Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Банк хеҙмәткәрҙәренең уяулығы ирҙе бәләнән ҡотҡарған

Ҡалала йәшәгән ир полицияға мөрәжәғәт итеп, 800 мең һумға яҡын аҡсаһын юғалтыуы хаҡында һөйләне. Баҡтиһәң, иргә бер ҡатын “поликлиника хеҙмәткәре” тип алдап шылтыратып, флюорография үтеүе тураһында һораған. Ғариза биреүсе ярты йыл самаһы элек тикшереүҙә булыуын әйтә. Уға таныш булмаған ҡатын, ул тикшеренеү һөҙөмтәләрен дөрөҫ бирмәгән, тип үҙенекен тылҡый. Артабан “уңайлылыҡ өсөн” мутлашыусы электрон медицина картаһын рәсмиләштерергә тәҡдим итә. Әңгәмәсе менән һөйләшеү өҙөлә һәм яңынан шылтыраталар. Телефондағы таныш булмаған тауыш, мутлашыусылар ғариза биреүсене яңылыш юлдан яҙҙырырға тырыша һәм уны хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре менән тоташтырасаҡтар, тип хәбәр итә. Мутлашыусы ҡорбанын, уға генераль ышаныс ҡағыҙы бирелде, уның ярҙамында мутлашыусылар уның банк иҫәбенә инә ала, тип ҡурҡыта. Артабан был кешегә тупланмаларҙы тиҙерәк “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә тәҡдим итәләр. Өфөлә йәшәгән был ир банкка бара һалып, унда аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереүгә ғариза бирә. Әммә, хәлде аңлап

Ҡалала йәшәгән ир полицияға мөрәжәғәт итеп, 800 мең һумға яҡын аҡсаһын юғалтыуы хаҡында һөйләне. Баҡтиһәң, иргә бер ҡатын “поликлиника хеҙмәткәре” тип алдап шылтыратып, флюорография үтеүе тураһында һораған. Ғариза биреүсе ярты йыл самаһы элек тикшереүҙә булыуын әйтә. Уға таныш булмаған ҡатын, ул тикшеренеү һөҙөмтәләрен дөрөҫ бирмәгән, тип үҙенекен тылҡый. Артабан “уңайлылыҡ өсөн” мутлашыусы электрон медицина картаһын рәсмиләштерергә тәҡдим итә. Әңгәмәсе менән һөйләшеү өҙөлә һәм яңынан шылтыраталар. Телефондағы таныш булмаған тауыш, мутлашыусылар ғариза биреүсене яңылыш юлдан яҙҙырырға тырыша һәм уны хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре менән тоташтырасаҡтар, тип хәбәр итә. Мутлашыусы ҡорбанын, уға генераль ышаныс ҡағыҙы бирелде, уның ярҙамында мутлашыусылар уның банк иҫәбенә инә ала, тип ҡурҡыта. Артабан был кешегә тупланмаларҙы тиҙерәк “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә тәҡдим итәләр. Өфөлә йәшәгән был ир банкка бара һалып, унда аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереүгә ғариза бирә. Әммә, хәлде аңлап, ВТБ банкы хеҙмәткәрҙәре Регина Агишева һәм Сусина Нәжипова аҡсаның юҡлығын һәм көтөргә кәрәклеген хәбәр итә. Был ваҡытта улар полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Шул саҡта ир үҙенең мутлашыусылар ҡорбаны булыуын аңлай. Бәхеткә күрә, аҡсаһын теүәл һаҡлап ҡалған. Хөрмәтле граждандар, сит кешеләр менән аралашҡанда уяу булығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мутлашыусылар үҙҙәрен теләһә кем итеп таныштырыуы мөмкин. Бер ҡасан да смс-кодтарҙы әйтмәгеҙ һәм аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ, әңгәмәсе нисек кенә ышандырырлыҡ итеп һөйләүенә ҡарамаҫтан. Үҙеңде мутлашыусыларҙан һаҡлауҙың иң яҡшы ысулы – телефонды һалыу йәки таныш булмаған номерҙарға яуап бирмәү. Фото: https://t.me/mvd_rb/13987