Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Сауле Досжан Повесть Ауылдан сыҡҡан миллионер (башы)

ӘСӘҺЕН ЯҠЛАУСЫ
Ул тыуғас та, атаһы: “Мин уға Йомарт тип исем ҡушам”, – тине.
– Эй, атаһы, йомарт булыр өсөн, иң тәүҙә байырға кәрәк. ”Ә колхоз һарыҡтарын үрсеткән атаһынан ниндәй байлыҡ ҡалһын, бирергә бер нәмәһе лә булмайынса нисек ул йомарт булһын? – тип ҡаршы килде уға ҡатыны. – Байбул тип исем ҡушайыҡ, бай булһын.
Әммә атаһы әйткән һүҙендә ныҡ торҙо: ул ауыл советына барып, «Йомарт» тип яҙылған таныҡлыҡты алып ҡайтты.
– Ул йомарт буласаҡ! Быйылдан һарыҡтарым икешәрҙе бәрәсләйәсәк, мин иң яҡшы көтөүсе буласаҡмын, улым өсөн мал үрсетәсәкмен. Ул үҫкәс, мин ҡалдырған малдарҙы үҙе ҡараясаҡ, уларҙы үрсетәсәк һәм байып китер. Ул бай ғына түгел, ә йомарт бай буласаҡ. Туғандары өсөн уның өҫтәле һәр ваҡыт мул, мохтаждарға мәрхәмәтле, ауырыуҙарға ҡарата игелекле булыр. Ул асыҡ күңелле, йомарт, бай буласаҡ, – тине ул хыялға бирелеп. Ошонан һуң ул үҙенә көс өҫтәлгәнен тойоп, тағы ла тырышып эшләй башланы. Ҡайыштан ҡамсы, йүгән үреп, арҡан ишеп, үҙен үҙе дәртләндереп, уйҙарында киләсәккә сәйәх

ӘСӘҺЕН ЯҠЛАУСЫ

Ул тыуғас та, атаһы: “Мин уға Йомарт тип исем ҡушам”, – тине.
– Эй, атаһы, йомарт булыр өсөн, иң тәүҙә байырға кәрәк. ”Ә колхоз һарыҡтарын үрсеткән атаһынан ниндәй байлыҡ ҡалһын, бирергә бер нәмәһе лә булмайынса нисек ул йомарт булһын? – тип ҡаршы килде уға ҡатыны. – Байбул тип исем ҡушайыҡ, бай булһын.
Әммә атаһы әйткән һүҙендә ныҡ торҙо: ул ауыл советына барып, «Йомарт» тип яҙылған таныҡлыҡты алып ҡайтты.
– Ул йомарт буласаҡ! Быйылдан һарыҡтарым икешәрҙе бәрәсләйәсәк, мин иң яҡшы көтөүсе буласаҡмын, улым өсөн мал үрсетәсәкмен. Ул үҫкәс, мин ҡалдырған малдарҙы үҙе ҡараясаҡ, уларҙы үрсетәсәк һәм байып китер. Ул бай ғына түгел, ә йомарт бай буласаҡ. Туғандары өсөн уның өҫтәле һәр ваҡыт мул, мохтаждарға мәрхәмәтле, ауырыуҙарға ҡарата игелекле булыр. Ул асыҡ күңелле, йомарт, бай буласаҡ, – тине ул хыялға бирелеп. Ошонан һуң ул үҙенә көс өҫтәлгәнен тойоп, тағы ла тырышып эшләй башланы. Ҡайыштан ҡамсы, йүгән үреп, арҡан ишеп, үҙен үҙе дәртләндереп, уйҙарында киләсәккә сәйәхәт итте.
Их, бөтә хыялдар ҙа тормошҡа ашһа икән…
Йомартҡа биш йәш булғанда, атаһы көтөүҙә һалҡын алдырып, туберкулез менән ауырый башланы. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй: бер йылдан һуң ул ошо сирҙән яҡты донъянан китте. Ирен юғалтҡан әсәһе колхоздың малын дәүләткә тапшырҙы ла кешеләр араһында йәшәү өсөн ҡышлауҙан ауылға күсте. Ғүмер буйы йәйге һәм көҙгө көтөүлектәрҙә йәшәгән ата-әсәһе ауылда йорт һатып алыу тураһында уйламаған да. Хәҙер, ауыр хәлгә ҡалып, ауылға ҡайтҡас, туғандары тол ҡатын менән етем малайға хатта ихатаһындағы иң насар өйҙәрен дә бирергә теләмәне. Ҡайғыға батҡан әсә менән ул һарай ҡарауылсыһы өсөн төҙөлгән землянкаға һыйынырға мәжбүр булды. Ул ферма хужаһынан колхоздың арыҡ быҙауҙарын һәм һарыҡтарын ҡарарға һораны. Ферма янында ҡәберлектәр улар ҡараңғыла айырыуса ҡот осҡос булып күренә. Төндә әсәһе яурынына атаһының иҫке көпөһөн һалып, шарпылдап торған ҙур ирҙәр итектәрен кейеп аҙбарҙы ҡарап сыға, һауыттарға аҙыҡ һәм ҡара тоҙ һала, һыуҙы ауыр биҙрәләр менән ташый. Тик Таймаҫ исемле эт кенә, атаһы уны көсөк сағында уҡ алып килгән, был ҡайғыларға тоғро, йортто көнө-төнө һаҡлай һәм үҙ эшен бик яҡшы башҡара.
Улар өсөн иң ауыры – төн була. Әсәһе аҙбарҙар араһында йөрөй. Тайбас унан бер аҙым да ҡалмай, бер туҡтауһыҙ өрә, уны һәр ерҙә оҙатып йөрөй. Яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, улы: “Мин дә барайыммы?”– тип ялына. Уға әсәһе: “Ҡал, тағы ла ҡайҙалыр абынып йығылаһың!” – тип ҡәтғи әйтә. Әсәһе ҡайтҡас, улар майшәм эшләп, уны һарыҡ майы менән майлап, киске ашты ашайҙар. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә бүлмә мөйөшөндәге тимер мейес тишегенән ялтырап торған яҡтылыҡ ҡына уларға өмөт бүләк итә. Улар атаһы ҡалдырған бүре тиреһенән тегелгән юрғанға төрөнөп, мейес янында йоҡларға ята. Көн буйына өй эштәренән арыған әсәһе шунда уҡ әүен баҙарына китә. Тайбас, һарайҙы урап үтеп, тупһаны һаҡлай. Ҡайһы берҙә һыйыр мөңрәй, һарыҡтар баҡыра. Айһыҙ төндә, ут яҡтылығы һүнгән саҡта, зыяратҡа ҡараған бәләкәй тәҙрәнән зәңгәр-йәшел нурҙар балҡып торғандай тойола. Ошондай мәлдәрҙә әсәһе: "Биссмилла, биссмила”, – тип улын ҡосаҡлап, бишек йырын йырлай һәм уны йоҡларға һала. Бала сағында Йомарт әсәһенең был зәңгәр-йәшел яҡтылыҡтан ныҡ ҡурҡыуын күрә ине, һуңынан мәктәптә уҡығанда, ул ҡараңғыла был һөйәктәрҙән люминофор нурланыш булыуын белде. Әлбиттә, ҡәберҙәрҙән сыҡҡан был серле нурҙарға ҡарау ҡурҡыныс ине.
Ҡайһы ваҡыт ул әсәһе менән ауылдың берҙән-бер аҙыҡ-түлек магазинына йөрөй. Ул шаҡтай ғына алыҫ булғанлыҡтан, бәләкәй Йомарт арый торғайны. Ҡайтышлай әсәһе уны йыш ҡына арҡаһына йөкмәп ала. Үҫеп килгән малайҙы күтәреп йөрөү еңел түгел ине, шуға күрә әсәһе ишәк һатып алды ла инде. Хәҙер улар икеһе лә арымай ғына ауылға бара. Ишәк бик еңмеш, ауыл яғына барырға теләмәй, саҡ ҡына һуғып алаһың, ә өйгә ҡайтыу яғына булһа саба ғына.
Йомарт: “Ауыл халҡы ни тиклем бәхетле, уларҙың йорттары бар, баҡсаларҙа татлы алма, абрикостар үҫә”, – тип йыш уйлай. “Урам тулы балалар рәхәтләнеп уйнай. Уларҙың әсәләре бер-береһе менән һәр ваҡыт аралаша, күршеләр менән тәмле сәй эсә, – тип көнләшә. – Ә йорт һатып алыу өсөн беҙҙең атайыбыҙ юҡ. Шуға күрә беҙ ошо һарайҙа йәшәйбеҙ. Мин дә ошо балалар

кеүек уҡырға барһам, шул тиклем алыҫҡа нисек йөрөрмөн? Әгәр ишәгем менән барһам, уны ҡайҙа ҡалдырырмын? Ауыл янында ҡалдырһам, мин ҡайтҡансы берәйһе урлап ҡуйһа?! Һуңыраҡ, үҫкәс, трактор йөрөтәсәкмен күп аҡса эшләйәсәкмен. Аҙаҡ әсәйемә ауылда йорт һатып алам. Ул абрикостар, алма ағастары ултыртасаҡ. Мин уңыш йыйып алғансы, әсәйем күрше әсәйҙәр менән сәй эсәсәк, магазиндан төрлө нәмә һатып аласаҡ”.
Йомарттың маҡсаты – ошо һарайҙарҙан ҡотолоу һәм ауылға күсеп китеү, әсәһе – ҡатын-ҡыҙҙар менән, ә ул балалар менән рәхәтләнеп аралашыу. Уның әсәһе был ҡырағай ерҙә яңғыҙлыҡтан арыған, ул үҙе лә йонсоған.
Тик уларҙың эте Таймас ҡына бер нәмә тураһында ла уйламай һәм уға бындай ғазаптар ят. Уға тик мал көтөүе генә булһын, көнө буйы уларҙы ҡыуып сығара һәм кире ҡыуып килтерә. Йомартҡа уның эргәһендә йөрөргә, икмәгенең яртыһын бирергә кәрәк. Тайбасҡа башҡа бер нимә лә кәрәкмәй, сөнки ул бит эт!
Бер ваҡыт әсәһе йорт эргәһендәге һарайға ҡыҙыл тана алып ҡайтты.
– Зойка минең! Зойка минең! – тип һөйләнде әсәһе, муйынынан һыйпап.
– Әсәй, ә ул хәҙер бәләкәй генә аҙбарҙа йәшәйәсәкме? – тип һораны Йомарт.
– Эйе, балам. Зойка тиҙҙән быҙаулай. Һөт эсәсәкһең һәм ыуыҙ ашарың, – тине ул. Уның ауыр тормоштан йонсоған кәйефе күтәрелә күҙҙәрендә шатлыҡ ялҡыны барлыҡҡа килә.
Ошо көндән әсәһе Зойкаға йомшаҡ үлән килтерә башланы һәм балта менән ваҡлай. Ул аҙбарҙағы тишектәрҙе бөтәштерҙе һәм йылыта. Йомарт шулай уҡ әсәһе көткән яңылыҡты түҙемһеҙлек менән көттө, “Быҙау ҡасан тыуа?” – тип һораны ул. Бер төндә ул әсәһенең өйгә бер инеп, бер сығыуына уянып китте.
– Йомартым, ниңә торҙоң? – тине әсәһе.
– Әсәй, һин ҡайҙа киттең?
– Зойка быҙаулаған. Хәҙер һинең бәләкәй генә ҡыҙыл быҙауың бар, мин уны алып килермен, – тине ул һәм тағы ла сыҡты.
Был яңылыҡты ишеткәс, Йомартты йоҡо алманы. Ул толопҡа төрөнөп әсәһен көттө. Бер мәл ҡулына быҙау тотоп килеп ингән әсәһе күренде. Ул уны мейестең икенсе яғына һалды ла һәм утты тоҡандыра башланы.
– Нимә эшләп тораһың, ят. Иртәгә быҙауың менән уйнарһың, – тине улына.
Йомарт үҙ урынына барып ятты ла иртәгә ҡыҙыл быҙау менән уйнарға хыялланып, ә Тайбастың уларҙың артынан эйәрәсәген уйлап йоҡлап та китте.
Иртәнсәк күҙҙәрен асҡанда:
– Быҙауым, торҙоңмо? – тип ҡыҙыл быҙауҙы һыйпап яратҡан әсәһен күрҙе.
– Әсәй, ә ул йөрөй аламы? – тип һораны Йомарт, башын күтәреп, күҙҙәрен саҡ асып.
– Эйе, минең бәләкәсем, быҙауҙар шунда уҡ аяҡҡа баҫа. Әҙәм балаһы бер йәш тулғанда ғына тәүге аҙымдарын яһай. Бына, һинең быҙауың аяҡта тора!
Ысынлап та ҡыҙыл быҙауҙың буйы мейес бейеклегендәй генә, дүрт аяғы ла ҡалтырай, ә ыҫмала кеүек ҡара күҙҙәре Йомартҡа ҡарай. Әсәһе уны ҡулына алып ишеккә ыңғайланы.
– Әсәһенә имеҙергә алып барам. Тор, улым! – тип һөйләнде ул.
Ул көндө улар бал кеүек татлы ризыҡ ашаны. Уны ыуыҙ тип йөрөтәләр икән. Әсәһе аш ваҡытында улына был һөт ризығы тураһында һөйләне:
– Ыуыҙ яңы ғына быҙаулаған һыйыр һөтөнән әҙерләнә. Был һөт түгел, уны сәйгә ҡушып булмай. Һөттән ҡуйыраҡ. Төҫө һары, тәме әсе. Әсә һөтө менән туҡланған быҙау тиҙ үҫә һәм нығына. Әсәһенең ыуыҙын имгән бала ла көслө булып үҫә, – тип улына ыуыҙ һондо. – Беренсе быҙау тыуғас, кешеләр ыуыҙ бешереп күршеләрен саҡыра. Атайың иҫән саҡта беҙ ҙә күршеләребеҙҙе яҙғы көтөүлектәрҙән саҡырып, теләктәр әйтә инек: Хәҙер беҙ икәү генә, бөгөн ыуыҙ эшләйем дә иртәгә туғандарыбыҙға алып барырһың..
Төшкә табан әсәһе ишәк эйәрләй башланы һәм уға бәләкәй генә ҡамсы һуҙҙы:
– Йоматай, һин егет булдың! Юлда ишәгең өрөкп ҡурҡмаһын, ҡамсы менән һаҡ ҡылан, был ыуыҙҙы өләсәйеңә алып бар, – тине ул, тоҡсайҙы эйәргә бәйләп. Унан бер аҙ оҙатып барҙы ла ауылға юлды күрһәтте.
Эйәреп барған Тайбасҡа күрһәтеп:
– Әсәй, Тайбас минең менән барһын! – тине Йомарт.
Ә әсәһе:
– Ярамай, улым! Ауылға етеп барғанда бөтә эттәр ҙә ярһып һеҙгә өрә башлар. Ә ишәк артынан эт йүгермәйәсәк. Эт – эткә дошман! Һәр кем үҙенең көсөн күрһәтергә теләй, – тине, йүгәнде Йомарт ҡулына тапшырып.
Ишәк алдынан китеп барған Тайбас, ҡатындың саҡырыуына ҡапыл боролоп, уның артынан өйгә ҡарай эйәрҙе.
Йомарт ғүмерендә беренсе тапҡыр алыҫ юлға бер үҙе сыҡты. Ул теҙгенде ҡулына алғандан һуң, ике ҡулы

