Найти в Дзене

Яҡташтарыбыҙ - мәртәбәле премияның өсләтә лауреаты

“Спутник ФМ” радиоһы “Радиомания-2024” милли премияһына бер түгел, өс тапҡыр лайыҡ булды! Илебеҙҙә радиотапшырыуҙар өлкәһендәге төп награданы яҡташтарыбыҙға Мәскәүҙә кисә, 22 ноябрҙә тапшырғандар. “Радиомания” премияһы 2002 йылдан алып бирелә. Уны “Радио Оскары” тип йөрөтәләр. Быйыл премияға илебеҙҙең төрлө урындарынан 300-ҙән ашыу эш килгән. Еңеүселәрҙе 22 номинацияла билдәләгәндәр. Өфөнән “Спутник ФМ” уларҙың өсәүһендә – “Радиоуйын”, "Ирекле номинация” һәм “Музыка программаһы” тигәндәрендә еңеүгә өлгәшкән. Бөгөнгә инде “Спутник ФМ – Өфө тулҡындары” радиоһында 17 “Радиомания” бар! Был - төбәк радиостанцияһының ғәйәт ҙур уңышы. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы составына “Спутник ФМ” менән бер рәтттән, ике милли радио – “Юлдаш” менән “Ашҡаҙар” ҙа инә. “Юлдаш”тар ҙа күп һөнәри конкурстарҙа еңеү яулағаны бар, ә былтыр “Радиомания”ға ла лайыҡ булды – беренсе тапҡыр илдең радио өлкәһендәге төп премияһын милли телдә эшмәкәрлек алып барған радио яуланы. Бөгөнгә радио иң популяр киң мәғлүмә

“Спутник ФМ” радиоһы “Радиомания-2024” милли премияһына бер түгел, өс тапҡыр лайыҡ булды! Илебеҙҙә радиотапшырыуҙар өлкәһендәге төп награданы яҡташтарыбыҙға Мәскәүҙә кисә, 22 ноябрҙә тапшырғандар. “Радиомания” премияһы 2002 йылдан алып бирелә. Уны “Радио Оскары” тип йөрөтәләр. Быйыл премияға илебеҙҙең төрлө урындарынан 300-ҙән ашыу эш килгән. Еңеүселәрҙе 22 номинацияла билдәләгәндәр. Өфөнән “Спутник ФМ” уларҙың өсәүһендә – “Радиоуйын”, "Ирекле номинация” һәм “Музыка программаһы” тигәндәрендә еңеүгә өлгәшкән. Бөгөнгә инде “Спутник ФМ – Өфө тулҡындары” радиоһында 17 “Радиомания” бар! Был - төбәк радиостанцияһының ғәйәт ҙур уңышы. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы составына “Спутник ФМ” менән бер рәтттән, ике милли радио – “Юлдаш” менән “Ашҡаҙар” ҙа инә. “Юлдаш”тар ҙа күп һөнәри конкурстарҙа еңеү яулағаны бар, ә былтыр “Радиомания”ға ла лайыҡ булды – беренсе тапҡыр илдең радио өлкәһендәге төп премияһын милли телдә эшмәкәрлек алып барған радио яуланы. Бөгөнгә радио иң популяр киң мәғлүмәт сараһы булып тора. Уны көн һайын ил халҡының яртыһынан күберәге тыңлай. “Башҡортостан” ТРК-һы радио станцияларының тыңлаусылары – Өфөлә генә лә 200 меңдән ашыу кеше (был һан Медиаскоп күрһәткестәренә таянып алынған). Сығанаҡ: Спутник-ФМ.