Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһында ХХ төбәк-ара форум бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сара, Ҡаҙағстан менән бәйле мөнәсәбәттәр һәм башҡалар тураһында журналистарға һөйләне. - Беҙ Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан кеүек диалогҡа һәм хеҙмәттәшлеккә асыҡ дәүләттәр менән әүҙем эшләйбеҙ. Беҙҙең эшҡыуарҙар Корея Халыҡ Республикаһы йүнселдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, Төркиәнән партнерҙар менән дә хеҙмәттәшлек өҙөлмәне. Шуға ошо атап үтелгән илдәр менән тауар әйләнеше Башҡортостандың тотош тауар әйләнешенән 50 процентҡа күберәк тәшкил итә, - тип һөйләне Радий Фәрит улы. – Ҡаҙағстан менән сәнәғәт кооперацияһы буйынса процесс үҫеше буйынса етди килешеүҙәр бар. Был иң тәү сиратта нефть химияһы сәнәғәте һәм файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу өлкәһе. Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан инвесторҙары өсөн республикабыҙҙа инвестицияларҙы йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәр булыуы тураһында әйтте. Улар – иҡтисади зоналар, дәүләт саралары, шул иҫәптән һалым режимы һәм башҡалар. - Ҡаҙағстанда Рәсәй Федерацияһы вәкиллеге составындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиллеген беренселәрҙән булып астыҡ. Был, әлбиттә, Ҡаҙағстан менән бәйләнештәргә булышлыҡ итәсәк, сөнки беҙҙең тамырҙар, йолалар һәм оҙаҡ быуаттар хужалыҡ итеү ысулдары дөйөм. Шуға күрә бер-беребеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ, - тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан Башлығы туризм тураһында ла һөйләне. Иң тәү сиратта – авиабәйләнештәрҙе булдырыу. Һәм ул яйға һалына – Башҡортостандан Алматыға һәм Астанаға рейс бар. Башҡорт туристары өсөн Ҡаҙағстанды асыуға килгәндә, бының “Башҡортостан ғүмер оҙайлығы” программаһы булышлыҡ итә: Астанға барған пенсионерҙар өсөн билет хаҡы дәүләт бюджетынан финанслана. - Ҡаҙағстан коллегаларына ла Башҡортостанды ҡарарға тәҡдим иттек. Был – медицина туризмындағы ҙур хеҙмәттәр. Ҡаҙаҡ парнерҙары уларҙан әүҙем файҙалана, - тине Радий Фәрит улы. Форумда ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта. Был - өс меңдән ашыу кеше. Рәсми делегациялар 30-ҙан ашыу төбәктән килгән. Иртәгә Ҡаҙағстандан ҙур делегацияның килеүе көтөлә. Автор фотолары.
“Диалогҡа һәм хеҙмәттәшлеккә асыҡ дәүләттәр менән әүҙем эшләйбеҙ”
26 ноября 202426 ноя 2024
1 мин