  • ла хәрәкәтһеҙ ҡалғандай тойолдо. Күҙҙәре ҙур юлға, ауыл яғына ҡарай йүнәлде. Улар соҡорҙар аша үткәндә ишәктең арҡаһы бөгөлдө. Бындай мәлдәрҙә Йомарт йығылмаҫ өсөн эйәренә ныҡ итеп тотонорға тырышты. Бер мәл уның күңелендә ҡурҡыныс уйҙар барлыҡҡа килде: "Әгәр ҡәберҙәр яғынан бүреләр өйөрө килеп сыҡһа? Теге ваҡыт әсәйем “күрше ауылда бер ишәкте бүре ашаған” тигәйне. Бүре ишәктең дошманымы икән? Кемдер артынан эйәргән кеүек тойола, ул артына боролоп ҡарарға теләй ҙә һуң, әммә ҡурҡа. Уның йөрәге дарҫлап тибә, ул ишәкте туҡмай. Хужа туҡмаған һайын, ишәк бөтә көсөнә сапты.
    Шулай итеп, ул олатаһының өйөнә килеп етте. “Эй, Жибектең улына ҡарағыҙ, ул ҡурҡмай, ҡәбер яғынан бер үҙе килгән. Эй, минең батырым!” Өләсәһе уны ҡаршы алырға сыҡҡанда, Йомарт был йорттоң балалары алдында ғорурланып бөтә алманы. Үҙен шәп кеше ҡиәфәтендә күрһәтеп, ул ишәктән төштө лә, уны ҡоймаға бәйләп, әсәһе биргән тоҡто алды һәм өләсәһенә тапшырҙы. Әсәһенең беренсе йомошон үтәп, Йомарт ҡояш байыған мәлдә һарайға имен-аман ҡайтып инде. Уны беренсе булып Тайбас күрҙе. Эт алыҫтан ишәккә ултырған хужаһын танып, уға ҡаршы сапты.
    – Тайбас! Тайбас! – тип ҡысҡырҙы Йомарт. "Ул ир-ат булып етте”. Олатайҙарының маҡтауынан күңеле булған Йомарт үҙ-үҙенән ҡәнәғәт һәм ғорур ине. Ул әсәһе янына ашыҡты.
    Ниңә әсәйем күрмәй? Ул ишәкте аҙбар ҡоймаһына бәйләп ҡуйҙы ла өйөнә йүгерҙе. Туҡыма тоҡсайҙа өләсәһе биргән күстәнәстәр. Ул әсәһенән күстәнәс тапшырыуына, ауылдан үҙе лә туғандарынан күстәнәс менән ҡайтыуына сикһеҙ шат ине. Берҙән-бер бүлмәнең шығырлап торған ағас ишеген асып:
    – Әсәй! – тип ҡысҡырҙы.
    Шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Өйҙә ҡараңғы, бер йән әҫәре күренмәйсе. Ҡурҡып ҡарап торҙо ла ул тағы урамға сыҡты. Моғайын, ҡыҙыл тана янындалыр тип уйлап, бәләкәй генә һарайға йүгерҙе. Ҡабаланып йүгереп һөрлөгөп барып төшкәнен дә һиҙмәй ҡалды, ҡулындағы тоҡсайы әллә ҡайҙа барып төштө... Ул тағы ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙе:
    – Әсәй?!
    – Нимә, ҡолонсағым! – Аҙбарҙан сығып барған Йомартты күргәс, шатлығынан: – О, Хоҙай биргән, бергенәм! Ҡайттыңмы? – тине лә улына табан атланы.
    Әсәһе улын ҡосаҡлап алды. Әсәһенең ҡабатланмаҫ еҫе уның танауына үтеп инеп, тәнен тынысландырҙы, йәнен иретеп ебәрҙе. Бәләкәй ҡулдары менән уны күкрәгенә ҡыҫып, ныҡ ҡосаҡлап, ебәрмәй торҙо. Ҡулын бер аҙға ғына ысҡындырһа ла уны юғалтыр кеүек тойолдо. Әсәһе уның көн һеңгән башын еҫкәп туя алманы.
    – Йоматай, яҡшы яңылығым бар, әле генә ҡара быҙау ҙа тыуҙы, – тине әсәһе.
    – Майка?! – тип ҡыуанды Йомарт.
    – Әсәһе ҡыҙыл һәм ҡара тананы Зойка менән Майка тип атаған. Ике һыйыр ҙа колхоздыҡы булһа ла, әсәһе уларҙы үҙенеке кеүек ҡарай. Ә хәҙер, Майканың ҡара быҙауын таҙартып, уны өйгә индерергә йыйына. Йәйгеһен әсәһе ике һыйыр һауып ҡорот эшләй, май бешә. Уларҙы ауыл магазины һатыусыһы булған ҡәйенһеңлеһе менән һөйләшеп, майҙы һатып, аҡса йыя. Йомарт үҙенең ишәгендә йыш ҡына шунда барып ҡайта. Дарый әбейгә май, ҡорот алып бара. Ул биргән аҡсаны кеҫәһенә һалып, уны булавка менән ҡаҙап ҡуйып, әсәһенә алып ҡайтып бирә.
    Бер көндө ул магазиндан шәп кәйефтә ҡайтты. Тик Тайбас ҡына күренмәйсе. Ишек алдында бригадирҙың ҡара айғыры бәйле тора. Бәләкәй генә һарай алдында бәләкәй буйлы бригадир әсәһенә ҡысҡыра, ҡулындағы ҡамсыһы менән һелтәнә. Әсәһе башын түбән эйеп илай.
    – Ни өсөн һин колхоз малын үҙ файҙаңа файҙаланаһың? Һеҙ ҡорот, май һатып аҡса эшләйһегеҙ! Мин һине сауҙагәр, спекулянт булараҡ ҡулға аласаҡмын! Төрмәлә серетәм! Балаң менән бергә ебәрәм. – Ул бәләкәс кенә күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп, әсәһенә ташланды.
    Малай ҡурҡыуынан тиҙ генә ишәктән төштө лә уларға табан йүгерҙе: "Әсәйемде туҡмама!”– тип ҡысҡыра-ҡысҡыра бригадирҙың салбарына йәбеште, ҡулынан ҡамсыны тотоп алырға маташты.
    – О, бүре балаһы! Һин нимә?! – Бригадир әсәһенә һуҡҡан ҡамсыһы менән Йомарттың арҡаһына һыҙырып-һыҙырып ебәрҙе.
    Улының ҡысҡырған тауышынан аңына килгән әсәһе ҡапыл ирҙең яғаһынан тотоп алып ергә алып бәрҙе. Шул мәлдә ишек алдында ауыл советы машинаһы килеп туҡтаны ла унан ике ир сыҡты. Уларҙың көрмәкләшеүен күреп, яндарына йүгереп килде лә:
    – Эй, эй, туҡтағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. Яҡыныраҡ килгәс, ул ҡатындың ирҙе тотоп алыуын күрҙе.

Жибекжан, һин нимә? – тип ҡысҡырҙы ул.
– Мин һиңә етем кешене нисек һанға һуғырға күрһәтермен! Һин минең баламды туҡмағанда ҡарап торор тип уйлағайныңмы? – тип ҡысҡырҙы әсәһе һәм уны нығыраҡ ҡыҫты. Уның аҡ яулығы башынан шыуып төштө. Икенән үрелгән сәсе, таралып төшөп, бригадирҙың йөҙөнә һуҡты.
Ауыл советы рәйесе, ир менән ҡатын араһындағы һуғышты айырып:
– Һеҙгә нимә булды, бала алдында оялмайһығыҙмы? – тине.
– Был таҙ етем малайҙы туҡманы, уның арҡаһында сыбыртҡы эҙҙәре бар! – Әсәһе уларҙың иғтибарын Йомартҡа йәлеп итергә тырышып, хатта бригадирҙың “һин май һатаһың, төрмәлә серетәм” тигән янауҙарын да онотто.
Машинанан сыҡҡан икенсе кеше – Муҡан, Йомарттың атаһының алыҫ туғаны ине. Ул килененең һүҙҙәрен ишеткәс:
– Эй, әҙәм аҡтығы! Ағайымдың берҙән-бер вариҫын туҡмау өсөн һин кем әле?! Үҙең коммунист бит әле! Хәҙер мин партия йыйылышын үткәрәм, етемгә ҡул күтәргәнһең, тол ҡатынды иларға мәжбүр иткәнһең, – тип ул бригадирға ташланды. Ауыл советы рәйесе уны саҡ тотоп ҡалды.
“Бындай бәләгә ҡайҙан юлыҡтым?” Ҡото осҡан бригадир, бер ни әйтә алмайынса, атына ултырып сапты. Йомарт әсәһенең бригадирҙың яғаһынан эләктереп алыуын күргәс, уға ҡамсы менән һуҡҡанын да онотоп, шулай уҡ туғанының уларға ярҙам итеүенә шатланып бөтә алманы.
Әсәһе ерҙә ятҡан яулыҡты табып башына ябынды ла:
– Ағай, ғәфү итегеҙ, – тип илап ебәрҙе. Һуңынан тубыҡланып, ҡайнағаһы менән иҫәнләште.
– Рәхмәт, аҡыллым! Был нимә булды? – тип һораны ир, килененә ҡарап.
Әсәһе улының күлдәген күтәреп, ҡамсы эҙен иргә күрһәтте. Малайҙың арҡаһы ҡып-ҡыҙыл, шешкән ине.
– Мин барыһын да парткомға һөйләйәсәкмен. Ялыу итегеҙ. Ҡыҙыл билетты кире ҡайтарһын! – Туғаны бик ныҡ асыуланды.
– Яҡшы тормоштан мин зыярат янында малдар менән йәнәш йәшәйем тип уйлайһығыҙмы? Ирем һарыҡ көтөүе тип йөрөп үлде. Беҙгә йәшәргә урын юҡ, баш өҫтөндә ҡыйыҡ юҡ, мин улым менән тереклек итәм ошонда. – Әсәһе илай ине.
Килененең бөтә һөйләгәндәренән һуң, туғаны бик ныҡ асыуланды:
– Эй, ауыл советы! Һин был ерҙең хужаһы түгелһеңме ни?! Ни өсөн һеҙ колхоз тип үлгән көтөүсенең ғаиләһен ошонда тормошта йәшәргә мәжбүр итәһегеҙ? Иртәгә район комитетына барам!
Үҫкәс Йомарт әсәһенә бер кем дә һуғырға баҙнат итмәҫлек көслө булырға тейешлеген аңланы. Һәр хәлдә, үҫкәс, ул бригадирҙан әсәһе өсөн үс аласаҡ.
Был шау-шыу бригадирҙың унан әсәһе­нән ғәфү үтенеүе менән тамамланды... Ауыл советы, партия комитеты һәм колхоз рәйесе йыйылыш үткәреп, уларға ауыл ситендә кирбестән төҙөлгән йорттан ике бүлмәле фатир бирергә тигән ҡарар сығарҙы. Ул әсәһе менән йортто тыштан буяп аҡлағас, ҡупшы ғына өйгә әйләнде. Мал-тыуар өсөн ҡамыштан һарай ҙа эшләп ҡуйҙылар.
Йомарт был йортҡа күсеүҙәренә ҡыуанып бөтә алманы, сөнки хәҙер уға мәктәп яҡын буласаҡ, тиҙ генә барасаҡ та етәсәк. Улар үҙҙәре менән Тайбас менән ишәкте лә алды. Әсәһе май һатып алған аҡсаға орғасы быҙау ҙа алды.
– Ул үҫкәс, быҙауы булыр. Шул саҡта һин рәхәтләнеп ыуыҙ ашарһың, һөт эсерһең, – тине әсәһе. Ул тағы ла биш-алты бәрәс һатып алды.
Йәйгеһен Йомарт әсәһе менән ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләне.
– Бына, хәҙер беҙҙең дә, бөтә кешенеке кеүек, үҙ йортобоҙ бар! Һин егет булдың, миңә ярҙам итәһең! – Әсәһе маҡтаған һайын, малай үҙен бәхеттең етенсе ҡатында тойҙо, кәйефе күтәрелде.

Мәктәп буҫағаһы аша атлағанда

Йәй еткәс, әсәһе:
– Көҙөн һин мәктәпкә бараһың, беҙгә әҙерләнергә кәрәк, – тине Йомартҡа.
Мәктәпкә кәрәк-яраҡ алыу өсөн бер һарыҡты һатты. Көндәрҙең береһендә, колхоз эшенән бушағас, улы менән район үҙәгендәге әйбер баҙарына юлланды. Йомарттың шул тиклем күп кеше йыйылған бындай баҙарҙы күреү түгел, хатта ишеткәне лә юҡ ине. Өҫтәлдәр рәт-рәт итеп ҡуйылған, уларҙа төрлө туҡымалар ята, өҫкә матур кейемдәр эленгән, өҫтәл аҫтында аяҡ кейеме теҙелеп ҡуйылған.
Әсәһе барыһын да һорай, һәр нәмәне ҡулына ала, ә һуңынан улын үҙе менән алып, артабан ҡарай. Икенсе рәттәрҙә китаптар һәм дәфтәрҙәр, мәктәп кәрәк-яраҡтары өсөн сумкалар, уларҙы арҡала йөрөтөргә, ҡулда тоторға мөмкин. Ҡыҙыл-йәшел ҡәләмдәр, шулай уҡ уҡыу өсөн тағы әллә нимәләр, уларҙың исемдәрен хатта Йомарт белмәй ҙә. Әсәһе бөтә баҙар кәштәләрен урап сыҡҡас, тағы баяғы урынға килеп,

