Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Беҙҙә уға тиңдәр юҡ!

Башҡортостанда уға тиңдәр юҡ! Был һис тә шаштырыу түгел. Ә бит егеткә ни бары ун ете генә йәш!.. Донъяла шахмат композицияһы буйынса иң йәш гроссмейстер исеменә лайыҡ булған Урал ХӘСӘНОВ – респуб­лика исемен танытып йөрөү­се егеттәребеҙҙең береһе. Шахмат донъяһында киң танылыу яулап өлгөргән Урал Рәмил улы Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән. Ғаиләлә ул иң өлкәне: уның ҡустыһы менән һеңлеһе лә бар. Сатраш уйнауға оҫталыҡ, башҡаларҙан айырылып торған фекер йөрөтөү ҡандан киләлер. Ғаилә башлығы Рәмил Хәсәнов – техник фәндәр кандидаты, Өфө дәүләт нефть-техник университетының Салауат филиалында кафедра мөдире. Әсәһе Гөлназ Ғилметдин ҡыҙы — инженер. Уралдың бәләкәйҙән хәтере яҡшы. Математикаға лә шәп була. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә, 3 – 4 йәшендә, 1, 2, 3 һандарын ҡушып, 123 тип әйтеп, тәрбиәселәрҙе аптыратҡан. Ишек алдына сыҡһалар, ҡайһы машина ҡайҙа ултырғанын номерҙары менән иҫендә ҡалдырып, кисә ул теге урында ине, тип күрһәтә торған булған. Шахмат менән Урал биш йәшенән шөғөл­ләнә. Тәүге

Башҡортостанда уға тиңдәр юҡ! Был һис тә шаштырыу түгел. Ә бит егеткә ни бары ун ете генә йәш!.. Донъяла шахмат композицияһы буйынса иң йәш гроссмейстер исеменә лайыҡ булған Урал ХӘСӘНОВ – респуб­лика исемен танытып йөрөү­се егеттәребеҙҙең береһе.

Шахмат донъяһында киң танылыу яулап өлгөргән Урал Рәмил улы Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән. Ғаиләлә ул иң өлкәне: уның ҡустыһы менән һеңлеһе лә бар. Сатраш уйнауға оҫталыҡ, башҡаларҙан айырылып торған фекер йөрөтөү ҡандан киләлер. Ғаилә башлығы Рәмил Хәсәнов – техник фәндәр кандидаты, Өфө дәүләт нефть-техник университетының Салауат филиалында кафедра мөдире. Әсәһе Гөлназ Ғилметдин ҡыҙы — инженер.

Уралдың бәләкәйҙән хәтере яҡшы. Математикаға лә шәп була. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә, 3 – 4 йәшендә, 1, 2, 3 һандарын ҡушып, 123 тип әйтеп, тәрбиәселәрҙе аптыратҡан. Ишек алдына сыҡһалар, ҡайһы машина ҡайҙа ултырғанын номерҙары менән иҫендә ҡалдырып, кисә ул теге урында ине, тип күрһәтә торған булған.

Шахмат менән Урал биш йәшенән шөғөл­ләнә. Тәүге сатрашын уға ҡартаталары бүләк итә. Был уйынға һәләте булғанын өлкәндәр шунда уҡ күргәндер, моғайын. Шахматтың ҡағиҙәләренә лә уны әсәһе яғынан олатаһы Ғилметдин ағай менән атаһы яғынан ҡартатаһы Ғарифулла ағай өйрәткән. Алты йәшенән ул етди шөғөлләнә башлай. Уны тренер Роберт Фахретдинов үҙ ҡанаты аҫтына алып, классик шахматтар серенә төшөндөрә. Әйткәндәй, Урал менән бөтә ярыштарға ла ҡартатаһы Ғарифулла ағай йөрөй икән.

– Беҙ уның менән шул хәтлем күп ярыштарға барҙыҡ, хатта бер ваҡыт һөйләшкәнемдә уның һүҙҙәрен ҡуллана башлағайным. Ҡартатайыма әле 69 йәш, шулай ҙа турнирҙарға минең менән йөрөй. 18 йәшем тулһа, үҙем генә лә сәйәхәт итә аласаҡмын, — ти егет.

