Тормош көтөүҙәре еңел түгел. Яҙмыш шатлыҡтарын да, көтмәгәндә ҡайғы-хәсрәттәрен дә өйөп бирә. Кемдер һына, икенселәр ҡабат тороп баҫырға көс таба. ”Һәр кем күрәсәген күрә. Аллаһ Тәғәлә һынауҙарынан ҡасып булмай”, – ти Бишбүләк районының Йылбулаҡтамаҡ ауылында йәшәгән Миңзилә апай Камалетдинова. Уның сабырлығына, түҙемлегенә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Яҙмыш иң ҡаты һынауҙарын ебәргәндә лә ихтыяр көсөн юғалтмай. Етем ҡалған дүрт ейән-ейәнсәрен ҡарап үҫтергән көслө ҡатын ул. Махсус хәрби операция башланғас, Рәмзәл ейәне үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юллана. Ҡайтҡас, өйләнәм, туй буласаҡ, тип ҙур пландар ҡороп киткән егеттең өмөтөн һуғыш өҙә – 23 йәшендә генә яуҙа һәләк була. Ләкин яҡындарының хәтеренән ул бер ваҡытта ла сыҡмай. Бала саҡтан ысын патриот булып үҫә егет. Ҡаяға үрмәләү менән мауыға, ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, Өфөлә көрәш буйынса еңеү яулай. Волейбол, хоккей, футбол кеүек спорт төрҙәрендә лә алдынғылыҡты бирмәй. Ҡурҡыу белмәне, тиҙәр уның тураһында яҡындары. “Һыуҙа батып б