Малай асыҡҡайны. Әсәһе буш өҫтәл янына килеп әйберҙәрен ултырғысҡа ҡуйҙы ла:
– Мин ашарға алып киләм, ә һин был әйберҙәрҙе ҡарап тор, – тип, кешеләр сыҡҡан урынға инеп китте.
Бер аҙҙан ул тулы батмус менән килде. Икеһе лә ныҡ асыҡҡайны, шым ғына ашай башланылар. Ашап туйғас, әсәһе:
– Йоматай, һин ҙур егет булдың хәҙер, яҡшы уҡы. Һин һатыусының нимә тип әйткәнен ишеттең бит: уҡыу бик кәрәк. Һин уҡы! Һәм яҡшы уҡы. Беҙ уҡымағанға ла атайың менән һарыҡ көтөүе артынан йүгерҙек. Һин уҡып, начальник булып, матур сумка йөрөтөргә тейеш! – тине. Уның тауышы, “был һүҙҙәрҙе онотма” тигәндәй, ялбарыулы сыҡты.
Әсәһенең үтенесен аңлаған малай:
– Әсәй, мин яҡшы уҡырмын, начальник булырмын! – тип ҡәтғи әйтте. Әйтерһең дә, ул был һүҙҙәрҙе күптән өйрәнгән.
– Амин! Маҡсатыңа иреш, – тине әсәһе ҡәнәғәт ҡараш менән.
Улар яҡшы итеп тамаҡ туйҙырып, ял итеп алғас, автобусҡа билет алды. Ултырғыс аҫтына тоҡсайҙарҙы тығып, уңайлы итеп ултырҙылар. Бына ул әсәһе янында тәҙрәнән тирә-яҡты күҙәтеп килә. Иңгә-иң терәшеп торған бейек тауҙар, әйтерһең дә, йүгереп, автобустары менән ярыша. “Ниндәй бөтмәҫ-төкәнмәҫ тауҙар. Их, шуларҙың башына менергә ине!” Ул хыялға бирелә-бирелә ҡояш нурҙарына иҙрәп йоҡлап киткәнен дә һиҙмәне.
– Йомарт, тор! Ҡайтып еттек. – Малай әсәһенең тауышына уянды.
Әсәһе көнө буйы колхоз эшендә йөрөп, төндә һуң ғына ҡайта. Йомарт самауырҙы ҡайнатып көтөп тора. Бәләкәй балта менән мейескә утын ҡырҡып ала. Унан ҡаҙанға һыу ҡойоп, ут тоҡандыра, әсәһенә йыуыныу өсөн һыуҙы йылыта. Әсәһе уны һәр ваҡыт “шырпы менән һаҡ бул" тип киҫәтә. Ҡайһы берҙә әсәһе ҡаҙанға йоҙроҡ ҙурлығындағы ит һалып, һыу ҡоя ла уға көндөҙ утты тоҡандырырға ҡуша. Ошо эштәр менән мәшғүл булып, ул бүтән балалар кеүек иркенләп уйнай ҙа алмай. Күрше балалар убаға менеп уйнайҙар. Ишәк сабыштары үткәрәләр, әтәс һуғыштары ойошторалар, төнгә тиклем өйҙәренә инмәйҙәр. Ҡайһы берҙәренең ҡаланан ағалары алып килгән велосипедтарында ярышалар. Улар ут тоҡандырыу, һыу йылытыу түгел, хатта уйындан ҡайтҡас, әҙер һыу менән дә йыуынып тормай карауаттарына ҡолай. Уларҙың әсәйҙәре, апай-һеңлеләре ашарға әҙерләй, ә өләсәйҙәре: "Аҡыллым, ошоно аша инде!” – тип ялына.
Бына йәй ҙә тамамланды, көҙ етте. Йомарттың тормошондағы иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе – беренсе уҡыу көнө яҡынлашты. Әсәһе Йомарттың мәктәп кейемдәрен үтекләп, ултырғыстың артына элеп ҡуйҙы. Көндөҙ күршеһе Адилкан ағай сәсен киҫте. Элек уны бритва менән ялтас итеп ҡырып ташлаһа, бөгөн:
– Йомарт, һин хәҙер егет булдың, – тип сәсен зырылдап торған машинка менән матур итеп алды.
Өйгә ҡайтҡас, ул көҙгөлә сәстәре матур итеп ҡырҡылған һәм йылмайып торған ҡара малайҙы күрҙе.
Малай тәүге көндө, рюкзакты алып барырғамы икән, унда ниндәй китап һалырға икән, тигән уйға ҡалды. Әсәһенең аҡылы етеп, шул уҡ көндө уҡытыусы булып эшләгән олатаһының килене Ырысалдыға барҙы. Баҡтиһәң, беренсе көндә бер нәмә лә алырға кәрәкмәй, тик мәктәп формаһында сәғәт унға тиклем килергә кәрәк.
Ул көндө әсәһе иртүк тороп казанжапай бешерҙе. Йомарт эҫе икмәкте май яғып ашап, сәй эсте лә матур кейемдәрен кейә башланы. Әсәһе уның нисек ҡупшы итеп кейенгәненә ҡыуанып ҡарап торҙо.
– Һинең уҡытыусыңа, моғайын, сәскәләр кәрәктер, – тине ул һәм ихаталағы йәй буйына ҡараған алһыу сәскәләрҙе ҡырҡып, ялтырап торған ҡағыҙға төрөп, матур букет эшләне.
Ҡара костюм, аҡ күлдәк, ҡара туфли кейеп, ҡулына ҡыҙыл-һары төҫтәге букет тотҡан Йомарт әсәһе менән мәктәпкә китте. Мәктәп алды уның йәштәге балалар, үҫмерҙәр менән тулы ине. Ата-әсәләр, уҡытыусылар бер-береһен сәләмләй. Ҡапыл ҡыңғырау шылтыраны. Төрлө яҡтағы кешеләр ишек төбөндә йыйылды. Ырысалды апай уларҙы күреп ҡалды ла ҡулын болғап үҙенә саҡырҙы. Уны күреп ҡалған әсәһе Йомартты уның яғына алып китте. Ырысалды апаһы уның тиҫтерҙәрен, уларҙың ата-әсәләрен йыйып:
– Балалар, мин һеҙҙең беренсе уҡытыусығыҙ буласаҡмын! Һеҙ мине “апай” тип атарһығыҙ, – тине.
Улар ауылға күптән түгел генә күсеп килгәнлектән, күптәрҙе белмәй ине. Бөтә ауылда иң яҡын туғаны – олатаһының йорто. Әсәһе һәр ваҡыт: «Минең бөтә ғаиләм белемле, бер киленем – уҡытыусы, икенсеһе – табип, ә ағайым – бухгалтер», – тип маҡтанды.

Йомартҡа ҡара костюм, аҡ күлдәк һайлап алды. Ул шаршау артына инеп, бөтә кейемде кейеп ҡарай башланы, тик салбар балаҡтары оҙон булып сыҡты.
– Эй, ҡыҫҡартырға мөмкин, бала тағы ла үҫә, оҙонораҡты алыу яҡшыраҡ, – тине.
Костюмдың еңдәре лә оҙон булып сыҡты. Һатыусы ла нимә әйтергә кәрәклеген таба.
Әсәһе:
– Йомарт, һин бит үҫәһең, – тигәнгә, малай, үҙен инде өлкән кеше итеп тойоп, башын һелкте. Тағы ла салбар костюмы бик оҡшаны, ауыл советы рәйесенекенә оҡшап тора. Күлдәге лә аҡ, матур.
Әсәһе:
– Ике күлдәк бирегеҙ, уларҙы алмаш-тилмәш кейәсәк, – тигәс, ул шатланып, ҡулдарын сәпәкәйләй башланы. Уның ҡара туфлийы, кедаһы ниндәй матур!
Ахырҙа ул әсәһе менән сумкалар, китаптар, дәфтәрҙәр һатылған урынға китте. Наҙан, ярлы ҡатын беренсе класҡа барған балаға ниндәй әйберҙәр кәрәклеген ҡайҙан белһен инде. Ул һатыусынан:
– Һеңлем, быйыл балам мәктәпкә барасаҡ, уға кәрәкле китаптар, дәфтәрҙәр бирегеҙ әле, – тине ялбарып.
Ҡаштары буялған, сәсе заколка менән йыйып ҡуйылған һәм күршенең ҡыҙы һыйыры кеүек йәйелеп киткән һимеҙ ҡатын бик тәкәббер булып сыҡты, хатта иҫәнлекте лә алманы. Әйтерһең дә, ул һатыусы түгел, ә колхоз идарасыһының ҡатыны.
– Ниндәй мәктәпкә бара? – тип һораны саҡ ишетелерлек итеп.
– Беренсегә... беренсегә бара, – тине әсәһе.
– Ниндәй мәктәпкә бара, тип һорайым. Урыҫ, ҡаҙаҡ йәки уйғыр мәктәбенәме? – тип ҡысҡырҙы һатыусы.
– Ул ҡаҙаҡ улы, – тине әсәһе һәм ҡаҙаҡҡа оҡшағанмы тигәндәй, Йомартҡа ҡарап ҡуйҙы.
Бәләкәй, ҡармаҡ танау осо тирләп киткән ҙур башлы Йомарт тирә-яғына аптырап ҡараны. Башындағы зәңгәр козыректан ҡолағы тырпайып тора. Баҙарға барыу хөрмәтенә кейгән зәңгәр күлдәгенең өҫкө төймәләре асыҡ, ә нәҙек муйыны тағы ла оҙонораҡ күренә. Турғайҙыҡы кеүек ялтырап торған күҙҙәре менән ул дәү, ерән ҡатынға ҡарай.
– Ярай, тимәк, ҡаҙаҡ класына, – тине лә ул шаршау артына инеп китте. Бер аҙҙан китаптар, дәфтәрҙәр алып сыҡты.
– Был китап менән дәфтәр беренсе класҡа яҙыу, мәсьәләләр сисеү, һүрәт төшөрөү өсөн. Һеҙгә тағы ручка, төҫлө ҡәләмдәр, буяуҙар кәрәкме? – тине ул.
– Кәрәк булған бөтә нәмәне бир, ҡәҙерлем. Беҙ магазин булмаған таулы ерҙә йәшәйбеҙ. Кәрәк-яраҡтарҙы ҡапыл ғына таба алмаҫбыҙ, – тине әсәһе.
Һатыусы шаршау артына инеп, тағы бер нисә әйберҙе сығарҙы:
– Сумка кәрәкме? – тип һораны ул нескә тауыш менән. Ул, күрәһең, арығайны.
Йомарт арыған ҡыҙыл йөҙлө ҡатынға ҡарап: “Минең әсәйем биш-алты китап ҡына түгел, быҙауҙарҙы, һарыҡтарҙы, кәзәләрҙе аҙбарҙан өйгә һөйрәп алып ингәндә ых та итмәй”, – тип уйлап, әсәһенең көслө булыуы менән ғорурланып ҡуйҙы.
– Әлбиттә, кәрәк! Йоматай, ниндәй сумканы алаһың? – тип улына ҡараны.
Йомарт алға ынтылды, ниһайәт, уға үҙенә нимәлер һайлап алырға рөхсәт итәләр. Ул мәктәптән рюкзактар менән ҡайтып килгән ауыл балаларына көнләшеп ҡарай ине. Малай үҙ-ара көрәшеп ҡайтҡан балаларҙы күҙ алдына килтерҙе. Ә сумка менән йөрөгәндәр көрәшер алдынан уны юл ситендә ҡалдыра, ә һуңынан эҙләп бер булалар. Ул шунда уҡ:
– Рюкзак, – тине.
– Нимә? – тип аптырап һораны әсәһе, уға ҡарап.
– Рюкзак кәрәкме? – тине ерән ҡатын, өҫкә беркетелгән сумканы ырғаҡ менән төшөрөп.
– Арҡаға аҫып йөрөй торған сумкамы? – тине әсәһе үҙ телендә, уның әллә күпме кеҫәләренә ҡарай-ҡарай. Ниңә һиңә, ағайың кеүек, сумка һатып алмаҫҡа? – тине ул, өҫкө ҡаттағы портфелде күрһәтеп.
– Был бит портфель! Уны начальниктар ғына йөрөтә, – тине тәкәббер һатыусы, уның әсәһен мыҫҡыл итеп.
– Минең улым да уҡыясаҡ, начальник буласаҡ, – тип әсәһе уға ҡаршы яуапланы.
Ысынлап та, әсәһенең үҙ һүҙлелеге бар, ул, кәрәк саҡта үҙ фекерен әйтә белә.
Һатыусы әйберҙәрҙе өндәшмәй генә рюкзак эсенә тултырҙы, счет менән иҫәпләп хаҡты әйтте.
– Бәләкәй баланың әйберҙәре шул тиклем ҡиммәт торамы? – тип ғәжәпләнеп һораны әсәһе.
– Эйе! Белем алыу бик мөһим, шуға күрә кәрәк-яраҡтар ҙа ҡиммәт, – тине ерән күҙен дә йоммай.
Һатыусы менән бәхәсәләшеү бер ни ҙә бирмәйәсәген аңлап, әсәһе шым ғына аҡсаһын сығарып бирҙе лә сумкаһын алып ситкә китте. Йомарт аяҡ кейемдәре һалынған тоғон тотоп әсәһенең артынан эйәрҙе. Улар баҙарҙың икенсе яғындағы бинаға инде. Эстә кеше күп ине. Ишек эргәһендә үк танауға тәмле еҫтәр килеп бәрелде.

