Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Уға 41 йәш тулған булыр ине...

"Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәркәс Йомағужинаның тыуған көнө... Уға 41 йәш тулған булыр ине... Барыбыҙҙы ла әсе ҡайғыға һалып 2023 йылда яҙмыш уны беҙҙән тартып алды. Нәркәсебеҙ талантлы, изге күңелле, аралашыусан, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер ине. Уның яғымлы һүҙҙәрен, наҙлы күҙ ҡараштарын һағынабыҙ. Ул мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә..." - тип яҙҙы Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы. Нәркәс Йомағужина 1983 йылдың 22 ноябрендә Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуған. 2006 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Шул йылда театрҙа эшләй башлаған, әлегә тиклем бик күп ролдәр башҡарған. Уның үҙенә генә хас актерлыҡ оҫталығы — Салауат театры труппаһының биҙәге, тип яҙған хеҙмәттәштәре. 2008 йылда – "Ете ҡыҙ" спектаклендә Айһылыу Ғәниева роле, 2014 йылда “Game over. Уйын аҙағы” пьесаһында Света роле өсөн "Йыл актеры" тип танылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нәркәс ауыр сиргә ҡаршы тора алманы, 39 йәшендә арабыҙҙан китте... Уның ике балаһы әсәй

"Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәркәс Йомағужинаның тыуған көнө... Уға 41 йәш тулған булыр ине... Барыбыҙҙы ла әсе ҡайғыға һалып 2023 йылда яҙмыш уны беҙҙән тартып алды. Нәркәсебеҙ талантлы, изге күңелле, аралашыусан, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер ине. Уның яғымлы һүҙҙәрен, наҙлы күҙ ҡараштарын һағынабыҙ. Ул мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә..." - тип яҙҙы Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы. Нәркәс Йомағужина 1983 йылдың 22 ноябрендә Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуған. 2006 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Шул йылда театрҙа эшләй башлаған, әлегә тиклем бик күп ролдәр башҡарған. Уның үҙенә генә хас актерлыҡ оҫталығы — Салауат театры труппаһының биҙәге, тип яҙған хеҙмәттәштәре. 2008 йылда – "Ете ҡыҙ" спектаклендә Айһылыу Ғәниева роле, 2014 йылда “Game over. Уйын аҙағы” пьесаһында Света роле өсөн "Йыл актеры" тип танылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нәркәс ауыр сиргә ҡаршы тора алманы, 39 йәшендә арабыҙҙан китте... Уның ике балаһы әсәйһеҙ ҡалды. Фото: Н. Йомағужинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. Видеояҙма сығанағы: vk.com/teatrsalavat.