Бигерәк йәмле шул ауыл тәбиғәте. Ауылды уртаға бүлеп, шаршыларҙа эре таштарын ап-аҡ күбектәргә батырып ярһып, ятыуҙарҙа талғын ғына аҡҡан Инйәргә ҡарап ултырырға ярата Сәғит. Был ауылға килеп төпләнгәненә лә байтаҡ һыуҙар аҡты инде. Үҙенең тыуған ауылын иҫенә төшөрә. Әйенә оҡшаған был йәмле йылға. Һирәк ҡайта шул ауылына, һирәк.
– Тыуған яҡтарға ҡайтып киләм тигәнеңде бер ҙә ишеткән юҡ та, әллә ҡайтҡаның да юҡ инде ысынлап та? – тип һорайҙар ҡайһы саҡ унан.
– Ҡайтам, ни эшләп ҡайтмай, ти. Тик ҡайтһам да өс көндән үтһә, ары торғо ла килмәй, тиҙерәк бында ҡайтыу яғын уйлай башлайым. Элекке ауыл түгел хәҙер, эш юҡ, яңы өйҙәр төҙөмәйҙәр, йәштәр ҡалмай. Ауылда берҙән-бер йүнле йорт ағайымдыҡы ,,тиһәм дә маҡтаныу булмаҫ. Халыҡ Себер китеп аҡса эшләй, эшһеҙ бисәләре йыйылышып эсеүҙе хуп күрә, ирҙәре ҡайтһа, бергәләшеп эсәләр. Халҡы ла кәмей, мәктәп тә башланғысҡа ҡалды.
– Ауылда хәҙер бер ағайым ғына йәшәй, олоғайҙы хәҙер, уның да балалары үҙен ҡалаға саҡыра. Беҙгә бер йыл килгәйнеләр, хәҙер йыл һайын һеҙгә киләбеҙ, тип һоҡланып ҡайттылар. Хәҙер ағайҙы ла бергә алалар үҙҙәре менән.
Шулай һәр саҡ бер төрлөрәк яуаплай Сәғит ауылы тураһында һорашҡандарға. Тик ниңә ауылына һирәк ҡайтыуы тураһында барыһын да һөйләргә тырышмай ул. Әле бына йылға шаршыһына ҡарап, ирекһеҙҙән уйҙары менән бала саҡ, үҫмер осорҙары үткән ауылына әйләнеп ҡайта...
...Йәмле Әй йылғаһы буйындағы тыуған ауылы, яҡын-тирә ауылдарҙан айырмалы, ҙур ғына, бер нисә ауыл ингән колхоз идараһы ла уларҙа. Урта мәктәп, яҡын-тирә ауылдарҙан килгән балалар өсөн интернаты ла бар. Башланғыс кластарҙа алдынғы уҡыусы булып һаналды Сәғит. Бишенсегә күскәс, класс етәксеһе, физика уҡытыусыһы Рәшит Хәким улы, ни эшләптер, уны класс активына ла ылыҡтырманы, баштан уҡ уның барлығы-юҡлығы барыбер һымаҡ мөнәсәбәт күрһәтте. Башҡаларҙы маҡтаған саҡта ла, нисек кенә тырышмаһын, ул бер ваҡытта ла телгә алынманы. Атаһы юҡлыҡтан шулайҙыр, әҙәмгә һанамайҙыр, тип кәмһенә ине малай.
Юҡ шул атаһы. Уға дүрт йәшендә әсәһен дүрт балаһы менән ташлап киткән. Сәғит уны саҡ ҡына хәтерләй. Шул китеүенән башҡаса бер ваҡытта ла килеп күренмәне балаларына. Физика дәрестәре инә башлағас, Сәғит ул фәндән “өслө”нән юғары билдә алғанын да хәтерләмәй. Ағаһы алдараҡ уҡып бөткәс, уны белмәй, ә бына апаһы “икеле” алып ҡайтҡас илауҙарын әле лә иҫләй Сәғит.
Ҡайһы ваҡыт ағай уны “сиған” тип тә мыҫҡыллап көлөп ала:
– Һай, сиған, атайың да күт урыны тапмай, һеҙҙе ташлап ҡырға сығып китте бит! Нәҫелдән бит һеҙҙең барығыҙҙың да ялҡаулығығыҙ, наҙанлығығыҙ!
Иң оҡшатмағаны – тәмәке, араҡы еҫе сығып торған ауыҙын шулай һәр саҡ яҡынайтып һаһылдап көлөүе. Ағайҙы күрә алмаҫ хәлгә етә шул саҡтарҙа малай.
