Найти в Дзене

Оҫталарҙың эштәрен тәҡдим итәсәктәр

26-27 ноябрҙә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашыусылар панель сессиялар араһындағы үҙенсәлекле экспозицияларҙы ҡарай аласаҡ: Өфөнөң көрәш һарайында ике ил төбәктәренең халыҡ-художество кәсептәре күргәҙмәһе асыласаҡ. Был ҡәҙимге сара түгел – ойоштороусылар белем биреү-күңел асыу акцияларын, шул иҫәптән дүрт оҫталыҡ дәресен: классик башҡорт мамыҡ шәле, керамика эшләү, күн эшкәртеү, ат егеү кәрәк-яраҡтарын эшләү һәм йөн иләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен планлаштырған. Был ике ил төбәктәренең традицион халыҡ кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен үҫтереүгә һәм төбәк һөнәрселек берләшмәләре вәкилдәре араһында мәҙәни хеҙмәттшлекте һәм кооперацияны нығытыуға йүнәлтелгән экспозиция буласаҡ. Сара халыҡ художество кәсептәрен популярлаштырыу һәм уларға ярҙам итеү өсөн һөнәрселәрҙең, мәҙәни ойошмаларҙың һәм коммерция компанияларының көсөн берләштерергә мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне БР Туризмды үҫтереү үҙәге директоры Руслан Юнысов. Ҡаҙағстан ҡунаҡтарынан тыш,

26-27 ноябрҙә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашыусылар панель сессиялар араһындағы үҙенсәлекле экспозицияларҙы ҡарай аласаҡ: Өфөнөң көрәш һарайында ике ил төбәктәренең халыҡ-художество кәсептәре күргәҙмәһе асыласаҡ. Был ҡәҙимге сара түгел – ойоштороусылар белем биреү-күңел асыу акцияларын, шул иҫәптән дүрт оҫталыҡ дәресен: классик башҡорт мамыҡ шәле, керамика эшләү, күн эшкәртеү, ат егеү кәрәк-яраҡтарын эшләү һәм йөн иләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен планлаштырған. Был ике ил төбәктәренең традицион халыҡ кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен үҫтереүгә һәм төбәк һөнәрселек берләшмәләре вәкилдәре араһында мәҙәни хеҙмәттшлекте һәм кооперацияны нығытыуға йүнәлтелгән экспозиция буласаҡ. Сара халыҡ художество кәсептәрен популярлаштырыу һәм уларға ярҙам итеү өсөн һөнәрселәрҙең, мәҙәни ойошмаларҙың һәм коммерция компанияларының көсөн берләштерергә мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне БР Туризмды үҫтереү үҙәге директоры Руслан Юнысов. Ҡаҙағстан ҡунаҡтарынан тыш, күргәҙмәлә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ҡатнашыусылар көтөлә. Мари Иле Республикаһы традицион сигеүле туҡыу, биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиелары, Һарытау өлкәһе – керамик изделиелар, һырланған ағас, биҙәлгән һауыт-һаба, Ырымбур өлкәһе - мамыҡ яулыҡтары һәм шәлдәре, ә мәскәүҙәр традицион пряник изделиелары, сувенир продукцияһы һәм сәй килтерер тип көтөлә. Оҫталарҙың күбеһе, әлбиттә, Башҡортостандан буласаҡ. Күргәҙмәгә килеүселәргә милли кейем һәм биҙәүестәр, кейеҙ һәм күн әйберҙәр, музыка ҡоралдары, керамика, бал, сәк-сәк тәҡдим итәсәктәр. Бөтә уникаль һөнәрселек тауарҙарын тиерлек иҫтәлекле сувенир сифатында һатып алырға мөмкин буласаҡ. Рәсәй Һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы ике илдең иҡтисади, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн йыл һайын үткәрелә. 20 йыл эсендә Форум Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың эшлекле даирәләре араһында ғәмәли хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм үҙ-ара файҙалы стратегик партнерлыҡты нығытыу буйынса традицион майҙансыҡ статусын алды. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы 26-27 ноябрҙә Өфөлә, яңы Көрәш һарайында үтәсәк. Фото: russia-and-kazakhstan-forum.com