Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Эш хаҡы һәйбәт, белгестәр әҙерләнә...

Донъялағы иң яуаплы һәм хөрмәтле, бар булмышын кешеләрҙең һаулығын, ғүмерен һаҡлап ҡалыуға арнаған һөнәр эйәләре – табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре. Был һөнәр фиҙакәрлек, төплө белем, сабырлыҡ талап итә. Тимәк, медицина хеҙмәткәре булыу – йөрәк саҡырыуы, намыҫ ҡушыуы буйынса ғүмер буйы башҡарылған тынғыһыҙ хеҙмәт. Дәүләт ярҙамы
Бөгөнгө көндә республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 75 меңдән артыҡ хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың 15 меңе – табиптар, 37 меңе урта звено белгестәре. Ил буйынса ҡарағанда, был тармаҡта 2 миллион самаһы медицина хеҙмәткәре иҫәпләнә. Рәсәй халҡының 2023 йылда яҡынса 146,4 миллион кеше тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, һәр 73 рәсәйлегә бер медицина хеҙмәткәре тура килә икән. Уртаса эш хаҡына күҙ һалһаҡ, ил табиптары яҡынса айына 92 мең һум ала. Федераль медицина ойошмаларында ул бер аҙ юғарыраҡ – 109 мең һум тәшкил иткән. Шәфҡәт туташтары, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 46,5 мең һум, кесе медицина хеҙмәткәрҙәре 39,7 мең һум аҡса ала. Ә кадрҙар проблемаһына килгәндә, илдең

Донъялағы иң яуаплы һәм хөрмәтле, бар булмышын кешеләрҙең һаулығын, ғүмерен һаҡлап ҡалыуға арнаған һөнәр эйәләре – табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре. Был һөнәр фиҙакәрлек, төплө белем, сабырлыҡ талап итә. Тимәк, медицина хеҙмәткәре булыу – йөрәк саҡырыуы, намыҫ ҡушыуы буйынса ғүмер буйы башҡарылған тынғыһыҙ хеҙмәт.