Уҡытыусы килене Ырысалды ине.
Атаһының берҙән-бер туғаны Муҡан бабай әсәһен бригадирҙан яҡлашып, уларға өй алып биреү өсөн тырышты. Баштарына бәлә килгәндә ярҙам иткән был кешене туғаны тип һанай, һәр осрашҡан һайын Йомарт уның менән ҡул биреп күрешә. Әле лә:
– Һин Жолдыбайҙың улымы, Йомартмы?! – тип дәртләндереп ебәрҙе.
Әсәһе ҡайнағаһы менән һәр ваҡыт баш эйеп иҫәнләшә. Бер ваҡыт өләсәһе быны күреп ҡалды ла:
– Жибек, ире үлгән ҡатын былай иҫәнләшергә тейеш түгел, ул кейәүгә сыҡмаған тип иҫәпләнә, – тине ул әсәһенә.
– Минең Жолдыбай үлмәгән! Һәм уның вариҫы булғанға тиклем үлмәйәсәк! Был кеше Жолдыбайҙың берҙән-бер туғаны, – тип иланы ул. Шул ваҡыттан алып малай Муҡан бабайҙы тағы ла нығыраҡ ярата башланы.
Ҡайһы берҙә ул атаһын һағына. Атаһы үлгәндә уға биш кенә йәш ине. Ул ябыҡ атаһының йәйләүҙәге тирмәгә иңкәйеп йә инеп, йә сығып йөрөгәнен хәтерләй. Ул үҙенең ҡояштан ҡыҙған ҡулдары менән сәсһеҙ башын һыйпап әсәһе менән һөйләшә. Һуңыраҡ, атаһы ауырый башлағас, Йомартты үҙенә саҡыра, башын һыйпай, маңлайынан еҫкәй торғайны.
Шулай итеп, Йомарт Жолдыбаевич беренсе класта хәрефтәрҙе өйрәнде. Исемдәрҙе еңел генә хәтерендә ҡалдырып, тиҙ генә отоп алһа ла, тәүге тапҡыр ручка тотҡанда бармаҡтары бөгөлмәй аптыратты. Ҡайһы бер балалар бөтә нимәне белә, хәрефтәрҙе яттан белә, хатта уларҙың яҙыуы ла матур. Баҡтиһәң, уларға хәрефтәрҙе мәктәптә уҡыған ағайҙары, апайҙары өйрәтә икән. Хатта күршеләрҙең балалары уйнағанда ла Йомартты саҡырмайҙар, сөнки уларҙың һәр береһе үҙенең ҡустыһы йәки һеңлеһе менән уйнай. Йомарт: "Шейшен менән Бейшенға рәхәт, уларҙың һеңлеләре бар, бергә уйнайҙар. Ни өсөн мин яңғыҙ, минең менән бер кем дә уйнамай, бер кем дә мине уҡырға өйрәтмәй», – тигән ҡайғылы уйҙарға бата. Эштән арып ҡайтҡан әсәһе: “Уҡыуың нисек? Дәрестәреңде эшләнеңме?“ – тип һорай ҙа шуның менән вәссәләм.
Әлбиттә, ул уҡыясаҡ! Башҡаса нисек булһын!
Йомарт айырыуса Әсә теле менән математика фәндәрен ярата. Һандарҙы таный, йөҙгә тиклем һанай белә. Йыр дәресе, физкультураны ла ярата. Ә өйҙә һарыҡтарҙы, быҙауҙарҙы ашата, эсерә, әсәһе ҡайтыуға сәй ҡайната, мейескә ут яға. Өй эштәренән бушай алмай, балалар менән уйнай алмаһа ла, мәктәптә ныҡ оҡшай уға.
Бер ваҡыт Ырысалды апай: “Йомарт, иртәгә әсәйең миңә килһен”, – тине. Быны ул әсәһенә әйткәс:
– Эй, йүнһеҙ, һин, моғайын, мине яҡшы уҡыйым, тип алдағанһыңдыр, ә үҙең өлгәшмәйһеңдер. Уҡытыусы атай-әсәйҙәрҙе балаһы тәртипһеҙ, насар уҡыһа йәки берәйһе менән һуғышһа ғына саҡыра, – тип унан һорау ала башланы.
– Юҡ, әсәй, мин бер кем менән дә һуғышманым. Дәрестәрҙе эшләйем, – тип Йомарт аҡлана башланы.
Шуға ҡарамаҫтан, әсәһе йоҡлап киткәнсе кәйефһеҙ йөрөнө. Иртәгеһенә ул үҙе улы менән бергә мәктәпкә китте. Бик иртә килгәнлектән, улар уҡытыусыны, башҡа балаларҙы көтә башланы.
– Һин ҡайҙа ултыраһың? – тип һораны әсәһе.
– Ошо партала.
– Һинең яныңда кем ултыра?
– Сайра.
– Ул кемдең ҡыҙы?
– Белмәйем, уның исеме Сайра, – тип ҡабатланы ул.
Йомарт әлифбаны, яҙыу дәфтәрен өҫтәлгә сығарып һалғас, әсәһе дәфтәрҙе асып ҡараны һәм тигеҙ итеп яҙылған матур хәрефтәрҙе күрҙе. Һуңынан әлифбаны асты ла хәрефтәрҙе һорай башланы. Йомарт бөтәһен дә дөрөҫ әйтте.
– Һин бит бөтәһен дә беләһең, яҙыуың тигеҙ. Ни өсөн мине саҡырҙылар икән? Моғайын, һин нимәнелер йәшерәһеңдер...
Класҡа балалар килә башланы, барыһы ла уның әсәһе менән матур итеп иҫәнләште. Сайра ла килгәс, Йомарт янына килеп ултырҙы.
Әсәһе унан:
– Һин кемдең ҡыҙы? – тип һораны.
– Жалалдың, – тине Сайра, әсәһенең күҙҙәрен тура ҡарап.
– Ниндәй Жалалдың?
– Йылҡы ҡараусы.
– Ә-ә-ә.
Шул мәл класҡа журнал менән сумка тотҡан Ырысалды апай килеп инде. Балалар урындарынан тороп, хор менән уны сәләмләне. Ошо мәлдә уҡытыусы Йомарттың әсәһе урынынан ҡалҡыуын күрҙе лә:
– Апай, килеп яҡшы иттегеҙ, – тине матур итеп йылмайып.
– Нимә булды? Йомарт берәй эш боҙҙомо әллә? – тип һораны әсәһе, түҙемһеҙләнеп.
– Юҡ, Йомарт – өлгөлө уҡыусы. Мин һеҙҙе бер эш буйынса саҡырҙым, әйҙәгеҙ, сығайыҡ әле, – тине лә ул ишеккә табан ыңғайланы.
Улын маҡтағаны өсөн әсәһенең кәйефе бер аҙ күтәрелде, ул уҡытыусы артынан эйәрҙе. Уҡытыусы йылмайып, мәктәп йыйыштырыусыһы пенсияға сыҡҡанын, директор менән һөйләшеп, урынына уны эшкә алыуын һөйләне. Ул үҙе ғариза яҙырға тейеш икән, шуға саҡырғандар. Директор риза булып, уға киләһе ай башынан эшкә сығырға ҡуштылар.
– Һин яҡшы уҡыйһың, тип әйттеләр, ҡыуандым. Мин хатта һин кем менәндер һуғышҡанһыңдыр, тип уйлағайным... Үҙең бер кемде лә туҡмама, әгәр ҡул күтәрһәләр, ҡарап торма! – тине әсәһе ул көндө Йомартҡа.
Әсәһенең был һүҙҙәрен иҫенән сығарманы Йомарт.
Бөтә балалар ҙа мәктәптән үҙәк урамдан ҡайта. Көндәрҙең береһендә мәктәптән ҡайтышлай Имаш менән Кайраш уға бәйләнә башланы: “Ниңә һин беҙҙең урамдан киләһең? Һинең өйөң ауыл ситендә урынлашҡан, һин дә ситтә йөрөй. Был таҙа урам яҡшы йорттары булғандар өсөн. Үҙеңдең насар урамыңдан йөрө! – тинеләр ҙә уны ике яҡтан да этеп ебәрҙеләр.
Был ҡасабала берҙән-бер асфальт һалынған урам. Әсәһе Йомартҡа: "Ошо юлдан йөрө, кейемеңде бысратма. Өй яғына еткәс кенә боролорһоң”, – тигәйне. Шуға ул да бүтәндәр менән ошо юлдан йөрөй. “Үҙеңдең насар урамыңдан йөрө!” тигәндәре Йомарттың ғәрлеген килтерҙе һәм ул асыуынан Имашҡа аяҡ салғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Малай әллә ҡайҙа осоп барып төштө. Шул мәл, Имашты яҡлашам тип, уға Кайраш килеп йәбеште. Йомарт уның яғаһынан эләктереп аяҡ салғайны, икәүләшеп күләүеккә барып төштөләр. Шунан Имаш сумка менән Йомартҡа килтереп һуҡты. Ә Йомарт Кайрашҡа йоҙроғо менән елләне. Ә ул тибеп ебәрҙе...
Ул өйөнә бысранып, танауы ҡанап ҡайтып инде. Быны әсәһенә күрһәтергә теләмәһә лә, ул өйҙә ине. Әсәһе барыһын да һораша башлағас, ул нисек булды шулай һөйләп бирҙе. Иртәгеһен улар бергә мәктәпкә килде. Дюйсендың, Имаш менән Кайраштың ата-әсәһен саҡырҙылар. Оҙаҡ ҡына һөйләшкәндән һуң улар ата-әсәләре, уҡыусылар алдында бер-береһенән ғәфү үтенде.