Бар шул сиған ҡаны уларҙа. Өләсәһе тере саҡта үҙе лә уны яратҡанда, сиғаным минең, тип арҡаһынан тупылдата торғайны. Ейәне үҫә төшкәс, үҙенең аслыҡ йылында ауыл ситендәге сиған таборына барып сығыуын, уларҙың уны үҙҙәренә һыйындырып аслыҡтан алып ҡалыуҙарын һөйләне. Сиған ҡыҙыҡайҙары, малайҙары менән таборҙа бергә үҫә Бибиямал өләсәһе:
– Таборҙағы малайҙарҙың Цагар исемлеһе һәр саҡ минең янда булырға тырыша ине. Башҡаларҙы миңә яҡын да ебәрмәне, гел ҡурсалап ҡына йөрөттө. Бер-беребеҙгә шул тиклем өйрәндек, үҫә төшкәс, ул – минһеҙ, мин унһыҙ йәшәй алмаҫыбыҙҙы аңлағайныҡ инде. Совет власы хәл алғас, сиғандарҙың күсеп йөрөүен тыйырға тырышты. Уларҙы ултыраҡ тормошҡа күсереү сараларын күрҙе. Тик табор башлығы – барон үҙенекеләрҙе алыҫҡа алып китергә теләне. Мин Цагарҙы бында ҡалырға өгөтләнем, ул риза булды. Бер ҡараңғы төндө таборҙан ҡасып киттек тә Йүрүҙән буйындағы бер ауылға төпләндек. Кеше менән тиҙ аралашыусанлығы, ярҙамсыллығы, эскерһеҙлеге менән ирем был ауылда тиҙ үҙ кеше булып китте. Дуҫтар тапты. Совет власын үҙ итте. Колхозда тырышып эшләнек икебеҙ ҙә. Улыбыҙ тыуҙы.
– Атайыммы, өләсәй?
– Эйе, балам, берҙән-бер улымды ҡосаҡлап ултырып ҡалдым мин, йәшләй генә әрәм булды Цагарым...
Бер ваҡыт класс етәксеһе уҡыусыларына ғаиләлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында яҙып килтерергә ҡушты. Сәғит әсәһенән олатайҙары һуғышта ҡатнашҡанмы, юҡмы икәнен һораны. Улар һуғышта үлгән, тигән яуап ишетте малай. “Мин олатайҙар менән ғорурланам, улар ил азатлығы өсөн һәләк булған”, тип яҙып килтерҙе. Рәшит Хәким улы Сәғиттең партаһының өҫтөнә ултырып, иншаһын тотторҙо:
– Йә, Шәкиров, олатайҙарың тураһында уҡы әле! – тип бойорҙо.
Сәғит яҙғандарын уҡып сыҡҡас, араҡы, тәмәке еҫе аңҡып торған ауыҙын уға яҡынайтып мыҫҡыллы көлдө лә, дәфтәрен тартып алып, үҙ өҫтәленә кире ырғытты:
– Бел, Шәкиров, олатайҙарың – илебеҙ, халыҡ дошмандары! Алдаштырып яҙырға ысын батырҙар тураһында яҙған иптәштәрең алдында оялыр инең аҙыраҡ! Улар һуғышҡа тиклем йәшәһә, иң тәүҙә нимес яғына сығыр ине, сәүит власының ҡан дошманы олатайҙарың икеһе лә.
Класс сәғәте дәрестәр аҙағында үтә, башҡа дәрестәр юҡ, Сәғит муҡсайын эләктереп, күҙ йәштәрен иптәштәренә күрһәтмәҫ өсөн, бүлмәнән сығып йүгерҙе...
– Инәй, һин бит олатайҙарҙы һуғышта үлгән тинең, алдаттыңмы ни?
– Кем әйтте?
– Рәшит Хәким улы бөтә класс алдында минән мыҫҡыллап көлдө, олатайҙарың дошман, тине...
– Ай, Аллам! Инде һеҙгә лә тотондолармы ни ул ҡәһәр бәндәләр? Аталары беҙгә көн күрһәтмәне, инде, балалар, һеҙгә сиратмы күҫәк күтәрергә?.. Беҙҙең күргәндәр етмәйме һуң? Күпме соҡорға була ул үткәнде?! – Әсәһе Сәғитте ҡосаҡлап һығылып-һығылып иланы...
Апаһы ла был ваҡытта мәктәптән ҡайтып еткәйне, ҡустылары икенсе сменала уҡыуҙа. Әсәләре бер аҙ тынысланғас, ҡыҙын һәм улын ике яғына ултыртып ҡосаҡланы ла һүҙен башланы:
– Инде ҙур үҫтегеҙ, балаларым, аңларһығыҙ. Эйе, мин ошоға тиклем дөрөҫөн һөйләмәнем, сөнки дөрөҫлөктән күпме ыҙа сиккәнебеҙ тураһында үҙем, ағайым, ҡустым ғына беләбеҙ. Беҙҙе ғүмер буйына шул түремшик, халыҡ дошманы балалары исеме оҙатып йөрөнө. Ҡайнымды әйтә алмайым, дошман булдымы икән, уныһы ла икеле. Бик ҡыҙыу ҡанлы булған, аныһы дөрөҫ! Сиған булғанын өләсәйегеҙ һөйләүенән беләһегеҙ. Сәғит улым, бер һин генә йөҙөң менән уға тартҡанһың. Шуға ул уҡытыусы йораты һине “сиған” тип мыҫҡыл итә, башҡа береһе лә улай тимәй. Сиған булһа ла, башҡорттар араһында үҙ кеше булған ул. Ярҙамсыл, көсһөҙҙәрҙе яҡлаусы булғаны өсөн яратҡан уны халыҡ. Өйөнә кереп, “подкулачник, мин һинең башыңды төрмәлә серетәм”, тип ҡурҡытҡаны өсөн, уның бер дуҫы сәүит активисын елкәһенән төрткөләп ҡыуып сығарған. Иртәгеһенә был милиция саҡыртҡан, ҡулға алырға килгәндәр. Ныҡ ҡаршылыҡ күрһәткән, туҡмап-туҡмап бәйләп алып китергә булғанда теге ауылдашын тибеп осорған. Уныһы күҫәк алған да башына тондорған, шул һуғыуҙан йән биргән олатайыңдың яҡын дуҫы. Олатайың ҡайҙалыр киткән булған, ҡайтып хәлде ишеткәс, тегенең өйөнә барған. Ихатаһында имән бағана ослап торған сағы булған. Килеп инеү менән йыға һуҡҡан да, бағанаһын тартып алып, үҙен ергә ҡуша ҡаҙап сығып киткән. Унан властарға барып бирелгән. Бик ауыр енәйәтсе, тип хөкөм иткәндәр олатайыңды. Аҙаҡ, төрмәлә атып үлтергәндәр, тигән хәбәр ишетелде.
