26-27 ноябрҙә Көрәш һарайында барған ХХ форум Рәсәй менән Ҡаҙағстан төбәктәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге буйынса ике яҡлы бәйләнештәрҙе тағы ла киңәйтәсәк. Бөгөн Ҡаҙағстан – Башҡортостандың иң әүҙем хеҙмәттәшлек иткән өс партнеры иҫәбендә, дүртенсе йыл инде үҙ-ара сауҙа итеү ҙә үҫешә. Ике йыл элек тауар әйләнеше 10 процентҡа артҡан һәм былтыр ул тағы 4,2 процентҡа үҫешкән. Бының иң күп өлөшө Башҡортостандан Ҡаҙағстанға экспортҡа, нигеҙҙә, химия сәнәғәте продукцияһы, төҙөлөш материалдары, сеймал, аҙыҡ-түлек, металл һәм туҡыу сәнәғәте әйберҙәре сығарыла. Йыл башында, ғинуарҙа үткән “Ҡаҙағстан – Башҡортостан” форумында ике яҡтан да бизнес ойошмалары осрашыуҙары күп – 300-ҙән ашыу ойошторолдо. Уларҙа һигеҙ килешеүгә ҡул ҡуйылған, хеҙмәттәшлек тураһында 120-гә яҡын ниәт ҡоролған. Форумда ҡатнашыу теләген белдереп теркәлгән кешеләрҙең һаны өс меңдән ашҡан. Көрәш һарайы алдындағы майҙанда Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәренең ҙур габаритлы машиналар-техника күргәҙмәһе ҡуйылған. Бынан тыш, милли аҙыҡтарҙан торған “Ҡаҙ һәм бал” тип исемләнгән гастрономия фестивале үткәрелә. Ике илдең йәш лидерҙары “Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда йәштәр эшҡыуарлығы: тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм партнерлыҡ перспективалары” тигән форум була. Автор фотолары.