“Беҙ ғаиләлә өс ҡыҙ, бер малай үҫтек. Ағайыбыҙ йәш саҡта уҡ Себер тарафына эшкә китеп, шунда төпләнде. Ҡыҙҙарҙан өлкән апайым – ауылда, уртансыһы район үҙәгендә йәшәй. Һүҙем шул өлкән апайым тураһында. Бәләкәй саҡтан беҙгә ныҡ ҡаты булды. Әсәй-атай күрмәгәндә тос йоҙроғо ла күп эләкте. Ошаҡлашһаң, икенсе юлы тағы ла нығыраҡ эләгә, йәки бер кем дә күрмәгәндә беләкте ауырттырғансы бороп семтеп китә торғайны. Олоғая килә шул апайыбыҙҙың холҡо бигерәк ныҡ үҙгәрә башланы. Элек тә берәй яҡшы әйбер алһаҡ, ҙурыраҡ эш башҡарһаҡ, яратмай торғайны. Бер мәл өр-яңы машина һатып алдыҡ та, шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға тип ауылға ҡайттыҡ. Беҙ ҡайтыуға ҡыуанған оло йәштәге атай-әсәй: “Апайҙарыңды ла саҡырып алайыҡ, машинағыҙҙы күрһендәр”, - тигәс, табын әҙерләп, ашҡа әйттек. Матур итеп аралашып ултырып, кискә ҡарай Өфөгә ҡуҙғалдыҡ. Һуңынан уртансы апай һөйләгән хәбәр шаҡ ҡатырҙы. Беҙ ҡапҡа алдынан ҡуҙғалып киткәс, ситтәрәк баҫып торған оло апайҙың “әллә кем булышып йөрөп яталар, берәй ерҙә ауып ятырҙар әл