– Өләсәйемдән нисек үлгәнен һорағас, үҫкәсерәк һөйләрмен, балам, тигәйне шул, хәҙер белдек бына.
– Инәй, ә Харас олатай? – тип апаһы һорай.
– Инәйем бик диндар булған, ә атайым коммунист кеше. Мозафар ҡустым тыуғас, инәйем бер нимәгә ҡарамай, мулла саҡыртып исем ҡуштырырға ниәтләгән. Атайым, был эште хупламаһа ла, ҡаршы төшә алмаған. Беҙ ағайым менән бәләкәй инек, бик иҫләмәйбеҙ ул ваҡыттарҙы. Ул йылдарҙа сәүит власы дингә ҡаршы аяуһыҙ көрәш асҡан. Һәр ауылда тиерлек, мәсеттәрҙең манараларын ауҙарғандар, уны йә мәктәп, йә клуб иткәндәр. Муллаларҙы төрмәгә оҙатҡандар. Беҙҙең ауыл муллаһы, үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, дини йолаларҙы йәшерен рәүештә атҡарыуын дауам иткән. Кис ҡараңғы төшкәс кенә йыйылырға рөхсәт иткән атайым. Әбей-бабайҙар килгән, табынға ултырышҡандар. Бәпесте мендәр өҫтөнә һалып, хәҙрәт йоланы башлап ҡына торғанда, ишектә Зиннәт исемле берәү күренгән. Шул Рәшит уҡытыусының олатаһы – ауылдың иң активисы булып даны сыҡҡан дошман фашлаусыларҙың береһе инде. Тупһаны ашаҡлағас, өҫтәл артында ултырыусыларҙың һәр береһен иҫтә ҡалдырырға теләгәндәй ҡарап торған да тиҙ генә сығып та киткән. Олатайығыҙ эштең нимә менән бөтөрөн аңлаған. Ашығып бының артынан сыға. Туҡтатып аңлашырға теләһә лә, теге һыпыртыуын белә. Көҙгө туңда тая-тая саҡ ҡыуып етә, туҡтата:
– Ҡунаҡ саҡырғайным да, Зиннәт, ултырманың, әйҙә кире керәйек.
– Ә, беләм мин һинең ниндәй ҡунаҡ саҡырғаныңды. Коммунист, имеш, оят! Иртәгә үк был ҡылығың өсөн яуап бирсәкһең, – тип янай Рәшиттең олатаһы.
Атайым, йәне көйөп, тегеңә берҙе генә һуҡҡан да ҡулын һелтәп ҡайтып киткән, теге, бының өсөн башың төрмәлә серер, тип янап ҡалған.
– Төндә Зиннәтте Рәшиттең атаһы Хәким эҙләп алып ҡайтҡан. Бөтөнләй икенсе яҡта лаяҡыл иҫерек ятҡан атаһы, башы ҡанға буялып бөткән, күреүселәр булған икән, Хәкимгә уны алып ҡайтырға ярҙам да итеүсе табылған. Иҫерек көйө әллә кемдәрҙе һүгеп ҡайтты, иреңдең исемен әйтмәне ул, тигән был кеше инәйемә. Тик алып ҡайтҡас:
– Мине Харас туҡманы, – тип һөйләгән шул. Бисәһе ниңә икәнен һорағас:
– Мулла саҡыртып бәпескә исем ҡуштырғанын һөйләмәҫкә инәлде, мин тыңламаным, – тигән. Таңға үлгән дә. Иҫерек ни, туңға башы менән барып төшкәндер инде. Бәлки, уны күрә алмаусы берәйһе эсереп туҡмағандыр.
Иртәгеһенә райондан милиция, етәкселәр килеп тулды, олатайығыҙҙы ҡулға алдылар, уны беҙ шул киткәненән күрмәнек. Алып киткән саҡта инәйемә:
– Ышанма, мин үлтермәнем Зиннәтте! – тигәнен бөтәһе лә ишетте.
