәте”нең һуңғыһы быйыл булды – Ҡыпсаҡ ырыуына. Һәр бер ырыуҙың арҙаҡлы шәхестәре хаҡында ла беҙ бәләкәй генә анимация роликтарын эшләнек. Риза Фәхретдинов, Туҡтамыш Ишбулатов, Сөләймән Исҡустин, Исмәғил Тасимов, Яҡуп Сынмырлин, Йомабай Иҫәнбаев һәм башҡалар хаҡында бәләкәй генә роликтар беҙҙең “Тамыр” телеканалында бара һәм балаларға үҙеңдең ырыуыңды белеп, үткәнеңде аңлап, шуны тойоп йәшәүҙең мөһимлеген аңғарта бара. Әлеге “Нурбостан сәйәхәте” тапшырыуын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйыны алдынан тағы ла эфирға ҡуйҙыҡ һәм улар шул тиклем мәғлүмәтле, яңы булып, балаларҙы яңынан өйрәтә, уларға тарих буйынса яҡшы мәғлүмәттәр бирә. Анимацияны файҙаланып, балалар телендә эшләнеүе, әлбиттә, был тапшырыуҙарҙы шул тиклем форматлы, заманса шәп тамаша итә. Команданың төп өлөшө: һәр ырыу тарихының төбөнә төшөп, энәһенән ебенә тиклем үтеп, балалар телмәренә һалып эшләгән сценарийҙар авторы мөхәррир Гөлфиә Раянова, режиссёр Әлиә Минәзова, ҡораусы режиссер Дамир Сәлимов, шулай уҡ операторҙар Раушан Артыҡов, Нурислам Хәйриев, Ринат Кашапов. Улар шул тиклем ең һыҙғанып эшләнеләр! Һәр йыйындан йөҙәрләгән баланың күңелен рухландырып, зиһендәрен яҡтыртып ҡайттылар. Бына ошо ыҡсым ғына команда эшләне. Әлеге ваҡытта “Нурбостан сәйәхәте”нең сығарылыштарын ҡарайым да, шул тиклем мәғлүмәтле, эстәлекле, йөмәткеле проект эшләүгә өлгәшә алғанбыҙ. Әлбиттә, бына ошолай итеп күмәкләгән яу ҡайтарған тиҙәр бит инде. Әгәр ҙә бергәләп тотоноп, һәр бер сараны төрлө яҡтан уйлап, уның файҙаһын, уның киләсәккә ниндәй нигеҙле әйберҙәр, контент ҡалдырыуын алдан күҙаллап, шуға өлгәшергә ынтылып эшләһәк, ысынлап та, ҙур эштәр башҡарырға мөмкин. 2022 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Айыҡ ауыл” проектына беҙгә ҡушылырға тура килде. Шулай уҡ Эльвира Айытҡолова: “Әйҙәгеҙ, беҙ балалар араһында ла ошо сәләмәтлек, айыҡлыҡ хаҡында идеяны ҡуҙғалтайыҡ”, – тип әйткәс, беҙ бер аҙ аптырап ҡалдыҡ, сөнки, беҙҙең ҡарамаҡҡа, был тема өлкәндәр өсөн генә кеүек тойолғайны. Төрлө яҡлап ҡарағас, беҙ, ысынлап та, был мәсьәләнең балаларҙың тормошонда ла байтаҡ ҡына урын биләүен аңланыҡ. Шәп кенә исем менән хәтәр генә проект уйлап сығарҙыҡ. Уны “Ныҡ бул!” тип атаныҡ. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәтлек рухын таратыусы беренсе медиаконкурс булып форматлашты инде ул. Уны ла төрлө номанициялар, социаль роликтар, плакаттар, вайндар менән киң, матур итеп ойошторҙоҡ. Жюриға республикала билдәле кешеләрҙе саҡырып, юғары кимәлдә эшләп сығара алдыҡ, – тип һөйләне Гөлназ Ҡолһарина. Ысынлап та, "Тамыр" телеканалы йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Шуға ла балаларығыҙ илһөйәр булып үҫһен, тарихын, мәҙәниәтен белһен тип теләһәгеҙ теләһәгеҙ, телевизорығыҙҙы "Тамыр"ҙы телеканалына көйләгеҙ. Әйткәндәй, ул Рәсәйҙә иң яҡшы балалар каналы булып танылды һәм әле лә ошо урында ҡала. Фотолар: “Тамыр” телеканалынан.
"Нурбостан сәйәхәте", "Ныҡ бул!" проекттары нисек барлыҡҡа килгән?
26 ноября 202426 ноя 2024
4 мин
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы балаларҙа тыуған ергә һөйөү, тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыу уятыу, сәләмәт тормошто тәрбиәләүгә лә иғтибар йүнәлтте. Был йүнәлештәрҙә “Тамыр” телеканалы әүҙем ҡатнашты. Ошо хаҡта “Тамыр” телеканалы директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина уртаҡлашты. – 2020 йылдың аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова беҙгә ҡоролтай ойошторған “Ырыуҙар йыйыны” проектында ҡушылырға тәҡдим итте. Беҙ байтаҡ уйландыҡ, сөнки “Тамыр” телеканалының сараларға сығып ҡатнашыуы ул сара мәлендә ниндәйҙер эштәр башҡарып, шуның менән генә сикләнеү түгел. Әгәр ҙә командировкаға төшөрөүсе бригада менән сығабыҙ икән, был байтаҡ сығым талап итә һәм, әлбиттә, һәр бер командировканан артабан телевизорҙан күрһәтерлек, балаларҙы ылыҡтырырлыҡ, уларҙы ҡаратырлыҡ, мәғлүмәт бирерлек тапшырыу эшләргә кәрәк – төп бурысыбыҙ шул. Шуға күрә лә “Нурбостан сәйәхәте” тигән проект уйлап сығарҙыҡ. Ыҡсым ғына, әммә