Дәүләт ярҙамы

Бөгөнгө көндә республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 75 меңдән артыҡ хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың 15 меңе – табиптар, 37 меңе урта звено белгестәре. Ил буйынса ҡарағанда, был тармаҡта 2 миллион самаһы медицина хеҙмәткәре иҫәпләнә. Рәсәй халҡының 2023 йылда яҡынса 146,4 миллион кеше тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, һәр 73 рәсәйлегә бер медицина хеҙмәткәре тура килә икән. Уртаса эш хаҡына күҙ һалһаҡ, ил табиптары яҡынса айына 92 мең һум ала. Федераль медицина ойошмаларында ул бер аҙ юғарыраҡ – 109 мең һум тәшкил иткән. Шәфҡәт туташтары, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 46,5 мең һум, кесе медицина хеҙмәткәрҙәре 39,7 мең һум аҡса ала. Ә кадрҙар проблемаһына килгәндә, илдең һаулыҡ һаҡлау системаһында 63 мең урта звено медицина хеҙмәткәре, 29 мең табип етмәй. Был хаҡта “ОргЗдрав – 2024” халыҡ-ара конференцияһында Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе урынбаҫары Татьяна Семенова белдерҙе.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында иһә медицина кадрҙарына ихтыяж 4,4 мең кеше тәшкил итә. Ашығыс ярҙам хеҙмәтенә тағы ла 340 хеҙмәткәр талап ителә. Төбәк хөкүмәте хәлде контролгә алып, кадрҙар йәлеп итеү буйынса саралар комплексы тәҡдим итте. Атап әйткәндә, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина учреждениеларын 2024 йылдың аҙағына тиклем ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү буйынса “юл картаһы” төҙөнө. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү һәр кемде – дәүләтте, йәмғиәтте һәм белгестәрҙең үҙҙәрен дә ҡыҙыҡһындыра.
Финанс дәртләндереү, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу – кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең иң уңайлы сараһылыр, моғайын. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ярҙам программалары бер нисә йыл рәттән эшләй һәм уларҙың һөҙөмтәле булыуын раҫлай. Иң билдәлеһе һәм популяры – “Земский доктор” менән “Земский фельдшер” программалары. Кадрҙар буйынса ихтыяжды иҫәпкә алып, улар 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Был программалар буйынса ауыл ерендә эшкә урынлашҡан табиптарға – миллион һум (төпкөл райондарҙа 1,5 миллион), ә шәфҡәт туташтарына 500 мең һум (төпкөл райондарҙа 750 мең) аҡса ҡаралған. 2023 йылда был ярҙам республиканың 195 табибына һәм 101 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәренә бирелгән. Федераль ҡаҙнанан бүленгән һәм ҡулланылған аҡса күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө позицияны биләй. Мәҫәлән, Хәйбулла районында 2020 – 2023 йылдарҙа “Земский доктор” программаһы буйынса ете табип дәүләт ярҙамы алған. Бынан тыш, өс фельдшер һәм ике шәфҡәт туташына ла “Земский фельдшер” программаһына ярашлы аҡса бирелгән. Аҡъяр үҙәк дауаханаһы тағы ла ошондай уҡ ярҙамды Травматолог, дерматовенеролог, акушер-гинеколог, хирург, табип-терапевҡа һәм дүрт фельдшерға күрһәтергә әҙер – әлеге ваҡытта район был белгестәргә ҡытлыҡ кисерә.
“Земский доктор” программаһында ҡатнашыу өсөн ауыл еренә (йәшәүселәр һаны 50 меңдән артмаған) эшкә барған юғары белемле табиптарға биш йылға килешеү төҙөргә кәрәк. Табип документтар тапшырғансы һынау ваҡыты үтергә тейеш. Түләнгән аҡсаны йорт төҙөүгә, торлаҡ алыуға, ипотеканы түләүгә тотонорға була. Ярҙам алған райондан килешеүҙәге биш йыл үтмәйенсә эштән китеүселәр алған аҡсаны кире ҡайтарырға бурыслы. Бала табыу отпускыһы, ауырыу сәбәпле эштән китеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә (хәрби операцияла ҡатнашыу, эпидемия сәбәпле икенсе эшкә күсерелеү) һәм хеҙмәткәрҙең үлем осрағында ғына түләнгән аҡса кире ҡайтарылмай.
Тағы ла бер республика программаһы – “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар” – биргән мөмкинлектәрҙе файҙаланып, 25 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән ауылға эшкә килеүсе табиптар 3 миллион һум күләмендә ярҙам ала. Махсус белеме булған хеҙмәткәрҙәр ҙә эш хаҡына өҫтәлмәләргә өмөт итә ала – 2023 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына республика бюджетынан өҫтәмә түләүҙәр индерҙе. Был категорияға психиатрик ашығыс ярҙам бригадаһы һәм кесе медицина хеҙмәткәрҙәре (ай һайын 4500 һум түләнә), беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүсе йәки диспансер күҙәтеүе алып барыусы урта махсус белемле белгестәр (6500 һум), махсус психиатрия бригадаларының шәфҡәт туташтары һәм фельдшерҙары (7000 һум), “Тиҙ ярҙам” водителдәре (12 мең һум) һәм участка табиптары (14,5 мең һум) инә.


