Мин килен булып төшкән ауылда күркәм ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе айырыуса һоҡланыу тыуҙыра: өс улы һәм ике ҡыҙы әсәләре өсөн өҙөлөп тора, улар күптәргә өлгө булырлыҡ. Ғаиләнең тарихын ишеткәс иһә, берҙән, аптыраным, икенсенән, ихтирамым нығыраҡ артты. Баҡһаң, уларҙың әсәһе үгәй икән... Искәндәр ағайҙың ҡатыны Гөлгөнә йәш сағынан һаулыҡҡа туя алмай. Бер-бер артлы бала табыу уның ҡаҡшаған һаулығын бөтөнләй ҡаҡшата. Өлкәненә - алты, бәләкәсенә бер йәш булғанда, ул мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Искәндәр ағай балалары менән яңғыҙ ҡала. Ул, егәрле, оҫта кеше, донъяһын емермәй, ҡатыны менән бергә йыйған мөлкәтен таратмай. Эшендә лә уны аңлайҙар, бер нисә айға ялға ебәреп торалар. Ҡатынының икенсе районда йәшәгән ата-әсәһе балаларҙы үҙҙәренә алырға һорап та ҡарай. - Һин әле йәш, кейәү, яңы ҡатын алырһың. Балалар ҡамасау булһа, алайыҡ, нисек тә үҫтерербеҙ әле, - ти ҡәйнәһе. - Юҡ, үҙемдең балаларым үҙемдән артмай. Әсәләре лә үлде, мин дә ташлай алмайым уларҙы, - тип яуап бирә ир, һәм башҡа был хаҡ