Рәсәйҙә кесе эшҡыуарлыҡ менән 30 миллион самаһы кеше шөғөлләнә. Беҙҙең халыҡ араһында иһә туҡтамайынса үҙаллы эшләүселәр һирәк. Кемдер тәүге ауырлыҡтар алдында уҡ баҙап ҡала. Икенселәре баҙар шарттарына яраҡлаша алмай. Өсөнсөләренең түҙемлеге етмәй. Ильяс АСҠАРОВ был өлкәлә утты ла, һыуҙы ла үткән кеше.
Бөрйән районының Ҡурғашлы ауылында тыуған оҫта бала сағынан уҡ ағас эше менән ҡыҙыҡһына. Аҙыҡ бүлергә ҡулланылған таҡталарҙы һырлап-семәрләп үҫмер сағында уҡ эшләй. Башланғыс кластар уҡытыусыһына уҡыған Ильяс, башҡа бик күп көслө заттар кеүек үк, мәғариф өлкәһендә оҙаҡ тотҡарланмай. Төрлө эштәрҙә йөрөй. Бер көн һуңғы эш хаҡына ағас эшкәртеү өсөн ҡорамалдар һатып ала. Эшҡыуар булырға ҡарар итә ул. Ун йыл инде уны тирә-яҡта мебелдәр оҫтаһы итеп беләләр. Бөгөнгө көндә йорт йыһаздары һатылған магазиндарҙы аҙым һайын осратырға мөмкин. Тик улар күптән һыналған. Күптәре бысҡы онтағы менән елемдән генә торғанға, сифаты ныҡ түбән. Әҙ генә һыу тейһә лә, туранан-тура ҡояш нурҙары төшһә лә, ҡәҙи