  • КИТАП УҠЫ – КЕШЕ БУЛ

    Әсәһенең мәктәпкә йыйыштырыусы булып эшкә урынлашыуы ҡайһылай яҡшы булды әле! Бергә баралар. Мәктәптә уны көн һайын күрә. Дәрестәр тамамланғас, бергәләп өйгә ҡайталар, ашайҙар. Төшкө аштан һуң әсәһе тағы ла мәктәпкә китә. Ҡайһы берҙә кистәрен Йомарт та әсәһенә ярҙам итешергә бара. Һыу ташый. Парталарҙы дымлы сепрәк менән һөртә.
    Көндәр һыуыта башлағас, малдар ҡураға инде, уларҙы ҡарарға кәрәк. Йомарт һарай ҡыйығынан бесәнде төшөрөп, уны балта менән ҡырҡып һарыҡтарға һала. Ҡояш күтәрелгәс, уларға ялғашҡа һыу тултыра. Күптән түгел ерән һыйыр быҙауланы, уға ла йомшаҡ бесән кәрәк. Ул атаһының ҙур бирсәткәһен кейә лә утын әҙерләй. Әсәһе эштән ҡайтҡас, һыйырҙы һауып, быҙауҙы ебәрә. Өйҙәге мәшәҡәттәр бөткәс, Йомарт дәрестәрен әҙерләргә ултыра, ә әсәһе ашарға бешерә. Көндәр шулай үтә торҙо.
    Күк йөҙө ҡурғаш болоттар менән ҡапланып, өс көн буйы ямғыр ҡойҙо. Мәктәпкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла улар лысма һыу булдылар. Ҡыйыҡтан да һыу үтеп торғас, һыйыныр урын таба алмаған әсәһе улын үҙенә ҡыҫып, мейес янында йоҡлап китте.
    – Ямғырҙан һуң йәй көнө килтергән он еүешләнгән. – Ул әсәһенең кем менәндер һөйләшеүенә уянып китте. Баҡтиһәң, әсәһенең атаһы ҡыҙының шундай көслө ямғыр аҫтында нисек йәшәүен белергә килгән икән. Нисек кенә ауыр булмаһын, әсәһе атаһынан ярҙам һорамай. Һуңыраҡ ул кешеләрҙән әсәһенең әсәһе үгәй булыуын белде. Шуға, күрәһең, әсәһе атаһынан ярҙам һорарға батырсылыҡ итмәгән, ата-әсәһенең өйөнә лә һирәк бара ине. Икенсе көндө олатаһы иртә тол ҡалған ҡыҙына ярҙам итеү өсөн тиҫтәләгән төргәк баш ябыулыҡ алып килде. Хәҙер улар әсәһе менән һауа торошоноң тулыһынса асылыуын көтә башланы. Кесаҙна иртән көн салт аяҙ ине. Әсәһе олатаһы алып килгән ҡара ҡағыҙ менән ҡыйыҡты ҡапларға ике өлкән кешене алып килде. Оҫталар ҡыйыҡҡа ҡара ҡағыҙ түшәп, өҫтөнән ағас, тимер менән көпләп ҡуйғас:
    – Хәҙер беҙҙең ҡыйыҡ һыу үткәрмәй, Йоматай, – тип ҡыуанды әсәһе. – Хатта йорттоң ҡыйығын ҡалын ҡар ҡаплаһа ла, һыу эскә инмәй. Яҙғы көслө ямғырҙар ваҡытында ла ҡара ҡағыҙ ышаныслы һаҡлаясаҡ.
    Йомарт өйҙәре янында аҡ ҡыйыҡлы матур йорттарға ҡарап: ”Мин үҫкәс, шундай йорт төҙөйәсәкмен. Әсәйем ямғырлы көндәрҙә борсолоп ултырмаясаҡ”, – тип хыялланды.
    Дүртенсе сиректә Ырысалды апай:
    – Балалар, һеҙ хәрефтәрҙе таный, яҙа беләһегеҙ, ҡайһы берҙәрегеҙ китаптарҙы ла уҡый белә, – тип дәртләндереп әйтте. – Хәҙер һеҙ мәктәп китапханаһынан китап ала алаһығыҙ. Күп уҡыған бала белемле, ғилемле булып үҫә. Тел байлығы арта. Фекере үҫешә. Шуға күрә китапты бәләкәйҙән һаҡлағыҙ һәм яратығыҙ! Иртәгеһе көндән китапхананан китап алып, нимә уҡый башлағанығыҙҙы күрһәтегеҙ.
    Уҡыусылар уҡытыусының нимә һөйләүен тулыһынса аңламаһалар ҙа, китап уҡыған насар кеше булып үҫмәүенә төшөндө. Бер төркөм уҡыусылар, уҡытыусы ҡушҡанды иртәгәгә ҡалдырмайынса, дәрестәрҙән һуң мәктәп китапханаһына ашыҡты. Шулай ҙа ишек алдында улар, һин ин, һин башла, тип инергә баҙнатсылыҡ итмәй туҡталып ҡалды. Һәр ваҡыт беренсе булып йөрөгән отличник Чырай:
    – Нимәнән ҡурҡып тораһығыҙ, инәйек, – тип ишекте асты ла үҙе беренсе булып инеп китте.
    Ҡалғандар уның артынан эйәрҙе. Йомарт бөтәһенән һуң килеп инде лә кәштәләрҙә теҙелгән китаптарға ҡыҙыҡһынып ҡарай башланы. Ишектең уң яғында өҫтәл артында ултырған инәй балаларҙы күргәс, урынынан тороп:
    – Рәхим итегеҙ, балалар! Һеҙ ниндәй кластан? – тип ихлас сәләмләне.
    – Беҙ беренсе «Б» класынан, – тине Чырай.
    – Һаумыһығыҙ, балалар! Ҡайҙа барһағыҙ ҙа һеҙ иң тәүҙә һаулыҡ ҡушырға тейешһегеҙ, – тине китапханасы, бөтәһенә лә ҡарап.
    – Һаумыһығыҙ, апай! – тине бөтәһе лә хор менән.
    – Һаумыһығыҙ, балалар! Китап донъяһына рәхим итегеҙ! Мин һеҙҙең китап уҡырға теләүегеҙгә бик шатмын! – тине ул. – Был яҡта һеҙҙең кеүек иң йәш уҡыусылар өсөн китаптар. Кәштәләр буйлап йөрөп, үҙегеҙгә кәрәкле китаптарҙы һайлап алығыҙ ҙа уларҙы миңә теркәү өсөн килтерегеҙ.
    Уҡыусылар кәштәләрҙән китаптар һайлай башланы. Йомарт тирә-яғына ҡаранып торҙо. “Ниндәй китап алырға икән?” Был рәттә ул “Әкиәттәр”, “Ете быҙау һәм бүре”, “Йыл миҙгелдәре”, “Бүре һәм терпе“ тигәндәрен уҡып сыҡты. Ниндәй матур китаптар! Ә был китап “Икмәк ҡайҙа үҫә?" тип атала! “Таштар ҙа
  • һөйләй” тигәне бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Әкиәттәрҙе әсәйем һөйләр, икмәк, таш тураһында китап алһам, яҡшыраҡ булыр”, тип уйлап ул ошо китаптарҙы яҙҙырҙы.
    Өйҙә ул әсәһенә Ырысалды апайҙың ҡушыуы буйынса китапханаға барыуы, китаптар алып ҡайтыуы тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне.
    – Йә, Хоҙайым, минең улым белемле һәм ата-әсәһе өлгәшмәгән бейеклектәргә етерме?! – Әсәһе сикһеҙ ҡыуанды. – Йә, ниндәй китап алып ҡайттың?
    – Бына, "Таштар ҙа һөйләшә", "Икмәк ҡайҙа үҫә?” тигән китаптарҙы һайлап алдым.
    – Йоматай, хәҙер һин үҙеңдең китаптарыңды уҡып, миңә һөйлә.
    Малай аҙнаның шәмбеһе менән йәкшәмбеһе китап уҡыны. Йомарт тәүҙә “Икмәк ҡайҙа үҫә?" тигән китапты уҡып сыҡты, әммә бер ни аңламаны. Ахырыһы икенсе тапҡыр уҡығас, ул әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ барғанын аңлаһа ла, йөкмәткеһен һөйләй алманы. Өсөнсө тапҡыр уҡығас, үҙ-үҙенә һөйләп ҡараны. Шул уҡ ваҡытта ул китапҡа ҡарап ҡабатлап та алды.
    Йәкшәмбе киске аш ваҡытында әсәһе:
    – Иртәгә мәктәпкә бараһың. Әгәр уҡытыусы һинән уҡыған китап тураһында һораһа, нимә тип һөйләр инең? – тине. Йомарт әсәһенә китаптың эстәлеген, хикәйәнең мәғәнәһен һөйләне. Олатаһы, өләсәһе ейәндәре менән өҫтәл артында ашап ултырғанда, олатаһы: “Икмәк ҡайҙан алынғанын кем белә?" – тип һорай. Ейәндәре: “Өләсәйем магазиндан алып ҡайта”, – ти. Шунан уларҙың олатаһы бер тарих һөйләй. “Барыһы ла Ер-әсәнән башлана", – ти. Әсәй, ә ни өсөн Ер-әсә? – тип һораны ул әсәһенән.
    – Эйе, ер – әҙәмдәрҙең әсәһе. Ул беҙҙе ашата, кешеләргә, хайуандарға икмәк, һыу һәм башҡа бөтә аҙыҡты бирә, шуға ла беҙ уны әсә тип әйтәбеҙ.
    – Ә икмәкте кем үҫтерә?
    – Уңыш сәсеүсе олатай. Беҙ ҡырға сыҡҡанда һап-һары булған баҫыуҙарҙы күрәбеҙ. Уны Дыйкан атай үҫтерә, – тип аңлатты әсәһе.
    – Ә бойҙай нимә ул?!
    – Шул һары үҫемлектең исеме бойҙай. Уның емеше иген тип атала. Орлоҡ ергә төшкәс, күктәге ҡояш уны йылыта, ә ерҙәге һыу уны туҡландыра. Иген көҙөн өлгөргәс, уны комбайн менән йыйып алалар. Таҙа бойҙайҙы ырҙынға алып баралар. Һин ауыл ситендә ырҙынды күрҙең бит?
    – Эйе, беҙ бергәләп һарыҡтар өсөн аҙыҡ барып алып килдек бит, – тип хәтерләне малай.
    – Был мал аҙығы – бойҙайҙың кәбәге. Урып алғандан һуң бойҙай тирмәнгә оҙатыла. Һин баҫыуҙағы тирмәнде лә күрҙең бит, – тине ул.
    – Эйе, беҙ унда ишәккә бойҙай тейәп барҙыҡ.
    – Был таш бойҙайҙы ваҡлай һәм аҡ он эшләй. Беҙ уны һинең менән алып килдек, хәҙер ул тоҡтарға һалынған, – тине әсәһе.
    – Унан һин икмәк бешерәһең, – тип шатланды Йомарт.
    – Дөрөҫ, мин һиңә икмәк, бауырһаҡ бешерәм, – тип күңелле итеп әйтте әсәһе. Шунан: – Ҡалала уны икмәкхана тип аталған урынға алып китәләр. Унда икмәкте күп итеп бешереп, магазиндарға тараталар. Кешеләр магазиндан икмәк һатып ала. – Ә хәҙер, бер шиғыр һөйләйем, һин уны иҫеңдә тот.
    Валсығын да ташламағыҙ,
    Һәм уларға баҫмағыҙ.
    Һаҡ ҡына йыйып алығыҙ,
    Турғайҙарҙы һыйлағыҙ!
    Быны яҙып ал, ятлап ал, иҫеңдә тот. Йомарт ҡәләм, ҡағыҙ алып килде лә, әсәһенән бер нисә ҡабатлатып, яҙып алды.
    – Йоматай, элек ата-әсәйебеҙ: “Икмәктең валсығын ашаған кеше бай буласаҡ”, – тип беҙгә бирәләр ине. Әйҙә, һин дә икмәк валсығын аша, бай булырһың, – тине ул, йылмайып, өҫтәлдән икмәк ваҡ-төйәктәрен ҡулына йыйып улының ауыҙына һалды. Йомарт барыһын да ашаны.
    – Ә хәҙер бай булырмынмы? – тине ҡәнәғәт булыуы йөҙөнө сыҡҡан Йомарт.
    – Атайың һиңә Йомарт тип исем ҡушҡас, ул һинең бай һәм йомарт егет булыуыңды теләне, – тип улына атаһы тураһында һөйләне. Үҫкәс, тырышып уҡырһың, бай булырһың, һуңынан йомарт кеше булырһың, – тине әсәһе, улының сәсен һыйпап.
    – Ә ниндәй кеше йомарт була?
    – Ул – кешеләргә, етемдәргә, беҙҙең кеүек мохтаждарға ярҙам итеүсе яҡшы кеше.
    – Әсәй, хәҙер мин күп уҡыясаҡмын.
    – Уҡы, балам, китап уҡыған бала ысын кеше буласаҡ! – Әсәһе улын ҡосаҡлап яратып алды.
    – Ә уҡымаған кеше кем була?
    – Наҙан булыр...
    – Кем ул наҙан?
    – Бер нимә лә аңламаған кеше. Ярай, хәҙер йоҡла, иртәгә мәктәпкә барырһың, – тине әсәһе, уға юрған ябып.
    Йомарт:
    – Әсәй, иртәгә мин уҡытыусыға ла, балаларға ла икмәк тураһында һөйләйәсәкмен, – тине лә йоҡлап та китте.
    Йомарт беренсе класты маҡтау грамотаһы менән тамамланы. “Бергенәм, яҡшы уҡыйһың, һин үҫкәс бай һәм йомарт буласаҡһың!” – тип
  • әсәһе уны маҡтап, яңағынан үбеп алды, ә улының беренсе уңышы билдәһе итеп келәмгә булавка сәнсеп ҡуйҙы. Ә грамотаны йорттоң иң хөрмәтле урынына, атаһының портреты эленгән тәҙрә быялаһына ҡуйҙы. Хәҙер унда маҡтау грамотаһы, улының беренсе еңеүе тураһында таныҡлыҡ бар. Икенсе йылда ла ул әсәһенә, шатланып, шундай уҡ маҡтау грамотаһы алып ҡайтты.
    Өсөнсө кластың аҙағында уҡытыусы: "Балалар, йәйге каникул ваҡытында китапхананан ошо китаптарҙы алығыҙ “Улан” гәзитен дә уҡығыҙ, Көҙгөһөн дүртенсегә килгәс, һеҙҙән нимә уҡығанығыҙҙы һорайым, ҡыҫҡаса йөкмәткеһен яҙып алығыҙ, телдән һөйләйәсәк­һегеҙ, – тине һәм таҡтаға бер нисә китаптың, авторҙарының исемдәрен яҙҙы. Исемлектең башында “Минең исемем – Кожа”. Бердибек Сокпакбаев тип яҙылғайны. Уҡытыусы кластан сыҡҡас та Йомарт китапханаға йүгерҙе. Әммә был китапты кемдер алып та өлгөргән. Китапханасы:
    – Китапты теге уҡыусы килтергәс, әсәйеңә бирермен, башҡа китаптарҙы ал. Ни өсөн был малайҙан алдараҡ килмәнең, ул һинән алдараҡ килде?! – тине. Йомартҡа бик ҡыйын ине. “Ни эшләп теге малайҙан алданыраҡ өлгөрмәне икән? Китапты кире килтермәһә, нимә эшләргә?” – тип уйлай-уйлай өйөнә ҡайтып китте. Ул көн һайын китапханаға барып, шул китапты һораны. Китапханасы ла малайҙың китапҡа ҡыҙыҡ–һыныуы ҙур булыуына ҡыуанды. Ахыры бер көндө ул махсус рәүештә районға барып, шул китапты һатып алды. Ул ваҡытта мәктәп йәйге каникулға ябылғайны. Икенсе тапҡыр китапханаға килгәндә, ишек бикле ине. Йомарт уйға ҡалды. “Теге малай китапты кире килтереү түгел, хатта китапхана ла бикле. Нимә эшләргә? Көҙөн Ырысалды апайға нимә һөйләйәсәкмен?” – тигән хәсрәткә батты, хатта бөрсөк-бөрсөк күҙ йәштәре атылып сыҡты.
    Бер ваҡыт әсәһе эштән ҡулына китап тотоп ҡайтты. Ихатаны һепереп, һыу һибеп йөрөгән Йомарт әсәһен шунда уҡ күреп ҡалды ла уның янына йүгерҙе.
    – Әсәй, һин миңә китап алып ҡайттыңмы?
    – Эйе, әле генә китапханасы Шайҙат һиңә биреп ебәрҙе, – тине әсәһе арыған тауыш менән, уның йөҙө эҫелектән ҡыҙарғайны.
    Тышында ат өҫтөндә ике бала һүрәте төшөрөлгән нәҙек көрән китапҡа “Минең исемем – Кожа” тип яҙылғайны!
    Йомарт үҙен бәхеттең етенсе күгендә тойҙо, шатлығынан түҙмәйенсә һикергеләй башланы: “О, әсәй, ҙур рәхмәт!” Йомарт хатта өйгә лә инеп тормай, эскәмйәлә ултырған килеш биттәрен ҡарай башланы. Ҡыштырлап торған китап биттәренең үҙенсәлекле еҫе үҫмерҙе тағы ла нығыраҡ тулҡынландырҙы. Ул бында авторҙың өс повесы ингәнен белмәй ҙә ине бит. “Минең исемем – Кожа”, “Көрәш”, “Бала саҡҡа сәйәхәт” тип уларҙың исемдәрен уҡыны. Ул шунда уҡ уҡый башланы. Әсәһе әйтмешләй, китапҡа башы менән ҡаҙала ла унан сыға алмай. Йәй буйына малай уны өс тапҡыр уҡып сыҡты. Ҡайһы ваҡыт әсәһе, ошо китаптан башҡа эшең юҡмы ни, һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтәһең, тип еңелсә генә асыуланһа ла, ул һыуға барғанда ла, һарыҡ көтөүен көткәндә лә, Адилкан ағаһы менән бесәнгә барғанда ла был китапты ҡулынан төшөрмәне. Китап шул тиклем ҡыҙыҡлы ине, уны Адилкан ағаһы ла уҡыны. Хәҙер улар Кожоберген, Солтан, Жанар һәм хатта уның уҡытыусыһы Майканованың ҡыҙыҡлы тарихтары тураһында фекер алышасаҡ. Йомарт: «Эх, әсәйем дә был китапты уҡыһа ине», – тип хыяллана ла, тик ул уҡый-яҙа белмәй шул. Көндәрҙең береһендә: «Бәлки, үҙемә әсәйемә уҡып ишеттерергәлер”, – тигән уй килде.
    – Әсәй, ошо китапты һиңә уҡыһам, буш ваҡытың булырмы икән? – тип һораны. Ул әсәһенең холҡон бик яҡшы белә. Әгәр уға берәй нәмә оҡшамаһа, шунда уҡ баш тарта, шуға күрә Йомарт ашығып:
    – Адилкан ағай ҙа уҡыны, уға оҡшаны, – тип өҫтәне.
    – Ә-ә, әйҙә, уҡы. Адилкан ағайыңдан мин ҡайһы ерем менән кәм? Китапта нимә хаҡында яҙылғанын мин дә белермен, – тип ризалашты әсәһе.
    Ошо көндән башлап китап уҡыу улар өсөн бер байрамға әүерелде. Әсәһенә бигерәк тә “Минең исемем – Кожа” китабы ныҡ оҡшаны. Кожонундың әсәһе тураһындағы уҡыған урындарҙа:
    – Был китап беҙҙең хаҡта, – тип иламһырап та алды. Әсәһе күҙ йәштәрен йәшерергә тырышһа ла, был китаптың уға ныҡ тәьҫир итеүе Йомартты хайран ҡалдырҙы.
    – Меҫкен ҡатын, моғайын, баҫалҡы булғандыр, шуға уны тол тип һанға ла һуҡмағандарҙыр. Ҡәйнәһе һуң! Оятһыҙ! Кемдер минең менән шулай эшләргә уйлап ҡына ҡараһын! – тип асыуланды ул.
    Ысынлап та, бер кем дә
  • Йомарттың әсәһен рәнйетә алмаҫ! Уны апһындары “уҫал килен " тип йөрөтә. Әсәһе үҙен дә, улын да кешегә кәмһетергә юл ҡуймай. Әгәр кемдер Каратай кеүек насар ниәт менән килһә, әсәһе уларҙы туҡмаясаҡ. Йомарт әсәһенең кейәүгә сыҡмаясағына ла ышана.
    – Йоматай, был уҡытыусы ғәҙел түгел, – тине әсәһе Майканованы яратмай. – Уҡытыусы баланы дәртләндерергә тейеш. Ә ул – үсле кеше, көҙ еткәнсегә тиклем йәйге фажиғәне хәтерләй!
    Йомарт уның китапты башҡа тыңларға теләмәүенән ҡурҡа:
    – Әсәй, ни өсөн беҙгә был насар уҡытыусыны тикшерергә? Бөтә ҡыҙыҡлы нәмәләр әҫәрҙең ахырында, – тине ул. – Был китапты өс-дүрт тапҡыр уҡыным.
    Әсәһе:
    – Был Солтан насар иптәш, ул тыңлашмай, тәмәке тартырға өйрәтә. Боронғолар, яҡшы кеше менән дуҫ булһаң, маҡсатҡа өлгәшерһең, насар менән дуҫ булһаң, хурлыҡҡа ҡалырһың, тип белмәй әйтмәгәндәр. Һин дә өлгөлө балалар менән генә дуҫ бул, – тине әсәһе, китап менән ҡыҙыҡһынып.
    Шулай итеп, Йомарт ҡына түгел, әсәһе лә яҡшы китап уҡығандан һуң ысын кеше булырға тырышты.