Ә Зиннәтте ҙур хөрмәт менән райондан оркестр килтереп күмделәр. Ҡәбере өҫтөнә йондоҙло таш ҡуйҙылар. Бына быларҙы, балалар, саҡ-саҡ ҡына иҫләйем, күбеһен ағайым, өләсәйегеҙ һөйләгәне буйынса һеҙгә еткерәм, иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ! Олатайҙарығыҙ насар кешеләр булманы бер ҡасан да. Халыҡ хөрмәт иткән кешеләр ине. Ул йылдарҙа күп кешене шулай нахаҡ рәнйеттеләр, шәп кешеләр әрәм булды.
Зиннәт ғаиләһе халыҡ дошманы тарафынан һәләк булған коммунист ғаиләһе тип иҫәпләнде, әле лә шулай. Ғаилә ағзалары ҙур хөрмәттә булды, балалары, балаларының балалары әле лә пачутта. Һәр байрамда уларҙың урыны түрҙә, Зиннәтте совет власы өсөн йәнен фиҙа ҡылған көрәшсе тип данланылар. Ана, Ришатты ла, мәктәпте саҡ-саҡ бөткән кешене, институтҡа ла алдылар, уҡып ҡайтты, олатаһы һымаҡ ул да урам буйлап эсеп йөрөһә лә, һүҙ тейгеҙгән кеше юҡ үҙенә. Ундай кешеләрҙе мәктәпкә яҡын да юлатмаҫҡа кәрәк тә. Ана шул олатайҙары үлемен байраҡ итеп күтәргәс, ул нәҫел һүҙе алдан йөрөй. Һеҙ, балалар, уға ҡаршы һүҙ әйтеп кенә ҡуймағыҙ инде, уҡыуҙан ҡыуҙырыр үҙегеҙҙе. Тырышып уҡығыҙ, ул күрмәһә лә, башҡалар һеҙҙе күрер барыбер. Донъялар гел былай булмаҫ, ул яһилдан да ҡалыр был донъя. Был донъяла үс тотоп ҡына йәшәргә ярамағанын аңлаһындар ине лә. Бына һеҙ бер ваҡытта ла үсле менән үсәшмәгеҙ, балалар, Аллаһ бар ул...
Сәғит тотто әсәһенең һүҙен, физиканан һаман да шул “өслө”нән ары баһа алмаһа ла, башҡа фәндәрҙән һәйбәт өлгәште, бар мәктәп сараларында әүҙем ҡатнашты, бигерәк тә спортты үҙ итте. Мәктәп ул йылдарҙа спорт буйынса районда гел алдынғылар сафында булды. Сәғит үҙе саңғынан да, еңел атлетиканан да район ярыштарында беренсе урындарҙы бирмәне. Эстафета ярыштарында уны һәр саҡ һуңғы этапҡа ҡуя торғайнылар. Унан алдағылар артта ҡалған осраҡта ла команданы барыбер алға сығара ине. Мәктәпте тамамлағанда Ришат Хәким улының “ярҙамы” менән физика һәм ҡатыны уҡытҡан рус теле һәм әҙәбиәтенән аттестатында өс “өслө” билдәһе барлыҡҡа килде.
Уҡырға кереп торманы ул, колхозда эшкә тороп ҡалды. Ҡустыһы әле мәктәптә уҡый. Уның ярҙамы менән өй күтәрҙеләр, атай булмағас, өй иҫкергән, яңыртыусы юҡ. Берәү өйөн яңыртҡас, осһоҙораҡ хаҡҡа әле һипләп күтәрерлек өй һатып алды әсәһе. Һүтеп ташып, бер нисә серегән ергә бүрәнәләрен алмаштырып буранылар, өмә яһап күтәрҙеләр. Сәғиткә әрмегә саҡырыу килгәндә икәүләп өйҙөң башын ябып бөткәйнеләр. Ҡустыһы ул ҡайтҡансы тәҙрә, ишектәрҙе ҡуйып, иҙән-түбә таҡталырын түшәй алған. Күрше-тирә менән башына тупраҡ һалғандар. Әсәһенә оҫта саҡыртып мейес сығартаһы ғына ҡалған.
Алыҫ Балтик диңгеҙе буйында сик буйы ғәскәрҙәренә эләкте ул. Урта белемле тағы физик сәләмәтлегенә, спортсы булыуына ла ҡарағандарҙыр инде...
II
...Камчаткала хеҙмәт итеү бик оҡшаны уға. Ҡыш көндәре үтә һыуыҡтары булмай, йәйен дә эҫеләр юҡ. Яуым-төшөм күберәк. Көн буйына көн торошө әллә нисә төрлөгә әүерелә – ҡыҙыу ғына йылытҡан ҡояш ҡара болоттар араһына йәшенә, йә быҫҡаҡлап ямығыры яуа башлай, ҡаты ел килеп сығыуы лә мөмкин. Һуңынан көтмәгәндә яңынан ҡояш килеп сығып күңелдәрҙе күтәреп ебәрә. Йәйен шулай һалҡынса көндәр торһа, ҡышын инде йылытып ебәргән көндәр күберәк була, ҡыш үҙҙәренә ҡарағанда күпкә йомшағыраҡ. Тирә-яҡты сопкалар уратҡан, араларында бейек булып данлыҡлы вулкан ҡалҡып тора. Яҡында ғына һымаҡ тойолһа ла, ул ысынында байтаҡ алыҫта булып сыҡты. Дозорға сыҡһалар, төрлө диңгеҙ ҡоштарын яр буйында таш өҫтөндә ятҡан морждарҙы күрәләр. Диңгеҙ ярында хеҙмәт иткәс, сик диңгеҙҙән үтә, ә яр буйынан дозор маршруты һуҡмаҡтары үтә. Шул һуҡмаҡтан бараһың, билдәле ергә еткәс, ҡайҙа икәнеңде, нимә күргәнеңде заставаға хәбәр итәһең. Вышкаларҙа ла күҙәтселәр тора.
