Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Утын килтерҙек, ҡышҡа етер...”

Асҡын районының Петропавловск ауыл советы махсус хәрби операцияла хеҙмәт икән яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеүҙәрен дауам итә. Петропавловск ауылында йәшәгән Венера Исхаҡованың үтенесенә шунда уҡ иғтибар итеп, өс бала үҫкән ғаиләгә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләгәндәр, тип хәбәр итә “Аскинская новь”. –Яугир ғаиләләре беҙҙең айырым контролдә тора. Мунсаға йәки өйгә яғыу өсөн утын кәрәкһә, шунда уҡ ярҙам итергә ашығабыҙ. Был юлы Венераға бер машина утын килтерҙек. Уны Фидан Фәнзәүи улы Хөснөтдинов әҙерләне. Ярҙамсыл ауылдашыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ. Беҙгә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр, кемгәлер баҡсаһын һөрөргә, үлән сабырға, кемгәлер малға бесән килтерергә кәрәк. Улдары алғы һыҙыҡта Ватанды һаҡлаған ғаиләләргә ярҙам итеү – изге бурыс, - тип иҫәпләй ауыл советы биләмәһе башлығы Альберт Ҡәҙимов. Фото: https://askino.info/articles/svo/2024-11-20/pomoch-semie-boytsa-delo-svyatoe-4017152