Өфө ҡалаһында йәшәгән шәфҡәт туташы–анестезист Татьяна Киняпина 2023 йылда контракт буйынса махсус хәрби операцияға китә. Ул “Танкер” позывнойын ала, кесе сержант “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында өлкән шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә, тип яҙа “Башинформ”. – Минең хеҙмәт стажым 30 йыл тәшкил итә. Анестезист булыу операция бүлмәһендә анестезиолог менән бергә эшләү тигән һүҙ, ул ҙур иғтибар һәм яуаплылыҡ талап итә. Контрактҡа ҡул ҡуйыр алдынан Дим районындағы ҡала клиник дауаханаһында эшләнем. Был ваҡытҡа “Башҡортостан” полкы формалашып бөткәйне инде, миңә тиҙерәк ҡарар ҡабул итергә ваҡыт. Минең улым һәм ике йәшлек ейәнсәрем бар. Улым аҙаҡҡа тиклем минең фронтҡа китәсәгемә ышанманы. Ул мине шаярта тип уйланы, сумкаға әйберҙәр һала башлағас ҡына аңланы. “Минең бурысым – кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу”, - тинем. Тормошондағы үҙгәрештәрҙе ҡыйынһынмай ҡабул итә, “тыныс ваҡытта ла медицина хеҙмәткәренә күп ауырлыҡтарҙы кисерергә тура килә, өйрәнелгә