    УҠЫТЫУСЫҒА ҒАШИҠ БУЛЫУ

    Дүртенсе класҡа тиклем уҡытҡан Ырысалды апай бәпес алып ҡайтырға йыйынғас, икенсе сиректә Йомарттарҙың класс етәксеһе булып әйтеп аңлатҡыһыҙ сибәр, оҙон сәсле апай килде. Бөтә ҡыҙҙар уның матурлығына һоҡланып бөтә алманы. Ә малайҙар уға һаулыҡ ҡушыу ғына түгел, оҙаҡ әйләнеп ҡарап торор булдылар. Мәктәп директоры Барат ағай уны таныштырыу өсөн класҡа үҙе алып килде.
    – Балалар, бөгөндән һеҙҙе Айжаркын Токтосунбен ҡыҙы уҡытасаҡ. Уҡытыусығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, яҡшы уҡығыҙ. Кубаныч, Бакыт, Силер былтырғы кеүек тәртип боҙмағыҙ. Быйыл башланғыс мәктәпте тамамлаясаҡһығыҙ. Әгәр һеҙ төплө белем алмаһағыҙ, киләһе йылға программа ҡатмарлы буласаҡ, башҡа фәндәр буйынса өлгәшә алмаясаҡһығыҙ. Белемле граждан булыр өсөн, һеҙ тәүҙә дөрөҫ нигеҙ алырға тейешһегеҙ. Нигеҙҙең нимә икәнен беләһегеҙме? – тип һораны ул.
    – Йорт төҙөгәндә һалған цементты шулай тиҙәр, – тине Тәлғәт тигән “белгес”.
    – Дөрөҫ, йорттоң төп өлөшө нигеҙ тип атала. Әгәр ул насар булһа, өй емереләсәк, файҙаһы булмаясаҡ. Белем алыу ҙа шулай. Тәүҙә үк яҡшы белем алһағыҙ, һеҙҙең тормошоғоҙ ышаныслы буласаҡ. Донъяны танып-белеүҙәге юлығыҙ һәр ваҡыт асыҡ булһын, – тине һәм яңы уҡытыусы менән таныштырҙы.
    Өсөнсөлә Кубаныч менән Бакит класта көрәшеп тәҙрә ваттылар. Уны уларҙың атайҙары килеп йүнәтте. Шуға ла директор тыңлауһыҙ балаларҙы исеме менән әйтеп киҫәтте. Хәҙер дүртенсе класта бындай хәлдең ҡабатланмауын, был тәртипһеҙлек һәр кемгә һаҡ булыуҙы иҫкәртте.
    – Балалар, тағы бер тапҡыр һаумыһығыҙ, – тине тәүге һүҙен Айжаркын апай.
    Бөтәбеҙ ҙә бер тауыштан иҫәнләшкәс, ул класс журналын асты ла:
    – Хәҙер, әйҙәгеҙ, һәр берегеҙ менән танышып сығайыҡ, – тине, бөтәбеҙгә ҡарап, матур итеп йылмайып.
    Ниндәй сихри йылмайыу! Уның ынйы кеүек тештәре күренгәндә, гүйә, ҡояш йылмая ине. Күҙҙәренән ниндәйҙер сағыу нур бөркөлә.
    Йомарт Айжаркын апайҙың матурлығына иҫе китеп, хатта үҙенә “Йомарт Жолдыбаевич” тип әйткәнде лә ишетмәне. Класс старостаһы Бейбитгүлдең: “Йомарт, тор!” – тигән тауышын ишеткәс кенә ул урынынан тороп:
    – Мин! – тине.
    Ул Йомарттың йөҙөнә ҡарап йылмайғанда уның ап-аҡ биттәрендә матур соҡорҙар хасил булды. Шул ваҡыттан алып Йомарттың йоҡоһо ҡасты. Элек ул Бейбитгүлде класта иң яҡшы уҡығаны өсөн ярата ине. Ул дәрестәрҙе һөйләгәндә ауыҙын асып тыңлай һәм, ул быларҙың барыһын да ҡайҙан белә, нисек хәтерләй икән, тип аптырай ине. Сәсе оҙон, матур аҡ йөҙлө. Тик ҡайһы берҙә уның үҙен бөтә нәмәне белгән итеп күрһәтергә тырышыуы, бүтәндәр алдында әллә кем булып һөйләшеүе оҡшап бөтмәй. “Ул, староста, моғайын, шуға үҙен эре тоталыр” тип уның был холҡон үҙенсә аҡларға тырыша. Бер ваҡыт Тәлғәт менән башҡа малайҙар уның Бейбитгүлде ауыҙын асып тыңлағанын һиҙеп, таҡтаға: “Йомарт һәм Бейбитгүл” тип яҙып ҡуйған. Ярай әле уртаһына плюс ҡуймағандар. Әллә улар плюс ҡуйыуҙарын белмәнеме икән? Шунан бирле Бейбитгүл һөйләй башлаһа, балалар Йомартҡа ҡарап шырҡ-шырҡ көлөргә тотона. Ә Айжаркын апай килгәндән һуң ул, әйтерһең дә, ысын һылыуҡайҙың нисек булғанын тәүге тапҡыр күрҙе.
    Апай дәресте аңлатҡанда уның йөҙөнә ҡарап тын ҡала. Моңло тауышы уның бөтә тәнен сихырлай кеүек. Йәйге каникул
  • ваҡытында ул һылыуҡайҙар тураһындағы “Ҡояш аҫтында йәшәгән Һылыуҡай”, “Күнекей”, “Ҡыҙ Жибек”, “Баянһылыу”, “Гөлбаршын һылыу” китаптарын уҡыны. Айжаркын апай тап шуларҙың береһе кеүек. Ә уның батыры кем икән? Әллә яратҡан батыры юҡмы? Шул мәл уға кемдер төрткәнгә терт итеп ҡалды. Баҡтиһәң, Сайра икән.
    – Ниңә яҙмайһың?
    – Нимә? – тине Йомарт аптырап.
    – Сумманы, – тип ризаһыҙлыҡ менән уға ҡараны класташы.
    Ә ул сумманы түгел, хатта дәфтәрен дә асмайынса дәрестең башынан уҡ уҡытыусыһына иҫе китеп ҡарап ултырған.
    – Был уҡытыусы Мәрзиәнең килене икән, – тине бер ваҡыт әсәһе ашаған саҡта.
    Шул мәл Йомарттың йөрәге дарҫлап типте. Уның батыры бар, тигән уй үтте башынан. Хатта ауыҙындағы икмәк киҫәге тамағында тороп ҡалды. “Ни өсөн ул килен булған? Ниңә минең үҫкәнде көтмәгән?” Малайҙың аҡырып илағыһы килде. Йомарт дәресен әҙерләргә ултырһа ла, күҙ алдынан уҡытыусы апаһы китмәне. ”Уның батырын күрәйем әле! Нимәһе менән ул минән яҡшыраҡ?” тигән уйҙар уның күңеленә тынғылыҡ бирмәне. Малай Мәрзиә исемле әбейҙе иҫенә төшөрҙө. Ул олатаһының йорто янында йәшәй.
    Ял көндәрен түҙемһеҙләнеп көтөп алған малай шул яҡҡа ҡарай китте. Ул йорт янында ҙур ғына майҙан бар. Йомарт килгәндә балалар зыҡ ҡубып туп уйнай ине. Йомарт тегеләй ҙә былай йөрөгән булды. Шул мәл өйҙән бер ир менән ҡатындың сыҡҡанын күреп ҡалды. Ул үҙенең “ҡәҙерлеһен” алыҫтан уҡ таныны. Уның янында ире ине. Малай, уларҙы яҡындан күрергә теләп, ҡаршыларына сыҡты. “Ул бит бәләкәй” тигән уй йүгереп үтте башынан. Ә “һөйгәне” һомғол. Ирҙәр ҡатын менән бер оҙонлоҡта булырға тейеш. Үҫкәс, мин атайым кеүек оҙон булам”. Шундай уйҙар менән уларҙың янына уҡ килеп еткәнен дә һиҙмәгән. Аралары ни бары ике аҙым барҙыр. Иҫәнләшергә кәрәк.
    – Һаумыһығыҙ, – тине ул уҡытыусыһына ғына. Гүйә, уға ғына өндәшеп, “тегегә” үҙенең ризаһыҙлығын белдерә.
    – Һаумы, Йомарт, – тине “һөйгәне” уның йөрәген өҙөп алырҙай наҙлы тауыш менән.
    Шул мәл “теге” лә малай уның менән иҫәнләшкәндәй күреп:
    – Сәләм! – тине.
    Улар – теге яҡҡа, малай был яҡҡа китте. Йомарт бер нисә аҙым барғас, боролоп ҡарамайынса түҙә алманы. Тал кеүек зифа буйлы, оҙон сәсле уҡытыусыһы ниндәй матур! Ә тегенеһе ҡыҙғылт-һары. Бер-береһенә бер нисек тә тап килмәйҙәр. Апайҙы көнләшеүҙән малайҙың тамағына төйөр тығылды.
    Йомарт өйгә ҡайтҡанда әсәһе иҫке эскәмйәлә ултыра ине. Күренеп тора: кәйефе юҡ. Малай яҡынлашыу менән, әсәһе:
    – Ниндәй бөткөһөҙ уйын ул? – тип уға асыулы ҡысҡырҙы. – Мин һепереләм, мәктәптә бысраҡты, бәҙрәфте таҙартам. Өйгә ҡайтҡас, мал аҫтын ташлайым. Ҡулдарым иҙән йыуыуҙан бушағаны юҡ. Кем өсөн быларҙың барыһы ла? – Һинең өсөн! Мин һинең уҡыуыңды, кеше булыуыңды теләйем. Һин яҡшы кеше булып үҫерһең, мине ҡарарһың тип уйлағайным! Минән башҡа һин кемгә кәрәк?! Әгәр һин булмаһаң, мин яңғыҙ йәшәй алмаҫ инем, мин үлер инем, мин аҫылыныр инем...
    Әсәһенең холҡо ҡыҙыҡ: ул аҙ һөйләшә, ә асыуланһа, төрлө ҡурҡыныс һүҙҙәр менән әрләшә башлай. Уның үләм тигән һүҙҙәренән малай ҡурҡып китте. Уны нисек тә булһа туҡтатырға кәрәк!
    – Әсәй, үлмә, үҫкәс, мин һине ҡараясаҡмын! – тип ҡысҡырҙы ла уны биленән ҡосаҡлап алды.
    Берҙән-бер балаһының илап ебәреүенән әсәнең дә күңеле тулды.
    – Яратҡаным, бергенәм! Беҙҙең бер-беребеҙҙән башҡа кемебеҙ бар? – Ул сеңләй-сеңләй улын ҡосаҡлап ергә сүгәләне.
    Әсә менән бала ҡосаҡлашҡан килеш бер аҙ илап күңелдәрен бушатты. Яландан ҡайтҡан ҡыҙыл һыйыр хужаларына, мин ҡайттым, тигәндәй мөңрәп тауыш бирмәһә, улар шул килеш ултырыр ине әле һаман.
    – Йоматай, Зойка ҡайтты, ҡапҡаны ас, – тине лә әсәһе, һикереп тороп, һарайға табан ыңғайланы.
    Меҫкен әсәһе улын кеше итергә теләгән, Мәрзиә килененә “ғашиҡ" булып йөрөгәнен ҡайҙан белһен?! Шулай итеп, “беренсе мөхәббәт” ғазаптарынан ауырып йөрөгән малайҙың уҡыуы насарланды. Шулай ҙа ул китапхананан сыға белмәне, хәҙер ул башы менән мөхәббәт тураһында яҙылған китаптарға сумды. Күберәк уҡыған һайын, ул күберәк белде, хәтере яҡшырҙы. Ҡайһы бер юлдары хатта үҙенән-үҙе иҫтә ҡалды.
    Китапханасы:
    “Был өлкәндәр уҡый торған китап,” – тигәс:
    – Әсәйемә уҡыйым, – тип алдашты.
    "Алпамыш батыр”ҙа ул – Алпамыш, Айжаркыны – Гөлбарсын һылыу, Ҡуҙыйкүрпәс – Баян һылыу, уның
  • Айжаркыны – Баян, "Ләйлә-Мәжнүн» дә ул – Мәжнүн, Айшарханы – Ләйлә, “Йософ вә Зөләйха”ла ул – Йософ, Айжаркыны Зөләйха итеп күҙ алдына килтерҙе. Уларҙың мөхәббәткә, ҡайғыға һәм шатлыҡҡа тоғролоғо, күңел ауырлыҡтары уның төшөнә инеп, ул төн буйына был поэмалар тураһында уйлай ине.
    Бер мәл ҡышҡы каникулдар ваҡытында ул китапҡа ҡаҙалып ултырып хатта һарыҡтарҙы ашатырға онотто. Көтмәгәндә ҡайтып ингән әсәһе уның ҡулынан китапты тартып алды ла уның тышындағы ҡыҙ менән егеттең һүрәтен күрҙе. Унан "Ләйлә Мәжнүн поэмаһы" тигәнде ижекләп уҡыны. Әсәһе аҙ булһа ла хәрефтәрҙе таный. Асыуланған ваҡытында йыш ҡына“ уҡый алманым, директор булыр инем” тип әйтеп ҡуя.
    – Ләйлә-Мәжнүн нимә? – тине ул көслө тауыш менән, китаптың тышлығынан күҙен дә алмайынса.
    – Һин әле иренеңдә һөт тә кипмәгән килеш мөхәббәт тураһында шиғырҙар уҡыйһыңмы? Мәжнүн булып ултыраһыңмы? Аҙбарҙа һарыҡтар аслыҡтан ҡаҡлыға. Ә мин ошо ғинуар һыуығында иҙән йыуам, туңам, – тине лә китапты мейес яғына алып китте. Уны әсәһе яндырырға йыйыныуын белгәс, ҡулына барып йәбешкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды:
    – Әсәй, китапханасы апай мине үлтерәсәк! –тип илап ебәрҙе.
    – Бәләкәйҙән мөхәббәт китабы уҡып йөрөгәнеңде белһә, нимә эшләтәсәктәрен беләһеңме? Һине мәктәптән ҡыуалар!
    Был һүҙҙе ишеткәс, Йомарттың ҡото осто. Бының ғәрлеге ни тора! Ул ата хулигандар Бузуку Жайырбек менән Болатжандан да бәхетһеҙерәкме ни?! Әсәһе әйтмешләй, хайуандар араһында ул да хайуан буласаҡ.
    – Әсәй, әле каникул бит! Бындай китапты башҡа уҡымаясаҡмын, иртәгә үк алып барып тапшырасаҡмын! – тип илап ебәрҙе.
    – Ниңә һин үҙ йәшеңә яраҡлы китаптарҙы уҡымайһың? Ун биш йәшкә тиклем өйләнергә йыйындыңмы? Был ғишыҡ-мишығыңды онот, – тине лә китапты тәҙрәгә ташланы.
    Икенсе көндө өйҙә әсәһенең күршеһенә кисә булған хәл тураһында һөйләгәнен ишетте, улар көлөшөп алды. Әйтерһең дә, әсәһенә уның мөхәббәт китабы уҡығаны оҡшаған шикелле.
    – Әгәр ун биш йәшендә өйләнергә теләй икән, өйләнһен. Юлдыбай ырыуын үрсетә! – Күрше ҡатыны рәхәтләнеп көлдө.
    Тупһала уҡ уларҙың һөйләшкәнен ишеткән Йомарт ҡапыл боролоп өйҙән сығып китте.
    Бынан һуң өсөнсө сиректә ул китапханаға йөрөмәне. Күңел биреп уҡыһа ла, “ғашиҡ булыу” ваҡытында уның өлгәше насарланды, программанан артта ҡалды. Бер ваҡыт, бөтә балалар киткәс, уҡытыусынан аңламаған теманы һораны. Ә ул апай һәр ваҡыттағыса матур итеп йылмайып:
    – Йомарт, һинең был сиректә тырышып уҡый башлауың оҡшай. Мин шатмын, яҡшы уҡыған балаларҙы яратам, – тине ул, башынан һыйпап. Уның ҡулдары шундай йомшаҡ ине!
    Әсәһе әйтмешләй, Мәжнүн малайға ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы?! Ул өйгә ҡанатланып ҡайтты. Айжаркын апайҙың ҡара матур күҙҙәре уның күҙ алдынан китмәне. “Мин яҡшы уҡыған балаларҙы яратам!” Был һүҙҙәр уның башында донъялағы иң ҡиммәтле һүҙҙәр кеүек яңғырай. Иң мөһиме, яҡшы уҡыһын, “һөйгәне" уны яратасаҡ! "Бөгөндән элеккегә ҡарағанда ла яҡшыраҡ уҡыясаҡмын! Шул тиклем яҡшы уҡырмын, бөтәһен дә аптыратырмын!” – Ул көҙгөгә ҡарап үҙ-үҙенә ант итте.
    Өс йылда ла Йомарт маҡтау грамоталары алды. Әсәһе ата-әсәләр йыйылышында иң яҡшы уҡыусыларҙың әсәһе булараҡ президиумда ултырҙы. Улы өсөн ул ҡыуанып бөтә алманы. Әммә дүртенсе класта бындай бәхет эләкмәне. Сәбәбе – “ғашиҡ булыу” арҡаһында уның билдәләре түбән төшкәйне. Әсәһе йыйылыштан асыулы ҡайтты:
    – Һиңә нимә булды? Һин уҡыуҙы ташланыңмы әллә ? – тине ул ишектән инер-инмәҫтән.
    – Юҡ! Бөтәһе лә элеккесә, – тине малай ышаныслы итеп, бер ғәйебе лә булмағанға һалышып.
    Меҫкен әсә был хәл “мөхәббәт” арҡаһында икәнен ҡайҙан белһен! Хатта уҡытыусынан сәбәбен дә һорамаған.
    – Ни өсөн был йыйылышта мин президиумда ултырманым? – тип һораны ул.
    – Моғайын, яңы уҡытыусы һине танымағандыр, – тип ҡотолдо Йомарт.
    Президиумға ата-әсәһе буйынса түгел, ә уҡыусының уңышына ҡарап ултырталар. Хәйләкәр улы әсәһен шулай алдап, был мәсьәләне еңел генә хәл итте.
    Йомарт өсөнсө һәм һуңғы дүртенсе сиректе “бишле”гә тамамламаһа, хурлыҡ буласағын аңланы. Беренсенән, насар уҡығанды “һөйгәне” яратмаясаҡ. Икенсенән, әгәр ул йыл аҙағында маҡтау грамотаһы алмаһа, әсәһе тағы асыуланасаҡ. Алдағы сиректә уны президиумға ултыртмауҙан Хоҙай һаҡлаһын!

