Найти в Дзене

Мәскәүҙә лә, Ырымбурҙа ла булғандар

Федоровка районының Бала Сытырман мәктәбендәге “Рәсәй патриоттары” хәрби-патриотик клубы тураһында тирә-яҡта яҡшы беләләр. Мәктәптә тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау” фәндәренән белем биреүсе Булат Зөбәйеров тырышлығы менән барлыҡҡа килә бындай клуб. Бала саҡтан хәрби булырға ынтылып үҫә ул. Мәктәптән һуң тәүҙә Тверь ҡалаһында Суворов хәрби училищеһын, һуңынан Ставрополдә летчиктар һәм штурмандарҙың юғары хәрби авиация училищеһын тамамлай. Ләкин яҙмыш уны ҡабат тыуған яҡтарына алып ҡайта. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлап, тыуған мәктәбендә хеҙмәт итә башлай. Белем биреп кенә ҡалмай, иң мөһиме уҡыусыларҙың күңелендә тыуған еренә һөйөү ҙә тәрбиәләй уҡытыусы. “Рәсәй патриоттары” клубында шөғөлләнеүсе балалар автоматты һүтеү һәм йыйыу, атыу, сапер эше, хәрби-тактик медицина әҙерлегенең барлыҡ нескәлектәрен өйрәнеп үҫә. Һөҙөмтәләр ҙә ҡыуанырлыҡ. ”Зарница” хәрби спорт уйындарында бер нисә тапҡыр республика кимәлендә еңеү яу

Федоровка районының Бала Сытырман мәктәбендәге “Рәсәй патриоттары” хәрби-патриотик клубы тураһында тирә-яҡта яҡшы беләләр. Мәктәптә тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм “Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау” фәндәренән белем биреүсе Булат Зөбәйеров тырышлығы менән барлыҡҡа килә бындай клуб. Бала саҡтан хәрби булырға ынтылып үҫә ул. Мәктәптән һуң тәүҙә Тверь ҡалаһында Суворов хәрби училищеһын, һуңынан Ставрополдә летчиктар һәм штурмандарҙың юғары хәрби авиация училищеһын тамамлай. Ләкин яҙмыш уны ҡабат тыуған яҡтарына алып ҡайта. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлап, тыуған мәктәбендә хеҙмәт итә башлай. Белем биреп кенә ҡалмай, иң мөһиме уҡыусыларҙың күңелендә тыуған еренә һөйөү ҙә тәрбиәләй уҡытыусы. “Рәсәй патриоттары” клубында шөғөлләнеүсе балалар автоматты һүтеү һәм йыйыу, атыу, сапер эше, хәрби-тактик медицина әҙерлегенең барлыҡ нескәлектәрен өйрәнеп үҫә. Һөҙөмтәләр ҙә ҡыуанырлыҡ. ”Зарница” хәрби спорт уйындарында бер нисә тапҡыр республика кимәлендә еңеү яулайҙар. 2019 йылда Ырымбур ҡалаһында был ярышта Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһайҙар. 2019, 2023 йылдарҙа Мәскәүгә “Еңеү” хәрби уйындарына юлланалар. Ауыл мәктәбенең рухлы ла, шул уҡ ваҡытта спорт яғынан әҙерлекле уҡыусылары ил кимәлендәге ярыштарҙа ла һынатмай. Быйыл “Башҡортостандың иң яҡшы хәрби-патриотик клубы” конкурында еңеүгә өлгәшәләр. Бының өсөн республиканың Мәғариф министрлығы еңеүселәрҙе Беларусь Республикаһына юллама менән бүләкләй. Хәрби–патриотик клубта V кластан алып малайҙар һәм ҡыҙҙар шөғөлләнә. Махсус-хәрби операция башланғас, яугирҙәргә гуманитар ярҙам итеүҙе ойоштороуҙың башланғысында ла Булат Венер улы тора. Ауыл халҡы, мәктәп коллективы был изге эшкә дәррәү ҡушыла. Тәүҙә мәктәптә уҡытыусылар, ата-әсәләр берлектә блиндаж шәмдәрен эшләйҙәр, балалар һалдаттарға хаттар яҙа. Һуңынан маскировка селтәрҙәрен үреүҙе лә яйға һалалар. Әлеге көндә мәктәптә уҡытыусылар бүлмәһендә, фойела һәм клубта был эш ойошторолған, ауыл халҡы. уҡытыусылар, уҡыусылар тырышлығы менән 50-ләп селтәр үрелгән. Ғөмүмән, ҡулдарынан килгәнсә һәр кем тырыша. Кемдер һалдаттарға тип феләкләп балын килтерә, кемдер туҡмасын киҫә, кемдер йылы ойоҡбаштар бәйләй. -2020 йылда мәктәптә “Рәсәй патриоттары” клубы ойошторолған мәлдә үк “Беҙ берҙәм булғанда. еңелмәҫбеҙ” тигән девизды алғайныҡ. Бөгөн дә уға тоғро ҡалабыҙ, - тине Булат Зөбәйеров. Булат Зөбәйеров фотолары.