Санкт-Петербургта “Петерфуд-2024” Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе үтте. Экспозицияла 20 ил һәм Рәсәйҙең 16 субъекты, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына (нацпроект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, предприятиеларға теркәлеү өсөн түләүҙәр, стендтарҙы булдырыу һәм майҙансыҡтарҙы ҡуртымға алыу сығымдары ҡапланған. Башҡортостандың стендында алты предприятие үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Улар – шәхси эшҡыуар М.В. Григорьева етештергән шоколад, “Красноусол-премиум" һыуы, “Бүздәк” маркаһы менән етештерелгән консерваланған йәшелсә һәм еләк-емеш, шәхси эшҡыуар С.И. Байтлер етештергән майҙар, “Башҡорт умарталыҡтары” компанияһының бал һәм ҡортсолоҡ тауарҙары, шәхси эшҡыуар М.В. Гордеевтан фитотауарҙар. – “Петерфуд-2024” күргәҙмәһе тәжрибә алмашыу, бәйләнештәр урынлашты
Башҡортостан эшҡыуарҙары “Петерфуд” күргәҙмәһендә ҡатнашты
23 ноября 202423 ноя 2024
1
1 мин