Балаҡатай районының Шаҡарлы ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» («Здравоохранение») милли проекты буйынса яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эшләү өсөн заман талаптарына яуап биргән кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған. Фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү бүлмәһе, санузел, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бүлмәләр, медикаменттар һәм йыйыштырыу кәрәк-яраҡтарын һаҡлау урыны бар. Оло йәштәгеләр һәм хәрәкәттәре сикле граждандар өсөн пандус урынлаштырылған. Яңыртыу һөҙөмтәһендә ауыл халҡы һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙалана аласаҡ. Фельдшерҙың дистанцион ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асыу, электрон рецепт яҙыу, табип менән телемедицина консультацияһын үткәреү һәм медицина мәғлүмәттәрен, мәҫәлән, электрокардиография һөҙөмтәһен йүнәлтеү мөмкинлеге бар. Был медицина учреждениеһында 252 ауыл кешеһе, шул иҫәптән 42 балаға беренс