Яңы уҡыу йорттары

Алдан яҙып үткәнебеҙсә, кадрҙар проблемаһы беҙҙең республикала ғына түгел, тотош илдә киҫкен тора. Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Рауль Халфин был проблеманы хәл итеү буйынса ниндәй өҫтәмә саралар күреүе хаҡында һөйләне:
– Республика оптимизация һәм иҡтисади көрсөк осоронда ла фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һаҡлап алып ҡалды. Улай ғына ла түгел, уларҙың һаны 2200-гә яҡынланы. Һуңғы йылдарҙа улар яйлап алмаштырыла, ремонтлана, яңы пункттар төҙөлә. 2019 йылдан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 250-нән ашыу ФАП сафҡа индерелгән. Әлбиттә, уларға махсус белемле белгестәр ҙә талап ителә. Эшләп йөрөүселәр ҙә олоғая – медицина хеҙмәткәрҙәренең уртаса йәше — 48 йәш. Кадрҙар проблемаһын хәл итеү өсөн мөһим ҡарарҙарҙың береһе – республика райондарында медицина колледждарының өҫтәмә филиалдары асыу булды. Бөгөнгө көндә дүрт филиал (Учалы, Мәсәғүт, Октябрьский һәм Күмертау ҡалаларында) эшләй. Белем биреү учреждениелары яңы, төҙөкләндерелгән биналарҙа урынлашҡан, дәрестәр бар талаптарға ла яуап биргән, заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа үтә. Шарттар шәп. Филиалдар киләһе йыл тәүге ҡарлуғастарына – фельдшерҙар бүлеге студенттарына диплом тапшырасаҡ. Улар үҙҙәренең тыуған йәки белем алған районында эшкә урынлашыр, тигән ышаныс бар. Тимәк, 2025 йылда республика дауаханалары һәм ФАП-тары тағы ла күберәк хеҙмәткәрҙәр менән тулыланыр. Ә быйыл республиканың махсус урта медицина уҡыу йорттарын 1901 белгес тамамланы. Уларҙың 1,5 мең тирәһен эшкә урынлаштырыу буйынса килешеүҙәр төҙөлгән дә инде. Тик шуны ла оноторға ярамай: улар эшкә ҡайтһын һәм төпләнһен өсөн урындағы хакимиәт тә уларға ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш. Дәүләт квалификациялы табиптар һәм шәфҡәт туташтары һанын арттырыу менән ҡыҙыҡһына, тимәк, был тармаҡҡа һәм кадрҙарға ярҙам арта ғына барасаҡ.

Шәфҡәт туташы булыу ауырмы?

Күптән түгел Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә медицина белеме һәм кадрҙар сәйәсәте департаменты директоры Артем Наркевич медицина һәм фармацевтика вуздары студенттары советы ултырышында ҙур борсолоу менән сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта диплом алған белгестәрҙең һөнәре буйынса эшкә бармауы, барған хәлдә лә, 3 – 4 йылдан икенсе тармаҡҡа күсеүе йыш күҙәтелә. Был айырыуса урта махсус белем алған шәфҡәт туташтары, медицина хеҙмәткәрҙәре араһында һиҙелә. Дәүләт ҡарамағында булған дауаханаларҙа карьера үҫешенә, аҡсалата ярҙам алыуға, белем арттырыуға мөмкинлектәр ҙурыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, кадрҙар ҡытлығы кәмемәй.
Ауыл ерендә генә түгел, ҡала дауаханаларында ла вакант урындар күп, әммә эшкә килергә теләүселәр юҡ кимәлендә. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә Ишембай ҡалаһында – 12, Сибайҙа – 35, Стәрлетамаҡта –19, Өфөлә 32 шәфҡәт туташы талап ителә. Был ҡалаларҙың (Ишембайҙан тыш) үҙ медицина колледждары булыуы ла проблеманы хәл итмәй. Беҙ белгестәрҙең район һәм ҡала ойошмаларында эшләү проблемаһы буйынса Ейәнсура районы үҙәк дауаханаһының баш табибы Владислав ВАГАПОВтың да фекерен белештек.
– Зарланырлыҡ түгел, беҙҙең районда әлеге ваҡытта фельдшер-акушерҙар, шәфҡәт туташтары менән проблема юҡ. Әммә һәр хеҙмәткәр өсөн ҡурҡып, борсолоп торола – эштән китеп кенә бармаһындар. Бигерәк тә “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәре һәм шәфҡәт туташтарының эше ауыр. Уларҙан белем, тәжрибәнән тыш физик көс тә, тиҙлек тә, сабырлыҡ та талап ителә. Ауырыуҙарҙың төрлөһө була, ҡайһы саҡта үҙ аяғында йөрөй алмағандарҙы носилка менән күтәрергә лә, каталка менән һөйрәргә лә тура килә уларға. Яңы уҡып бөткән йәш кенә ҡыҙҙар быға нисек түҙһен? Иҫерек йәки адекват булмаған ауырыуҙар көс ҡуллана ҡалһа, табиптар, шәфҡәт туташтары үҙен яҡлай ҙа алмай. Ә уларҙың биргән анты бар, табип этикаһы буйынса кешене айырмай ҡабул итергә, дауаларға тейештәр. Тағы ла урта махсус белем алып ҡайтҡан кадрҙар бер нисә йыл эшләп тәжрибә туплағас, юғары белем алыу тураһында уйлана башлай. Шуға ла олораҡтар оҙаҡ йылдар эшләһә лә, йәштәр тотҡарланмай. Әлбиттә, уларҙың белемгә ынтылышы һәйбәт күренеш, юғары белемле табип булып районға эшкә ҡайтһалар, тағы ла шатланыр инек. Ә инде медицина хеҙмәткәрҙәренең, хатта табиптарҙың дәүләт ойошмаларына эшкә барырға теләмәүенә килгәндә, был һуңғы йылдарҙа, ысынлап та, йыш күҙәтелә. Беренсенән, шәхси клиникалар һаны йылдан-йыл арта. Уларҙа һәр клиенттан аҡса килә, бәлки, шуныһы менән ҡыҙыҡтыраларҙыр. Икенсенән, ҡалалағы фитнес, косметология үҙәктәре, СПА-салондар, дөрөҫ туҡланыу консультациялары хәҙер үҙҙәренә тик махсус белемле хеҙмәткәрҙәр алырға тырыша. Шуға ла медицина колледжын тамамлаған егет-ҡыҙҙар ауылға ҡайтыуға ҡарағанда, матурлыҡ индустрияһында эшләүҙе өҫтөн күрә. Әммә гел зарланып ҡына ултырмайбыҙ, район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов менән проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләйбеҙ, табабыҙ. Уның менән берлектә медицина университеты һәм медицина училищелары студенттары менән йыл һайын осрашыуҙар үтә. Районда “Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү” программаһы булдырылған. Шулай уҡ “Ейәнсура районында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү” муниципаль программаһы эшләй, уға ярашлы һуңғы ике йылда өс белгескә административ торлаҡ бирелде. Бынан тыш, маҡсатлы килешеү буйынса уҡырға ингән студенттар өсөн дөйөм чат булдырылған, үҙәк район дауаханаһы сайтында, социаль селтәрҙәргә, мәшғүллек бюроһына вакант урындар тураһында иғлан ҡуйылған. Әлеге ваҡытта беҙҙең дауаханала 55 табип (уларҙың өсөһө күрше райондарҙан килешеү нигеҙендә аҙнаһына бер нисә көн килеп ҡабул итеү ойоштора) һәм 210 медицина хеҙмәткәре эшләй. Балалар табибы, балалар стоматологы, терапевт, хирург һәм анестезиолог-реаниматологтар килһә, ҡуш ҡуллап эшкә алырға әҙербеҙ. Әйтеп үтеүебеҙсә, хеҙмәткәрҙәргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Һуңғы өс йылда “Земский доктор”, “Земский фельдшер” федераль һәм төбәк программалары буйынса һигеҙ табип һәм дүрт фельдшер түләүҙәр алды, быйыл да документтар әҙерләгәнбеҙ, – ти Владислав Радик улы.
Белгестәр әҙерләнә, эш урындары бар, эш хаҡы ла яҡшы. Хатта дәүләт ярҙамы ла бар. Бары тик кадрҙар проблемаһын ғына хәл итергә кәрәк. Район, республика, ил етәкселеге был йәһәттән комплекслы программа ла алып бара. Тик шуны ла оноторға ярамай: проблеманы аҡса түләп кенә хәл итеп булмай (быны эш хаҡын кәметеү йәки түләүҙәрҙе бөтөрөү тип аңларға ярамай). Уңайлы эш шарттары, дауалау һәм тикшерелеү өсөн заманса ҡорамалдар, белем алыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлектәре, иге-сиге күренмәгән документтар тултырыу һәм отчеттарҙан арыныу һәм башҡалар – был исемлекте тағы ла дауам итергә була – эште яратып, күңел биреп башҡарыу өсөн мөмкинлектәр ҙә кәрәк.


Гөлнур ҠЫУАТОВА.