Республика Хөкүмәте премьер - министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Әсәйҙәр көнө хөрмәтенә социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған. Унда түбәндәге юлдар бар: “Бөгөн һәр беребеҙҙең тормошондағы иң мөһим кеше — Әсәйҙәр көнө. “Әсәй” - тәүге һүҙ, унһыҙ наҙлы, сабыр һәм хәстәрлекле бала саҡты күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул һәр ваҡыт эргәлә: әле генә беҙ бүлмә буйлап тәүге аҙымдар яһайбыҙ, ә һуңынан ҙур тормошҡа атлайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйем күптән инде минең менән түгел. Әммә уны көн һайын иҫкә төшөрәм, йыш ҡына уйҙарымда кәңәш һорап мөрәжәғәт итәм, ул нимә әйтер ине, тип уйлайым. Минең күңелемдәге яҡшы сифаттарым уның мөхәббәте һәм изгелеге һөҙөмтәһе. Республика Хөкүмәте әсәйҙәргә һәр яҡлап ярҙам итергә, балалар тыуыу һәм тәрбиәләү өсөн шарттар булдырырға тырыша. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъяға яңы ғүмер бүләк итеүселәр алдында бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙең мөһимлеген күп тапҡырҙар һыҙыҡ өҫтөнә алды. 2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы ти