Шулай хеҙмәт итеү үҙ яйына бара. Спорт ярыштарына барһалар, призһыҙ ҡайтмай уларҙың командаһы. Шәхси беренселек буйынса ла алдынғы булды Сәғит. Өйҙән ҡустыһы, апаһы хат яҙып тора. Әрмегә тиклем үҙе әллә ни иғтибар итмәгән бер ҡыҙ, ҡустыһынан адресын алып, уға хаттар яҙа башланы, фотоһын һалған. Хатлаша башланылар. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла һәйбәт.
Шундай көндәрҙең береһендә старшина саҡырып алды:
– Әле генә штабтан шылтыраттылар, һине тиҙ генә килеп етергә ҡуштылар.
– Ниңә икән, иптәш старшина?
– Уныһын белмәйем, моғайын, тағы берәй награда килгәндер, тиҙ генә йыйын да һыпырт, һине көтәләр!
Дежур машинала ҡалала урынлашҡан штабҡа тиҙ барып етте. Икенсе ҡатҡа күтәрелгәс, штаб начальнигы кабинетына үткәрҙеләр. Унда унан башҡа йәшерен бүлек офицеры ла ултыра. Сәғит майорҙы күргәс, ҡаушай төштө, сөнки был кеше яҡшыға йөрөмәй икәнен ишеткәне бар.
– Йә, сержант, нисек һин сик буйы ғәскәрҙәренә килеп эләктең, һөйләп ебәр!
– Әллә, һайлап алдылар, районда күптәр теләй ине сик буйында хеҙмәт итергә, бер нисә малайҙы ғына, шул иҫәптән мине лә алдылар.
– Һы, һайлап алдылар, тиң инде. Ә нисек һин атайыңдың енәйәтсе, олатайҙарың халыҡ дошманы икәнен йәшерә алдың, ә? Ни эшләп анкетаңа уларҙы яҙманың?
– Иптәш майор, атайымды бөтөнләй белмәйем мин, миңә дүрт йәш сағымда ул беҙҙе ташлап киткән, шунан бирле килеп күренгәне лә юҡ. Уның төҫөн дә онотҡанмын бит мин.
– Ә олатайҙарың?
– Һуң, улар бит 1957 йылда уҡ аҡланғандар, өләсәйҙәрҙә шул турала ҡағыҙҙары бар ине...
– Матур һайрайһың, сержант, тик артабан һинең сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә хоҡуғың юҡ. Иптәш подполковник, ни эшләп уның личный делоһын ентекле тикшермәнегеҙ?
– Беҙгә килгәнсе тейешле тикшергәндәр, шулай булмаһа эләкмәҫ ине бында.
– Хәҙер мин уның сик буйы ғәскәрҙәрендә, йәғни дәүләт именлеге һағында булырға хоҡуғы юҡлығы тураһында мәсьәләне күтәрергә тейеш!
– Туҡтағыҙ әле, иптәш майор, ул беҙҙең иң яҡшы һалдат, күрәһегеҙ ҙә ниндәй наградаларға лайыҡ булғанын!
– Уны ни, үҙегеҙ биргәнһегеҙ ҙә уға, тимәк, һеҙҙе лә яуапҡа тарттырырға мөмкин!
– И-и-и-птәш ма-айо-ор! Нимә һөйләйһегеҙ һеҙ?
– Ә ниңә, дөрөҫө шулай бит!
Штаб начальнигы кабинеты буйлап ҡыҙыу-ҡыҙыу йөрөй башланы. Аҙаҡ, нимәлер иҫенә төшөп, өҫтәлдә ятҡан папканы ҡулына алды:
– Яуапҡа тиһеңме, иптәш майор? Улайһа, һеҙ округ командующие генерал Н....нды ла яуапҡа тарттырмаҡсы булаһығыҙмы?
– Нимә-ә-ә?
– Бына уның шәхси бойороғо. Өлгөлө хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙын ул бында килеп үҙ ҡулдары менән тоттороп китте!
Капитан бойороҡто бер нисә тапҡыр уҡыны, Сәғиттең шәхси эш папкаһын бер алды, бер һалды, шунан һуң Сәғиткә ҡарап:
– Сержант, һеҙгә сығырға рөхсәт, заставаңа кире ҡайт! Яҙмышың тураһында минән юғарыраҡтар хәл итер!..
Артабан уға был турала иҫләтеүсе булманы, башҡаса саҡырып торманылар, нисек хеҙмәт иткән, шулай дауам итте артабан да. Шул Маҡтау грамотаһы хәл иткәндер, тип әле лә ышана Сәғит. Ҡайһы берәүҙәр, “ҡатырға” ғына ул, тиһәләр ҙә, кеше яҙмышын хәл итә икән шул ҡайһы ваҡыт!
Белде ул Сәғит аҙаҡ хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, был хәлдең нисек булғанын.
III
Ҡайтышлай “Александр Пушкин” теплоходында Владивостокка сыҡтылар. Заставала оҙатҡан саҡта старшина Сәғиттәргә бухталағы Өс туған ҡаялары тураһында һөйләне:
– Борон заманда өс ир туған бухтаға ябырылған иҫ китмәле бейек тулҡындарға ҡаршы сыҡҡан. Тулҡындарҙы туҡтатҡас, улар ҡаяташҡа әүерелгән дә ҡуйған. Хәҙер улар һәр бер карапты оҙатып ҡала, ҡаршылай.
Егеттәрҙең ҡыҙыҡһынып тыңлағанын күргәс, өҫтәп ҡуйҙы:
– Һеҙ унда иғтибарлап ҡарағыҙ, ҡайһы берәүҙәргә күренә ул – шул ҡаяларҙың береһе өҫтөндә диңгеҙ аллаһы үҙенең өс сатлы һандауына таянып караптарҙы оҙатып ҡала. Бәлки, һеҙгә лә күренер!
Ни тиклем тексәймәһендәр, күренмәне уларға Нептун!
Ауылға ҡайтҡас, район үҙәгенә иҫәпкә торорға барҙы. Автовокзалда тәү күргән кеше Рәшит Хәким улы булды. Ишеткәйне былтыр уҡытыусылығын ташлап милицияға эшкә кергәнен. Милиция өлкән лейтенанты формаһындағы элекке класс етәксеһе, уның һаулыҡ һорашыуына ла яуап бирмәй, мыҫҡыллы һүҙҙәр менән ҡаршыланы:
– Һы, был ниндәй полководец пәйҙә булды тиһәм, һин йолҡош икәнһең дә! Нимә, улай теләһә ниндәй шалтыр-шолторҙар тағып алып, ҡупырайып йөрөп ятаһың, ә?
– Барыһы ла лайыҡлы награда, бер ҙә шалтыр-шолтор түгел улар!
– Ҡайҙа, улай булғас, күрһәт әле документтарыңды!
– Мин уларҙы военкоматта тейешле кешеһенә күрһәтәсәкмен, Рәшит ағай. Әле хәрби иҫәпкә торорға килдем бит.
– Улайһа әйҙә, үҙем алып барайым, әгәр дөрөҫ булмаһамы, мин һине ни эшләтергә белермен, сиған! Ана артҡа кереп ултыр! Алда урын юҡ.
Машинаһына йәнәшәгә ултыртманы, артҡа, ситлек эсенә ултыртып алды элекке класс етәксеһе. Килеп еткәс, хәрби комиссарҙың үҙенә үк алып кереп китте уны Рәшит Хәким улы.
– Йә, Зиннәтов, “обезьянник”та алып килерлек ниндәй енәйәтсене тотоп килтерәһең миңә? Тәҙрәнән күреп ҡалдым да асып сығарғаныңды, – тип ҡаршыланы уларҙы хәрби комиссар.
– Бына, иптәш подполковник, ошо хәстрүштең документтарын тикшерегеҙ әле, әллә ниндәй ҡалайҙар тағып алған. Барыһы ла үҙемдеке, тип еңешә, документтарын күрһәтмәй!
Военком Сәғиттең хәрби билетын, наградаларын тикшерҙе лә, урынынан тороп, яурынынан ҡаҡты:
– Бөркөт! Маладис, Шәкиров, шәп хеҙмәт иткәнһең, хәрби комиссариат өсөн был ҙур үрнәк, хәҙер иҫәпкә ҡуйыу бүлмәһенә бар, унан һуң һине фотоға төшөрөрҙәр. Коридорҙағы “Улар менән ғорурланабыҙ” исемле стендҡа ҡуйырбыҙ ул фотоңды. Уйла, теләгең булһа, милиция начальнигына шылтыратырмын, бына ауылдашың Зиннәтов менән бергә эшләрһең, ҡуш ҡуллап алырҙар, һинең кеүектәр кәрәк унда.
Секретарына кәрәкле күрһәтмәләр бирҙе лә Рәшит Хәким улына боролдо:
– Ауылдашың, етмәһә, үҙең дә уҡытҡанһыңдыр әле был егетте. Ғорурланыр урынға енәйәтсе һымаҡ машинаңдың ситлегенә ултыртып килтергәнһең, иптәш өлкән лейтенант. Ғәфү үтенергә кәрәк!
– Һау булығыҙ, иптәш подполковник! Ярай, һеҙҙең бүлмәнән сыҡҡас аңлашырбыҙ мотлаҡ! – тип сығып китте ауылдашы.
Ысынлап та, коридорҙа көтөп торған икән Сәғитте ағай:
– Мин бит, кәмендә һин сиғанды был хеҙмәт иткән ғәскәрҙән икенсе берәй ергә оҙатырҙар, тип уйлағайным.
