Ошо көндәрҙә Республика кардиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Рәсәйҙә Бөтә донъя сифат көнө – 2024» халыҡ-ара форумында ҡатнашты. Сара төрлө тармаҡтарҙан һәм илдәрҙән сифат өлкәһендәге белгестәрҙе берләштерҙе, уларға ойошмаларҙың һөҙөмтәлелеге һәм тотороҡло үҫеше мәсьәләләрен тикшереү мөмкинлеген бирҙе. Форум сиктәрендә медицина ойошмаларын үҫтереүҙе стратегик планлаштырыу, медицина ойошмалары һәм подразделениелары етәкселегенең идара итеү компетенцияларын формалаштырыу, һаулыҡ һаҡлауҙа остазлыҡ системалары буйынса сессиялар үтте. Шулай уҡ пациенттарға йүнәлтелгән медицина ойошмаһы эшенә, медицина туризмын үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәлдәр үтте. Халыҡ-ара форум һөҙөмтәле, юғары кимәлдә үтте. Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш системаһы етди яңыртыла. “Май указдары” нигеҙендә Рәсәй Президенты В. Путин тәҡдим иткән “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты буйынса, илдә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлек