Найти в Дзене

Янаһалар, шунда уҡ яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ

Петровское ауылында йәшәгән 71 йәшлек пенсионерға билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Шылтыратыусы үҙен энергия менән тәьмин итеү компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра һәм автомат мәғлүмәт тапшырыу өсөн модулде электр счетчигына ҡуйырға кәрәклеген хәбәр итә. Ул шулай уҡ ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин, бының өсөн кодты СМС-тан әйтергә кәрәк, ти. Пенсионер мутлашыусыларға ышана һәм кодты атай. Әммә һөйләшеү барышында шылтыратыусыларҙың береһе уның мөлкәте тураһында мәғлүмәт алырға тырыша. Был пенсионерҙы һиҫкәндерә, ул мутлашыусы менән һөйләшеүен аңлай. Шул уҡ кистә уға, йәнәһе, Дәүләт хеҙмәттәренән, уның аккаунтына яңы ҡоролманан инеү башҡарылыуы тураһында хәбәр килә. Хәбәрҙә шулай уҡ пенсионер шылтыратҡан ярҙам хеҙмәте номеры ла күрһәтелгән. Яуапты Роскомнадзорҙың шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау буйынса идаралығының баш белгесе булып танышҡан ҡыҙ бирә. Мутлашыусы видеоэлемтә аша шылтыратырға тәҡдим итә, унда Дәүләт хеҙмәттәрендә паролде үҙгәртергә “ярҙам итергә” тәҡдим итә. Һуңыраҡ

Петровское ауылында йәшәгән 71 йәшлек пенсионерға билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Шылтыратыусы үҙен энергия менән тәьмин итеү компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра һәм автомат мәғлүмәт тапшырыу өсөн модулде электр счетчигына ҡуйырға кәрәклеген хәбәр итә. Ул шулай уҡ ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин, бының өсөн кодты СМС-тан әйтергә кәрәк, ти. Пенсионер мутлашыусыларға ышана һәм кодты атай. Әммә һөйләшеү барышында шылтыратыусыларҙың береһе уның мөлкәте тураһында мәғлүмәт алырға тырыша. Был пенсионерҙы һиҫкәндерә, ул мутлашыусы менән һөйләшеүен аңлай. Шул уҡ кистә уға, йәнәһе, Дәүләт хеҙмәттәренән, уның аккаунтына яңы ҡоролманан инеү башҡарылыуы тураһында хәбәр килә. Хәбәрҙә шулай уҡ пенсионер шылтыратҡан ярҙам хеҙмәте номеры ла күрһәтелгән. Яуапты Роскомнадзорҙың шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау буйынса идаралығының баш белгесе булып танышҡан ҡыҙ бирә. Мутлашыусы видеоэлемтә аша шылтыратырға тәҡдим итә, унда Дәүләт хеҙмәттәрендә паролде үҙгәртергә “ярҙам итергә” тәҡдим итә. Һуңыраҡ уға шулай уҡ Росфинмониторинг хеҙмәткәре булып танышҡан енәйәтсе шылтырата, ул пенсионер исеменә мутлашыусылар ышаныс ҡағыҙы рәсмиләштергән, тип хәбәр итә. Ул пенсионерға был енәйәт эше асылыуы хаҡында һәм был хәл тураһында бер кемгә лә һөйләргә ярамауын әйтә. Тәүҙә мутлашыусылар ирҙе үҙенең тупланмаларын шәхси иҫәптән “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә күндерә. Операцияларҙың береһен банк туҡтата, әммә мутлашыусылар икенсе “хәүефһеҙ” иҫәп булдыра. Күсереү суммаһы ике миллион һумдан ашҡас, пенсионерҙың аҡсаһы бөтә. Шул саҡта мутлашыусылар уға машинаны һатырға һәм аҡсаны ҡулланырға тәҡдим итә. Ошо ваҡыт эсендә мутлашыусылар, енәйәт эше тамамланғандан һуң “һаҡлыҡ” иҫәбенән аҡса кире ҡайтарыласаҡ, тип ышандыра. Пенсионер енәйәтселәргә ышана һәм автомобилен һатҡас, тағы ла 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Ул шулай уҡ ҡатынынан аҡса һорап алып, уны мутлашыусыларға ебәрә. Дөйөм алғанда, аферистар Ишембай районында йәшәүсене биш миллион һумға тиерлек алдай. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: билдәһеҙ кешеләргә, кем генә булып үҙен таныштырмаһын, смс-хәбәр кодын әйтмәгеҙ. Мутлашыусылар һеҙҙе “башҡа кешеләр һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе урлай” тип ышандырып, ашығыс рәүештә аҡсаны “хәүефһеҙ” иҫәптәргә күсереүҙе талап итә. Хатта енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янаһалар ҙа, шунда уҡ яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Уяу булығыҙ һәм мутлашыусыларға аҡсағыҙҙы тартып алырға бирмәгеҙ. Фото: https://t.me/mvd_rb/13978.