– Рәшит ағай, ә һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ атайым енәйәтсе икәнен?
– Һы, минең ҡайҙа эшләгәнде күрәһең бит! Отделға запрос килде беҙгә атайың йәшәгән ерҙән. Атайың ҡурҡыныс енәйәтсе һинең. Ә олатайҙарың – халыҡ дошманы. Минең олатай шулар ҡулынан һәләк булған. Атайым үлер алдынан васыят итеп әйтеп ҡалдырҙы, ул нәҫелгә көн күрһәтмә, олатайың ҡонон ҡайтар, тип! Бел, Шәкиров, һин под моим колпаком, шуны онотма! Ә отделға килеү-килмәүҙе үҙең ҡара. Әйтәм дә, там у меня все схвачено!
– Ағай, һеҙ ни, бөтөнләй теге “сәнскеле сым артындағы” халыҡтың жаргоны менән генә һөйләшәһегеҙ ҙә, белмәгәйнем!
– Шым, молокосос, улар янына барып эләгеү һиңә лә бер ни тормай! Мин һине иҫкәрттем...
Ишетте аҙаҡ Сәғит атаһының ниндәй “ҡурҡыныс енәйәтсе” булыуы тураһында. Хөкөм иткәндәр шул. Икенсе бер алыҫ районда йәшәгән, егерь булып эшләгән. Ҙур түрәләрҙе рөхсәттәре булмайынса һунарға алып барған. Тотолғандар, бар ғәйепте атаһына япҡандар. Тикшереү башланғас, бындағы район эске бүлегенә лә запрос ебәргәндәр, ә Рәшит ағайға етә ҡалған, уның хеҙмәт иткән урынына шикәйәт яҙа һалған.
Сәғит бер аҙ өй тирәһен ҡараштырҙы. Инде ҡустыһының да яҙға әрменән ҡайтыр ваҡыты етә. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса ата-әсә янында төпсөк ҡалырға тейеш, тип әсәһе менән кәңәшләште лә баш ҡалаға сығып китте. Заводҡа эшкә керҙе, Инйәр буйы һылыуына өйләнде. Әйткәндәй, әрмелә саҡта һағынышлы хаттар яҙған ауылдаш ҡыҙы ҡайтыуына кейәүгә сыҡҡайны инде. Ваҡыт үткәреү өсөн генә яҙышҡандыр, моғайын, Фәнүр дуҫы әйтмешләй, “запас аэродром” ғына булғандыр.
Ә Заһиҙәгә бер күреүҙә ғашиҡ булды ул. Ҡыҙ ҙа уны оҡшатты. Ярты йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәндән һуң туй үткәрҙеләр. Заһиҙәнең тыуған яҡтарын – тәбиғәтен, тырыш, уңған, сәмсел кешеләрен оҡшатты. Сәғиттәр яғындағы кеүек ҡырыҫ, машина юлһыҙ төбәктә тимер юл һалыныуы ла яңы ғына.
Ҡайныһына:
– Мин был яҡта йәшәргә риза булыр инем, – тине Сәғит тәү килгәндә үк.
– Өйөм ҙур, кейәү, һыйырбыҙ! Ағас та алырбыҙ, үҙегеҙгә лә өйҙө “һә” тигәнсе күтәреп ҡуйырбыҙ. Теләгегеҙ генә булһын!
– Дөйөм ятаҡтан айырым мөйөш бирәбеҙ тинеләр, эш тә оҡшай, ҡайным, һуңынаныраҡ, бәлки, күҙ күрер!
Йәш, дәрттәре ташып торған саҡ. Сәғит баш ҡалала ла әрмеләгесә спорт менән шөғөлләнеүҙе ташламаны. Заводта эшләгән иптәше менән көрәш секцияһына йөрөй башланы.
Бер көндө тренеры уға күнекмәне яңыраҡ килгән берәү менән башларға ҡушты. Тән яҙыу күнекмәләренән һуң бер-береңде алып ташлау алымын үҙләштереүгә тотондолар. Сираттағы бер алып ташлағандан һуң Сәғиттең пары тора алманы ла ҡуйҙы. Тиҙ ярҙам саҡыртҡансы йәш ир йән биргәйне. Ҡатыны өндәшмәне, ә ата-әсәләре тренерҙың, Сәғиттең өҫтөнән ялыу яҙҙы, тикшереү башланды. Сәғиттең ошо көндәрҙә йоҡоһо осто. Берҙән, уның пары күнекмә ваҡытында үлде. Үҙенең ғәйебе юҡлығына шикләнмәй, сөнки тыйылған алым ҡулланманы, тренер өйрәткәнсә алып ташланы ул парын. Шулай ҙа бик ауыр кисерҙе был ваҡиғаны. Икенсенән, хәҙер уның турала район эске эштәр бүлегенә запрос ебәрәсәктәре, ә унда Рәшит Хәким улынан да үҙенең тураһында һораясаҡтары тураһында уйланды. Ысынлап та, теге иҫкәрткәнен тормошҡа ашырасаҡ бит ул былай булһа...