    ӘСӘҺЕН ТАБЫУ

    Башланғыс
  • класты лайыҡлы тамамлағас, “беренсе мөхәббәтен уятып, үҙенең уҡытыусыһына ғашиҡ булған” Йомарт бишенсе класта уҡый башлағанда уларҙың ғаиләһенә Олжос исемле малай килеп ҡушылды.
    Әсәһе:
    – Шарында йәшәгән һеңлем вафат булды, мин унда барырға йыйынам, малдарҙы ҡарағыҙ, – тине лә, илап-һыҡтап, юлға сығырға йыйынды. Ул өс көндән һуң кискә генә әйләнеп ҡайтты. Ҡулында ҙур төргәк тә бар ине. Йомарт менән иҫәнләшкәс, ашығып өйгә инде. Ишектән инеп, аяҡ кейемен сискәс, ҡулындағы төргәкте түшәккә һалды. Уның билендәге билбауын әкрен генә сисеп:
    – Әйҙә, Олжатай, һин өйгә килдең! – тине.
    Йомарт яҡыныраҡ килеп ҡарағайны, түшәктә бала ята! Уның бәләкәй йөҙө ҡып-ҡыҙыл. Аяҡ-ҡулдарын ысҡындырғас, ул бөтә өйҙө тултырып илап ебәрҙе. Усаҡ янында әсәһе бәләкәй шешә тотоп нимәлер эҙләп йөрөй.
    – Йомарт! Бар баланы йыуат! – тип ҡысҡырҙы ул. Йомарт уны нисек йыуатырға ла белмәй. Ул бәләкәй генә ҡулдары менән сабыйҙы һелкетеп: "Илама! Илама!” – тип йыуатты. Уның бындай бәләкәй генә кешене тәүгә күреүе. Ул яңы тыуған быҙауға һөт эсергәне бар. Был малайҙың ҡулынан тотҡаны ла оҡшаманы ахырыһы, ул ҡысҡырыуын дауам итте. Тауышы ниндәй көслө бит әле!
    Әсәһе башына имеҙлек ҡуйылған шешәгә тултырған һөттө йылытты. “Олжатай! Олжатай!” Ул баланы ипләп кенә күкрәгенә ҡыҫты ла имеҙлекте ауыҙына тыҡты. Хатта бәләкәй генә сабый ҙа йәшәргә тырышып ята, ул тиҙ генә имеҙлекте ҡабып алды ла супылдатып имә башланы. Әсәһе уны ҡосаҡлап, башынан һыйпаны, осаһынан яратты. Ул шешәләге һөттө эсеп бөттө лә шунда уҡ тирләй-тирләй йоҡлап китте. Әсәһе бер аҙ бушағас ҡына ашарға ултырғанда һөйләшә башланы.
    – Йомарт, Олжос хәҙер минең балам! Һинең артыңдан йүгереп йөрөгән ҡустың буласаҡ. Һеңлем уны тапҡанда үлеп ҡалған. Уның тағы ике балаһы бар. Ире яңы тыуған сабыйҙы ҡарай алмай. Шуға ла туғандары уны миңә бирҙе. Мин үҙем һорап алдым, сөнки һин бер үҙең. Иртәме-һуңмы мин дә һинең атайың кеүек үләсәкмен, бер үҙең кемгә кәрәкһең? Мин һинең ҡустың булыуын теләнем. Әйҙә, ошо бала хаҡына эшләйек, ул беҙҙе ташламаясаҡ, – тип аңлатты ул малай алып ҡайтыуҙы.
    Ошо һүҙҙәрҙән һуң Йомарт әсәһенең ҡасан да булһа атаһы кеүек үк үләсәген уйлап ҡурҡып китте.
    – Әсәй, үлмә, – тип әсәһен ҡосаҡлап алды.
    – Мин үлмәйәсәкмен, мин хәҙер һеҙҙең икегеҙ өсөн дә яуаплымын, Алла һеҙҙең өсөн оҙон ғүмер бирәсәк, – тине әсәһе һәм уның башын еҫкәне.
    Эх, әсәһе уны наҙлап, иркәләп бармай шул. Холҡо ҡаты, гел талап итә. Ул асыуланғанда хатта дауыл ҡупҡан кеүек була. Әммә уның әсәһе изге күңелле, яҡшы кеше. Шулай булмаһа, ошо етемде әллә ҡайҙағы алыҫ ерҙән барып алыр инеме ни?! Хәҙер улар бөтә көсөнә аҡса эшләргә тырышты. Бәләкәсте ҡарарға кәрәк бит. Бала сағында тиҫтерҙәре менән бер ҡасан да уйнамаған Йомарт хәҙер бөтөнләй өйҙән сыҡмай. Әсәһе эшкә киткәндә, ул Олжосты ҡарай. Ихаталағы мал-тыуарҙы ҡарау, утын әҙерләү, өйҙө йылытыу кеүек барлыҡ эште ун йәше тулған Йомарт башҡара. Уның да тиҫтерҙәре менән туйғансы уйнағыһы, көрәшәһе, ярышаһы, туп тибәһе килә. Ул ҡустыһын арҡаһына бәйләп ала ла төрлө эштәрҙе эшләй. Бары сабый йоҡлаған саҡта ғына урамға сығып, гөр килеп уйнаған балаларға алыҫтан күҙе ҡыҙып ҡарап тора. Башҡа йорттарҙа телевизор бар, ҡайһы берҙәрендә төҫлө, улар фильмдар ҡарай. Ә мәктәпкә килгәс, шулар хаҡында һөйләйҙәр. Бәхәсләшәләр, фекер алышалар. Йомарт уларҙы тыңлай, көнләшә. Ул күп итеп аҡса эшләһә, иң тәүҙә телевизор һатып аласаҡ.
    Шулай итеп, бәләкәй Олжос уларҙың бөтә тормошон үҙгәртте. Бөтәһе лә уның туҡ булып үҫеүен, иламауын теләй. Уларҙың өйөндә хатта радио ла юҡ ине. Бер көндө ул магазинда бәләкәй генә радиоалғысты күрҙе лә әсәһенә:
    – Әйҙә һатып алайыҡ, йырҙар тыңлайыҡ, ул беҙгә Алматыла нимә булғанын һөйләйәсәк, – тип ялбарҙы.
    Әсәһе:
    – Ярай, эш хаҡы алғас, – тигәс, ул аҡса аласаҡ көндәрҙе һанай башланы. Ә инде радио һатып алғас, ул үҙен шул тиклем бәхетле тойҙо! Радионы алып ҡайттылар-ҡайтыуын, тик бына нисек тоташтырырға белмәйҙәр. Ахырыһы күршеһе Адилкан ағайҙы саҡырҙылар. Ул килеп, йорттоң тирә-яғына ҡарап сыҡҡас:
    – Йомарт, һеҙгә сым һуҙылмаған. Почтаға барып, был хаҡта Лайликан инәйгә әйтһәң, ул механикты ебәрәсәк, – тине лә үҙе ҡабаланып, тракторға ултырып китеп
  • барҙы.
    Йомарт почтаға йүгереп килеп, монтерҙы табып, уға барыһын да аңлатып бирҙе. Өсөнсө көндә ул сымға тоташтырғас, бәләкәй радио һөйләй башланы. Радиола иртәнән кискә тиклем тапшырыуҙар бара. Яңылыҡтар һөйләй, йырлай, көй уйнай, төндә әкиәт һөйләй. Уларҙың тыныс ҡына өйөнә “Ҡаҙаҡ радиоһы” менән бергә шатлыҡ килде.
    Элек Йомарт менән әсәһенә һыуытҡыс кәрәкмәй ине, улар хатта уның кәрәклеге тураһында ла уйланманы. Көндөҙгө эҫелә Олжос эскән һөт әсеп, әсәһе әҙерләгән аҙыҡ боҙолоп, барыһы ла әрәм булды.
    – Әсәй, әгәр беҙ һыуытҡыс һатып алһаҡ, Олжостың ризығы боҙолмаҫ ине. Итте лә һаҡларға мөмкин, – тине бер көндө Йомарт.
    Әсәһе улының әйткәнен тыңлап, аҡса йыя башланы. Әммә ауыл магазинына һыуытҡыс килтермәйҙәр икән. Һатыусы әсәһенең аҡсаһын алды ла районда заказ бирәсәген әйтте. Шулай ҙа улар һыуытҡыс алып килгәнсе, "Ул беҙҙе алдаманымы икән?” тип ныҡ борсолдо. Көндәрҙең береһендә ишек янына бәләкәй йөк машинаһы килеп туҡтаны. Һыуытҡыс килтергәндәр! Бейеклеге Йомарттан тәпәшәгерәк, шулай ҙа Олжостың аҙығын, бер аҙ ит һәм һөт һалыу өсөн етерлек. Улар, әйтерһең дә, йортона ҙур мөлкәт килтергәндәй шатланып бөтә алманы.
    Ҡояшлы яҙғы бер көндә Олжос тәпәй китте. Быны күргәс, ул шатлығынан ни эшләргә белмәй әсәһенә һөйләргә ашыҡты. Улар сабыйҙы ҡабат-ҡабат атлатып, уны күҙәтте. Әсәһе:
    – Йомарт, ҡустың аяҡҡа баҫа башланы, йәкшәмбе көн күршеләребеҙҙе тышау киҫтереү йолаһын үткәрергә саҡырайыҡ, – тип шатланып әйтте. Был мәлдә уның маңлайындағы йыйырсыҡтар юҡҡа сыҡҡан кеүек тойолдо. Йомарт әсәһенең һәр ваҡыт ошолай шат булыуын теләй.
    – Нимә ул тышау киҫеү, әсәй? – тип һораны бер ҡасан да был хаҡта ишетмәгән Йомарт.
    – Бала шыуышып, арҡаһын күтәреп, үҙ аллы йөрөй башлағанда ул тиҙерәк атлап китһен өсөн ошо йола башҡарыла. Уны яҡшы кеше киҫергә тейеш. Баланың тышауын еп, майлы һарыҡ эсәге йәки үрелгән йәшел үлән менән эшләйҙәр. Еп намыҫлы булыуға юл аса, майлы эсәк байлыҡҡа, муллыҡҡа килтерә, йәшел үлән кеүек тиҙ үҫә.
    Әсәһе бауырһаҡ бешерҙе, магазиндан тәм-том алып ҡайтты. Ә Йомарт өйҙән-өйгә йөрөп әсәһенең туғандарын, күршеләрен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Йәкшәмбелә кешеләр йыйылды, өйҙә туй булды. Адилкан ағай Олжостың бығауҙарын киҫеп ташланы. Йомарт балалар менән уйнаны, дуҫтарына күстәнәстәр таратыуына шатланып бөтә алманы.
    Ошо көндән алып Олжос түңәрәк өҫтәл янында йөрөй, улар янында ултыра, ашай, өҫтәлгә ҡулын һуҙып, нимә эләгә шуны эләктереп тирә-яҡҡа һибергә тотона. Кистәрен Олжос менән уларға харап күңелле ине. Шуға хәҙер Йомарт үҙенең телевизор һатып алыу хыялын онота ла башланы.
    Ул бишенсе класты маҡтау грамотаһы менән тамамланы. Хәҙер йәйге каникулдар мәле. Ул ихатаны һеперҙе, эҫелектән сарсаған ергә һыу һипте. Шул мәл ике бала менән бер ир килде. Әсәһе эштә ине. Ул ҡапҡа алдында:
    – Был Жибектең йортомо? – тине, тирле маңлайын эшләпәһе менән һөртөп.
    – Эйе.
    – Һин Йомартмы?
    – Эйе!
    – Әсәйең өйҙәме, беҙ һеҙҙең туғандарығыҙ булабыҙ...
    – Инегеҙ, әсәйем эштә, – тигәндә асыҡ ишектән Олжос килеп сыҡты. Оҙон ҡуллы, оҙон аяҡлы, оҙон муйынлы, оҙон танаулы, ҡыҫыҡ күҙле ир баланы күреп, уға күҙ һалды. Олжос уның иғтибарынан ҡурҡып, Йомарт яғына атлап китте. Ғәжәп – өсөһө лә сабыйҙан күҙҙәрен алмай. Сит кешеләрҙең секерәйеп ҡарауын оҡшатмай баланы ҡулына алды Йомарт.
    – Ух, ҡояш бөгөн ныҡ ҡыҙҙыра! – Был кеше, алға атлап, ишек алдындағы эскәмйәгә ултырҙы. Балалары уның эргәһенә ҡунаҡланы.
    Йомарт ҡустыһын арҡаһына ултыртты. Олжос бәләкәй ҡулдары менән ағаһының муйынына йәбеште лә күҙҙәрен ҡыҫып, теге кешегә ҡарап торҙо.
    – Балағыҙҙың исеме нисек? – тип һораны ир.
    – Олжос.
    – Һеҙ бөйөк шағир хөрмәтенә шундай исем ҡуштығыҙмы? Ул Олжос кеүек шәп егет булһын! – Ул тағы ла тишерҙәй булып ҡарап торҙо.
    – Эҫе булһа, өйгә инегеҙ! Хәҙер әсәйем ҡайта, – тине Йомарт, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп.
    Ошоно ғына көткәндәй улар ишеккә ҡарай йүнәлделәр. Ҡараңғы төшкәс, әсәһе лә эштән ҡайтты. Әсәһе уларҙы ҡосаҡлаған килеш илай ине. Олжос әсәһенең күҙ йәштәренән ҡурҡып, уға нығыраҡ һырылды.
    – Бына һинең балаң үҫте инде. Беҙ күптән түгел генә уның тышауҙарын киҫтек. Исеме – Олжос! – тине ул, Олжосты үҙенә алып.
    Балаларҙың береһе салбар кейгән ҡыҙыҡай ине.
  • – Йомарт, был Аҡылбек ағайың, Олжостың атаһы. Ә был балалар – Камшат менән Дастан, – тип таныштырҙы. Уларҙың әсәһе минең һеңлем ине.
    “Әгәр атаһы Олжосты алып китһә, беҙ нимә эшләрбеҙ икән”, тип ҡайғырҙы Йомарт. Ул бәләкәй, шаян Олжос менән һис айырылышырға теләмәй. Уларҙың йыуанысы бит ул. Ә улар, киреһенсә, был ауылға күсергә теләйҙәр икән.
    – Бик дөрөҫ! – тип хупланы әсәһе. – Балаларҙың бында әсәһе яғынан туғандары бар. Иҫеңдә тот, Аҡылбек, һиңә баланы бирә алмайым, ул минең өсөн һеңлемдең бер иҫтәлеге. Мин уны ҡырҡ көн булмаҫ элек уллыҡҡа алдым. Хәҙер ул Йомарттың иптәше, – тип иламһыраны.
    Йомарт әсәһен бер ҡасан да шундай хисле итеп күргәне юҡ ине. Ул һеңлеһен дә, уның балаһын да бик яҡын күрә.
    – Уҡыуҙар башланғанға тиклем күсеп килегеҙ, былтыр күсеп киткән кешенең йорто буш тора. Мин хужаһын табып, уның менән һөйләшермен, һораһа, бер аҙ түләрһең, – тине әсәһе, мәсьәләне хәл итеп.
    – Жибек, әгәр рөхсәт итһәң, был ике бала Йомартжан янында ҡалһын, мин бөтә нәмәне үҙем ташыйым, – тине ул һәм юлға сыҡты.
    – Ҡалдыр, барыбер ошо ауылда йәшәйәсәктәр бит, – тине әсәһе. Шунан Олжосты ҡулдарына күтәреп: – Атайың менән хушлаш, – тип баланан ҡулын болғатты. Ошо һүҙҙәрҙән һуң Аҡылбек ағайҙың күҙҙәренә йәш тулды. Ул бөтәһенә ҡараны ла өйҙән сығып китте.
    Тиҙҙән Аҡылбек ағай әсәһе һөйләшеп ҡуйған йортҡа күсеп килде. Йомарт тейәлгән йөк уртаһында яңы велосипедты шунда уҡ күреп ҡалды ла ах итте. Моғайын, был Дастандыҡылыр тип уйланы, ике күҙе велосипедта булды. Бына бөтә әйберҙәрҙе өйгә ташып бөттөләр. Аҡылбек ағай урындыҡҡа ултырғас:
    – Йомарт, һин инде ҙур егет булдың, быны һиңә кисә Чунджиҙа һатып алдым, – тине ул матур велосипедты Йомарт яғына этеп.
    Бөтәһенең дә ҡарашы мөғжизәле бүләккә тартылды. Әсәһе ниндәй ҡыуанды! Йомарт шунда уҡ елдертеп сығып китер ине лә, әле йөрөй белмәй шул. Ул әлегә рулде бороп, уны ихатаға индереп стенаға терәтеп ҡуйҙы. Эсенән генә "иртәгә өйрәнермен” тип уйлап ҡуйҙы ул.
    Таң аттыра алмай аптыраны Йомарт. Камшат булғас, уға еңелерәк булып ҡалды. Хәҙер Олжосты ул да ҡараша. Тәүҙә Йомарт велосипедта йөрөй алмай йығылып аҙапланһа ла, бер аҙнанан ул бөтә ауыл буйлап елдертеп йөрөй ине. Унан Дастанды ла велосипедтың артына ултыртып йөрөргә өйрәнеп алды.