Шахмат уйынында бер нисә категория бар. Уралды чемпионлыҡҡа алып килгән төр — шахмат композицияһы. Егет ошо йүнәлештә 13 йәшенән шөғөлләнә. Бында ярышыусыларға мәсьәлә бирәләр: әйтәйек, өс йөрөүҙә шах ҡуйырға кәрәк. Уйлау өсөн мәсьәләнең ауырлығына ҡарап ваҡыт бүленә. Ни тиклем шәберәк хәл итәһең, шул тиклем яҡшыраҡ, бер төрлө һөҙөмтә булһа, тиҙерәк уйлаусы еңеүсе тип табыла.

– Ундай мәсьәләләр менән мин яңы-яңы уйнай башлағанда уҡ ҡыҙыҡһына инем. Был төргә тәү ҡараштан ғашиҡ булдым. Ул ваҡытта хатта ошо категорияла ярыштар үткәнен дә белмәй инем. Тәүге турнирҙа, 2015 йылда, икенсе урын яуланым, — тип егет ни өсөн тап ошо йүнәлеште һайлағанын аңлатып китте.

Тренеры — ун биш тапҡыр донъя чемпионы титулына лайыҡ булыусы Андрей Селиванов. Мәскәү шахматсыһы менән скайп аша аҙнаһына ике тап­ҡыр икешәр сәғәт шөғөл­лә­нә­ләр, өйгә эш тә бирелә.  Тап уның етәк­селе­ген­дә егет Рәсәй, Европа һәм донъя чемпио­ны була, шулай уҡ Рәсәйҙең спорт мастеры һәм халыҡ-ара мастер исемен яулай.

Күптән түгел Урал шахмат композицияһы буйынса гроссмейстер исемен алды. Был исем — шахмат донъяһында иң юғары титул!

– Ошо категорияла донъяла иң йәш гроссмейстер тип иғлан иткәстәр, нимәләр уйланың, нимәләр кисерҙең?

– Башта титулды алырмын да тип уйламаным, ундай маҡсатым да булманы. Әммә гроссмейстер тигән исемгә бик тиҙ ирешә алдым. Тренерҙарыма ҙур рәхмәт! Әлбиттә, ныҡ шатландым. Тәүҙә оҙаҡ ҡына ышанмай йөрөнөм әле ул! — тип йылмая ул.

Донъяла иң яҡшылар исемлегендә булғас, Башҡортостанда һиңә тиңдәр юҡтыр ул?..

Эйе. Классик шахматта мин Салауатта ла иң яҡшылар иҫәбенә инмәйем, әммә шахмат композицияһы категорияһында республикала минең менән ярышырлыҡ кеше әле юҡ, — ти егет.

Урал шулай уҡ – Рәсәйҙең шахмат композицияһы буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. 2019 йылда Рәсәй чемпионатында 15 йәшкә тиклемгеләр араһында еңеү яулағандан һуң уны донъя чемпионатына резерв ҡатнашыусы булараҡ алалар. Әйткәндәй, был чемпионатта көс һанашҡанда уға ни бары 13 йәш була. Рәсәй йыйылма командаһы беренселекте яулай, ә бит 2008 йылдан бындай һөҙөмтәгә ирешә алмағандар! Урал үҙе был ярышта өсөнсө урынды яулай. Төп составҡа 2021 йылда ҡабул ителә.

– Рәсәй йыйылма командаһына инеүемә, бер яҡтан, ихлас ҡыуандым. Икенсе яҡтан, тулҡынландым, сөнки ныҡ яуаплы. Насар сығышым бер минең генә түгел, ә бөтә команда һөҙөмтәһенә йоғонто яһаясаҡ бит, — тип хәтерләй егет ул ваҡыттарҙағы уйҙарын.

Киләсәктә Урал Донъя чемпионатында беренсе урын яуларға ниәтләй.

2021 йылда команда менән чемпион булғай­ныҡ. Ә үҙемдең шәхси уңышҡа килгәндә, икенсе урын ғына яулай алдым, — ти ул йылмайып.

