Мәктәп урмансылыҡтарының “Иң яҡшы мәктәп урмансылығы” Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу смотр-конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл жюри ағзалары илдең 45 төбәгенән 150 эште баһаланы. Федераль урман хужалығы агентлығы Бишбүләк районының “Ҡайынҡай” мәктәп урман хужалығын ҙур күләмдәге раҫланған практик эшмәкәрлеге өсөн юғары баһаланы. Балалар урмандарҙы тергеҙеү һәм үҫентеләрҙе тәрбиәләү буйынса әүҙем эш алып бара, был "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты күрһәткестәренең береһе булып тора. “Ҡайынҡай” мәктәп урмансылығының йәш урмансылары һигеҙ сутый майҙанлы мәктәп яны урман питомнигы биләмәһендә, Илдар Ғимаев исемендәге паркта, Шәйехзада Бабич аллеяһында, Афғанстанда һәләк булған Дүсән мәктәбен тамамлаусы Марсель Кашапов иҫтәлегенә булдырылған скверҙа практик эшмәкәрлеген алып бара. Шулай уҡ балалар Михайловский урман питомнигын тәрбиәләүҙә ҡатнаша, Бәләбәй урман хужалығы ