Битең таҙа булһын тиһәң... Был ысул менән битте таҙартһаң, бер аҙнанан таң ҡалырһың: һытҡылар, ҡара нөктәләр юҡҡа сығыр, күҙәнәктәре таҙарыр. Ике ябай ғына аспиринға (һыуға һалып иретеп эсә торғаны түгел) бер нисә тамсы һыу тамыҙ. Ул гранулаланырға тейеш. 10 – 20 секундтан һуң бер балғалаҡ бал ҡушып яҡшылап болғатығыҙ. Әҙер массаны биткә һылап 10 минут көт. Унан битеңде һаҡ ҡына ыуала ла йыуып төшөр. Йыуғандан һуң йәһәт кенә тоник йәки дымландырыусы крем һөрт. Был битлекте күҙ тирәһенә һөртөргә ярамай! Уянғас та һыу эс Иртән уянғас уҡ сәй йәки кофе урынына бер стакан йылымыс һыу эсеүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ. Ярты сәғәттән иртәнге ашты ла ашарға мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, шыйыҡлыҡ аслыҡ хисен кәметә. Шулай уҡ көн дауамында балансланған туҡланыу режимын һаҡлаһаҡ, артыҡ килограмдар әкренләп кәмей, ә бер айҙан һуң ҡандағы шәкәр һәм ҡан баҫымы көйләнәсәк. Япон табиптары мәғлүмәттәре буйынса, ас ҡарынға һыу эсеү бер төн эсендә тупланған токсиндарҙы организмдан сығарырға ярҙам итә, матдәләр