...Врачтарҙың диагнозы теге ирҙең йөрәк өйәнәгенән вафат булыуын асыҡланы. Тикшереү уның һаулығы тураһында ялған белешмә алып килеүен асыҡлаған. Ҡатыны Сәғиткә:
– Ирем, йөрәге үҙен һиҙҙерһә лә, спорт менән шөғөлләнә башланы, тәүҙә еңел атлетика түңәрәгенә йөрөнө. Үҙен яҡшы тоя башлағас, көрәште самаларға теләне. Мин кире өгөтләп ҡараным да, тыңламаны. Үҙегеҙҙе ғәйепле һанамағыҙ, бөтөрмәгеҙ йөрәгегеҙҙе, аңлайым мин һеҙҙең хәлде. Ҡайны менән ҡәйнәмә әйтеп ҡарағайным да, тыңларға ла теләмәнеләр. Уларҙы ла аңларға була, – тине.
Бынан һуң Сәғит ҡатыны менән кәңәшләшеп Инйәр буйына күсергә ҡарар итте. Юл монтеры булып эшкә урынлаштылар икеһе лә. Бер станцияла квартира бирҙеләр. Ҡыҙҙары тыуҙы. Ялдарын ҡайныларына ҡайтып йөрөйҙәр. Ҡайныһы өй тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, ашыҡмай ғына уныһын да хәстәрләне Сәғит. Барыһын да еренә еткереп эшләргә тырышты. Ҡыҙҙарына иптәшкә улдары ла тыуҙы. Донъя түңәрәкләнде, күңеле лә урынына ултырҙы.
...Шаршылағы бөҙрә тулҡындарға ҡарап, Сәғит үҙен ҡайһы саҡта Будулайға оҡшатҡандарын иҫенә төшөрә. Ундайҙарға ул һәр саҡ шулай яуаплай:
– Сиғанлыҡ шул йөҙөмдә генә бер аҙ сағыла инде, сиған ҡаны ҡатнашлығы бар шул, уны танмайым. Ә былай мин йәнем-тәнем менән ысын башҡорт, шуныһы иң мөһиме! Башҡа туғандарым барыһы ла миңә оҡшамаған, аҡ йөҙлөләр, атайымды ла аҡ йөҙлө ине тиҙәр. Ә өләсәйем уҡымышлы, муллалар булған данлыҡлы нәҫелдән.
Күп дини китаптар һаҡлана ине өләсәһендә. Бер ваҡыт ике яҙыусы килеп китаптарын һорап алдылар, береһен генә бирмәне. Үҙем үлгәс, әллә ниндәй бер уҡымышлы бер кешегә, иҫтә ҡалмаған исеме, шуға бирҙерергә нәҙер әйткәнем, тип бик ҡаты торҙо. Ә һуғыш ваҡытында ауылда ас халыҡ яландағы сей башаҡ йыйып ашап күпләп үлә башлағас, балаларҙы үҙенең тыуған ауылына алып ҡайтып киткән.
Ғәйепһеҙ икәнлектәре беленгәс, оло ағалары хатта байтаҡ аҡса ла юллап алды олатайҙар өсөн. Бүлеп бирәм барығыҙға ла, ти ине, ҡустыһы менән баш тарттылар. Ул аҡсаға матур өй төҙөп сыҡты ағаһы.
...Ә теге саҡта бушҡа хәүефләнгән икән, уны һәр саҡ “хәстәрләп” торған элекке класс етәксеһен урамында эсеп туңып үлгән килеш тапҡандар. “Түш кеҫәһенән төшөп ҡалған, ҡайһы ауылдаштары тураһында “хәстәрлек” күрергә кәрәклеге тураһында яҙылған блокноты табылған, тинеләр. “Шәкировтар” тигән биттәр иң алда булған”, – тип, яңы урынға күсеп килгәс, ағаһы хәбәр ебәрҙе. Шул саҡ Рәшит ағаһының ғүмер буйына шулай уларҙың нәҫелдәренән үс алырға, яманлыҡ ҡылырға тырышыуына яуап итеп, бер яманлыҡ ҡылырға тырышмаһа ла, ирекһеҙҙән, теге саҡ үҙҙәрен ҡосаҡлап, илай-илай әйткән әсәһе һүҙҙәре иҫенә төшкәйне: “Аллаһ бар ул, балалар...”
“Халыҡ дошмандарын” фашлаусыларға ла ҡараш үҙгәргән осорҙа ауылдарында һуғышта һәләк булғандар менән бергә, репрессия ҡорбандары исемдәре лә мәрмәргә уйылған обелиск төҙөнөләр. Сәғит тә, туғандары ла ҡатнашты был изге эштә, аҡсалата ла өлөш индерҙеләр.
Хәҙер ул замандарҙан байтаҡ ваҡыт үтте, ҡыҙы кейәүгә сыҡты, улы ла әрмегә барып ҡайтты, өйләнергә йөрөй. Заһиҙә менән улар – өләсәй һәм олатай. Йәйҙәрен ял алып балалар ҡайтһа, ҙур итеп төҙөгән өй эсе шат, күңелле тауыштарға тула.
Ринат ШӘЙБӘКОВ.