Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Инвестиция проекттарын арттыралар

2024 йылдың 9 айында “Башҡортостан энергия һатыу компанияһы”нда (“ЭСКБ”) сәғәтенә 10,5 миллиард кВт, тауар ебәреү 48,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта предприятиеның генераль директоры Андрей Травкин аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында хәбәр итте. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. “ЭСКБ”ның клиенттары – бөтәһе 1,8 миллиондан ашыу кеше һәм 53 мең юридик берәмек. Компания республикала электр энергияһы баҙарының 50 проценттан ашыуын биләй. – Предприятиела электр энергияһын файҙаланыуҙың тотороҡло үҫеше теркәлә, был клиент базаһының артыуы менән аңлатыла, – тип билдәләне Андрей Травкин. – 2025 йылға тауар ебәреү прогнозы 80 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Йыл һайын уртаса үҫеш – 9,5 процент. Башҡортостанда электр энергияһына төп тариф - Волга буйы федераль округында иң түбәндәрҙең береһе. Ул сәғәтенә 4,36 һум\кВт тәшкил итә. “ЭСКБ” электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүгә, импортҡа бәйлелекте һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттарын әүҙем ғә

2024 йылдың 9 айында “Башҡортостан энергия һатыу компанияһы”нда (“ЭСКБ”) сәғәтенә 10,5 миллиард кВт, тауар ебәреү 48,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта предприятиеның генераль директоры Андрей Травкин аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында хәбәр итте. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. “ЭСКБ”ның клиенттары – бөтәһе 1,8 миллиондан ашыу кеше һәм 53 мең юридик берәмек. Компания республикала электр энергияһы баҙарының 50 проценттан ашыуын биләй. – Предприятиела электр энергияһын файҙаланыуҙың тотороҡло үҫеше теркәлә, был клиент базаһының артыуы менән аңлатыла, – тип билдәләне Андрей Травкин. – 2025 йылға тауар ебәреү прогнозы 80 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Йыл һайын уртаса үҫеш – 9,5 процент. Башҡортостанда электр энергияһына төп тариф - Волга буйы федераль округында иң түбәндәрҙең береһе. Ул сәғәтенә 4,36 һум\кВт тәшкил итә. “ЭСКБ” электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүгә, импортҡа бәйлелекте һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттарын әүҙем ғәмәлгә ашыра. 2024 йылға инвестиция программаһы күләме 2023 йылға ҡарата 160 процентҡа артҡан. Был электр энергияһын иҫәпләүҙең интеллектуаль системаһын булдырыу буйынса проектты финанслауҙың артыуына бәйле. Андрей Травкин шулай уҡ компанияның хәйриә эшмәкәрлеге һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, “ЭСКБ” хәйриә фондтары менән хеҙмәттәшлек итә, республикала инклюзив спортҡа булышлыҡ итә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөүҙе финанслай, имен булмаған ғаиләләрҙәге балалар өсөн приюттарҙы, интернаттарҙы һәм балалар йорттарын төҙөкләндереүҙә ҡатнаша, ә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә юлламалар бирә. Республика Башлығы “Башҡортостан энергия һатыу компанияһы” коллективына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.