    СПОРТ МЕНӘН НИСЕК ДУҪЛАШТЫ

    Йомартҡа Аҡылбек ағайҙың балалары менән бында күсеп килеүе харап оҡшаны. Әсәһе һарыҡтар менән кәзәләрҙе уларҙың аҙбарына алып китте. Уларҙы хәҙер Аҡылбек ҡарай. Йомарт йәй көнө иртән, ҡыҙыл һыйырҙы һауғас, уны көтөүгә ҡыуа, ә ҡыш һыйыр аҙбарында ашата. Утын бушатыу, малдарға бесән килтереүгә лә Аҡылбек ағай яуаплы. Камшат та ҡышын-йәйен Йомарттарҙың йортонда була. Олжосҡа унан да яҡшы тәрбиәсе юҡ. Ул да алпан-толпан атлап уның артынан ҡалмай.
    Тик Йомартҡа әсәһенең Аҡылбектең өйөнә барып, Дастан менән уның атаһы өсөн ашарға әҙерләүе оҡшап бөтмәй. Хатта эштән һуң ҡайтһа ла уларға бара бит әле. Унан һауытҡа һалып өс балаға ашарға алып ҡайта. Ә улар уны өйҙә күҙҙәрен дә йоммай көтә. Йомарт яратҡан әсәһен бүтәндәр менән бүлешергә теләмәй. Тик ул был хаҡта бер нисек тә әсәһенә әйтә алмай шул. Әгәр әсәһе унда бармаһа, астан үләсәк кеүек хис итәләр үҙҙәрен. Аҡылбеккә булған асыуын ул йыш ҡына Дастанға төшөрә.
    Аҡылбек көндәрҙең береһендә аҙбарға ҡом һалынған тоҡ аҫып ҡуйҙы ла Дастан менән Йомартты спортҡа өйрәтә башланы. “Спорт менән шөғөлләнгән егет көслө була, үҙен рәнйетмәҫ, яҡындарын яҡлаясаҡ”, – тине. Ҡайҙандыр боксер бирсәткәләре лә табып алып килгән. Трактор тимерҙәренән штанга ла, турник та эшләп бирҙе. Уларҙа нисек шөғөлләнергә лә өйрәтте. Шулай уҡ, өлкән булыуына ҡарамаҫтан, мәктәп уҡыусылары менән футбол уйнар өсөн ауылдан ситтә яланға йөрөй. Эштән бушағанда, бокс менән шөғөлләнә, штанга тарта, турникта күтәрелә, ауыл яғынан йүгереп үтә, спорт менән шөғөлләнә. Барыбер Йомартҡа Аҡылбек оҡшамай. Дуҫтары: «Һинең еҙнәң шундай шәп, беҙҙең атайҙарҙы телевизор алдынан ҡуҙғалтып булмай”, – ти. “Беҙҙең телевизорыбыҙ булмағас, ул тағы ҡайҙа барһын?” – тип эстән генә мыҫҡыллы көлдө.
    Дастан Йомарттан ике йәшкә кесе. Ул бик көсһөҙ. Бик оҙон түгел, аяҡтары кәкре. Күпме генә эш ҡушмаһын, күпме генә мыҫҡыллы һүҙ әйтмәһен, ул бер
  • һүҙ ҙә әйтмәй, йылмая ғына. Уның шатланып йөрөүенә лә асыуы килә. Ә әсәһе Аҡылбекте лә, уның балаларын да йәлләй, улар тураһында хәстәрлек күрә. Әйтерһең, берҙән-бере Йомартты онотҡан.
    Йомарт көнләшеүҙән:
    – Әсәй, ни өсөн был Дастан шундай бәләкәй, ә атаһы ҙур, – тине мыҫҡылларға тырышып.
    – И-и, йөрәгем, ул бит ирендәрендә һөт кипмәгән килеш етем ҡалды.
    – Мин дә етем бит.
    – Эй, ахмаҡ, шундай әйтем бар: “Атайһыҙ бала – ярты етем, әсәһе булмаған бала – тулыһынса етем”. Атайың булмаһа ла, миңә рәхмәт әйтеп, ошо һүҙҙәрҙе әйтәһең бит. Һинең бөтә нәмәң бар, үҙеңдең өйөңдә ултыраһың. Улар әсәйһеҙ ҡалды, тегендә-бында йөрөп, бында күсеп килделәр. Ир-ат нимә эшләй ала, ул, хатта өлкән кеше булһа ла, ниндәйҙер кимәлдә миңә бәйле. Әгәр әсәләре иҫән булһа, улар миңә Олжосты бирмәҫ тә ине, өс балаһы менән үҙҙәре бешереп ашар ине. Һин берәү генә. Улар өсәү. Улар үҫкәс, өс ғаилә буласаҡ, бер-береһенә ярҙам итәсәктәр. Минән башҡа һинең кемдәрең бар? Һин уларға туған бул, уларҙың яҡлаусыһы бул. Әгәр мин үлеп китһәм, һин уларға бәйле булырһың.
    Йомарт был һүҙҙәрҙән ҡурҡып китте. Ысынлап та, әсәһе үлһә, ул яңғыҙ ҡалыр, ҡайҙа барыр?
    Ошо һөйләшеүҙән һуң ул етем балаға тиккә бәйләнеүҙән туҡтаны. Аҡылбек менән дә бәхәсләшмәй. Дастанды велосипедҡа ултырта, өйгә саҡыра, икәүләп спорт менән шөғөлләнәләр. Хәҙер Дастан да асылды, күберәк һөйләшә башланы, аңламағанын унан һорай.
    Аҡылбек менән бесән йыйырға барғанда, уның көсөнә хайран ҡалды Йомарт. Салғыны бер һелтәгәндә өй ҙурлығындағы ерҙе түшәп һала. Ул майканы башына бәйләп ала ла ҡояш ныҡ ҡыҙҙырғансы бер туҡтамай эшләй. Ваҡыт-ваҡыт менән әсәһе әҙерләгән айранды эсеп ала ла тағы ла эшкә тотона. Шундай тынлыҡта бары уның салғы тауышы ғына ишетелә.
    Йомарт һәм Дастан ҡулдары менән канау, юл ситендәге үләндәрҙе өҙөп ала. Ҡояш төшлөккә еткәс:
    – Балалар, әйҙәгеҙ, ҡояш байығансы ял итәйек, – тип ул футболкаһын сисеп, бөтә тәнендәге тирен һөртөп, һарайға юллана. Улар өс ағасты бергә ҡушып, уның өҫтөн ҡамыш менән ҡаплап, эҫелектән һыйыныу урыны эшләне. Һуңынан әсәһе әҙерләгән ризыҡтарҙы ашай башлайҙар. Өсөһө лә бергә ашап туйғас, улар кинәнеп йәшел болонда ята. Аҡылбек балаларға күптән үткән ваҡиғалар, ишеткәндәре тураһында һөйләй.
    Аҡылбек Алматынан алыҫ булмаған ауылда үҫә. Бала сағында ул футболсы булырға теләй, туп тибеп йөрөп, өйгә ҡайтып инмәй тиерлек. Бер мәл атаһы ҡалаға барып, алыҫ туғанын таба. Ул ҙур уҡыу йортоноң хужаһы була. Етенсе класты тамамлағас, ул малайҙы Алматының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә уҡырға урынлаштырырға ярҙам итә. Хыялын тормошҡа ашырған Аҡылбек, күнекмәләр алып, яҡшы спортсыға әйләнә. Бер ваҡыт ул башҡа балалар менән һуғышҡанда кемдер тимер менән тубығына һуғып уның аяғын һындыра. Шул саҡта уның бөтә хыялдары юҡҡа сыға, һәм ул ауылға ҡайта, сөнки спорт мәктәбе талаптарына тап килмәй. Физкультура институтына уҡырға инеү өсөн дә, армияға барыу өсөн дә яраҡһыҙ булып ҡала. Ул хатта төплө белем талап иткән университетҡа уҡырға инә алмай, сөнки спорт менән генә мәшғүл булып, математика, физика кеүек төп предметтарға иғтибар бирмәй. Һуңынан, унынсы класты тамамлағас, водитель булып йөрөй. Бер мәл юлда Дастандың әсәһен осрата. Ул уҡытыусы була. Уның эше буйынса улар Чарын ауылына китә, һәм өс балалары тыуа. Олжосты тапҡанда ныҡ ауырып китә ул һәм вафат була.
    Йомарттың әсәһе бик изге күңелле – яңы тыуған Олжосты тәрбиәләй, ла ике балаһын ҡараша. Уға сабыйҙарҙы балалар йортона алып барырға тәҡдим итеүселәр ҙә табыла. Әгәр уның әсәһе ҡарамаһа, Олжосты шунда алып китерҙәр ине.
    – Олжос хаҡына беҙ һеҙгә килдек, бында беҙгә яҡшыраҡ буласаҡ, – тине Аҡылбек үҙенең хикәйәһе аҙағында, әсәһенә айырым рәхмәт әйтеп.
    Минең әсәйем шундай изгелекле кеше тип ҡыуанып бөтә алманы Йомарт.
    – Һеҙ, балалар, минең кеүек бер эш менән әүҙем шөғөлләнмәгеҙ, спортты ла яратығыҙ, бөтә предметтарҙы ла яҡшы өйрәнегеҙ. Кәрәкмәгән урындағы низағҡа инергә ярамай. Үҙ көсөгөҙҙө белем менән күрһәтегеҙ. Ата-бабаларыбыҙ “Көсө бар берҙе еңер, белемле меңде еңер” тигән. Маҡсаттарығыҙға ирешер өсөн сабыр, ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ! – тип аҡыллы кәңәшен бирҙе. Шул ваҡыттан алып Йомарт Аҡылбек еҙнәһе менән ныҡлы

дуҫлашты.
Көҙөн, етенсе класта уҡый башлағанда, ул спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башланы. Мәктәптә волейбол, баскетбол, футбол, өҫтәл теннисы секцияларында ҡатнашты. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған ярыштарҙы ҡалдырманы, бик йыш маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Уҡыу йылы башында «Сәләмәтлек фестивале”ндә бөтә уҡытыусылар, уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Физкультура уҡытыусыһы Сайдалым Адек улы, был ярыштарҙа еңеүселәр район ярыштарында ҡатнашасаҡ, ә унда ла еңеүселәр өлкә һәм республика бәйгеләрендә көс һынашасаҡ, тип шатландырып ҡуйҙы. Ҡасабала ҙур спорт майҙансығы төҙөләсәге тураһында яҡшы хәбәр таралды. Хәҙер ауылда спорт менән шөғөлләнергә теләмәгән бала юҡ.
Аҡылбек ағай менән кәңәшләшкәндән һуң, Йомарт дистанцияға йүгереү буйынса район ярыштарында ҡатнашыу маҡсатын ҡуйҙы. Аҡылбек башта малайға үҙенең белгәнен аңлатты. Йомарт уның спорт тураһында һөйләгәндә күҙҙәре янып китеүенә һоҡланды, ул шул тиклем һөйләшергә әүәҫ. Белмәгән бер нәмәһе лә юҡ.
– Йүгереү – ул еңел атлетика, ул иң мөһим спорт төрө, халыҡ уны “спорт батшабикәһе” тип атай. Йүгереү менән шөғөлләнеү өсөн әллә ни күп сығымдар кәрәкмәй, шуға ла күрә күптәр уны һайлай.
Уның төрҙәре бик күп– йүгереү, һикереү, ырғытыу, күпбәйге һәм башҡалар. Еңел атлетика классик олимпия атлетикаһына, ә ҡалғандары классик булмағандарға бүленә. Ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар, төрлө йәштәге малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн спорт төрҙәре бар. Беренсе Олимпия уйындары Грецияла үтә. Шул ваҡыттан алып улар бөтә донъя буйлап үткәрелә. Илебеҙ командалары бөтә донъя олимпиадаларында дүрт йыл һайын ярыша. 1980 йылда Мәскәүҙә үтте. Унда Жаксылык Ушкемпиров исемле ҡаҙаҡ грек-рим көрәше буйынса олимпия чемпионы булды. Ул – Ҡаҙағстан тарихында алтын миҙал яулаған беренсе олимпия чемпионы. Олимпия миҙалы тағыр алдынан ул: “Мин йә үләм, йә алтын миҙал алам” тип үҙемә ант бирҙем”, – тип әйткән. Шулай итеп, ҡаҙаҡ көрәшсеһенең милләте һәм исеме донъяға билдәле булды. Һин спорт менән дә, көрәш менән дә ныҡлап шөғөлләнмәҫһең, бәлки. Әммә намыҫлы булырға, спортты тормош юлдашы итергә һәм һәр эштә еңергә өйрәнеү өсөн Жаксылык Ушкемпировтан өлгө алырға кәрәк, – тип аңлатты ул.
Аҡылбектең кәңәшенән һуң Йомарт үҙенең уҡытыусыһы менән ҡыҫҡа аралыҡҡа йүгереү буйынса ныҡлап шөғөлләнә башланы. 100 һәм 400 метр алыҫлыҡҡа йүгереүҙә район-ара ярыштарҙа ул юғары һөҙөмтә күрһәтеп, иң шәп өсәү иҫәбенә инде. Ошо уҡ йылда мәктәптәре лә райондар араһында команда зачетында икенсе урынды яуланы.
Был ҡаҙаныш Йомартты ғына түгел, уның бөтә тиҫтерҙәрен дә спортҡа ылыҡтырҙы. Районда уларҙың мәктәбенең даны артты. Шулай уҡ физкультуранан уҡытҡан Сайдалым ағаһының да дәрәжәһе күтәрелде.