Сәмсел егет шулай уҡ шахмат мәсьәләһен сисеүселәр (шахматисты-решатели) рейтингын­да ла беренсе булырға хыяллана, әле ул унда дүртенсе икән.

– Тәүҙә еңелгәндән һуң ныҡ ҡайғыра торғайным. Әммә һәр турнир һайын тынысыраҡ ҡабул итергә өйрәндем, уңышһыҙ уйындан һуң идеаль итеп уйнай алам, — ти егет, юлында осраған уңышһыҙлыҡтар тураһында фекер йөрөтөп. — Еңеүҙәремдең сере ябай – туҡтауһыҙ шөғөлләнергә! Ысынлап та, бер ниндәй ҙә сер юҡ. Бөтәһе лә үҙеңдән тора. Төрлө сәбәптәргә һылтанмай, көн һайын күнекмәләрҙе үткәрергә, үҙ көсөңә ышанырға ғына кәрәк.

Быйыл Урал Салауат ҡалаһының 1-се лицейында 11-се класты тамамлай. Уҡыуында ул һынатмай:  математика буйынса Гагарин исемендәге кубокка республика олимпиадаһында ике тапҡыр беренсе урынды алған. Шулай уҡ физиканан, һыҙманан да шәп икән үҙе. Ике йыл Салауат ҡала хакимиәте башлығы стипендиаты булған. Лицейҙа уның уңыштарына ҡыуанып торалар. Әммә уҡыу йәһәтенән унан, барыһынан кеүек үк, яҡшы һөҙөмтәләр талап итәләр.

– Барыһына ла нисек өлгөрөргә? Донъя кимәлендәге ярыштарға әҙерләнеү ваҡытты күп алалыр бит? — тип ҡыҙыҡһынам тырыш егеттән.

– Башта уҡыу менән шахматты бергә алып барыу ауырыраҡ ине. Хәҙер өйрәнеп бөттөм. Дәрестәргә лә, күнекмәләргә лә ваҡыт табам, — ти Урал.

Быйыл сығарылыш класс уҡыусыһы булараҡ, Уралды имтихандар көтә. Ул өс фәндән әҙер­лә­нә — математика, физика һәм рус теле. Килә­сәктә физика-математика бүлеген һайларға йыйына.

– Ә шахматтарҙан тыш нимәләр менән ҡыҙыҡһынаһың? — тип һорайым унан. Моғайын, үҫмер егет көндөң-көнө буйына сатраш тураһында ғына уйлап йөрөмәйҙер.

– Футболды яратам, — ти Урал. — Ун йәштәр тирәһендә хатта секцияға йөрөнөм. Күңелемдә мин шахматсы ғына түгел, саҡ ҡына булһа ла футболист та, — тип көлә ул.

– Минең күҙәтеүем буйынса һин социаль селтәрҙә лә ултырмайһың. Беҙҙең заманда йәштәрҙең интернеттан баш тартыуын тәүгә күреүем. Ни өсөн улай?

– Бөтөнләй ҡыҙыҡһыныуым юҡ. “Бәйләнештә”лә сәхифәмде пандемия ваҡытында кәрәк булғанға ғына астым. Ә былай беҙҙең ғаиләлә бер кем дә әүҙем алып бармай, бәлки, шуғалыр ҙа ҡыҙыҡ түгелдер, — ти егет.

Киләсәктә Урал үҙе балаларҙы шахмат нескәлектәренә өйрәтергә теләй. Мәктәпте тамамлағандан һуң да сатрашты ҡалдырмауы көн кеүек асыҡ, сөнки шахмат уйнау — уның өсөн күптән инде йәшәү рәүешенә әйләнгән. Хатта үҙен унан башҡа күҙ алдына килтерә алмай. Ярыштарҙа ҡатнашыу уға яңы офоҡтар ғына аса: фекерҙәштәр таба, үҙен баһалай, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуя. Һәр кемгә ҡыуаныс та, уңыш та килтергән шөғөл табыу бәхете бирелмәгәнен дә егет бик яҡшы аңлай.

Заһиҙә МУСИНА.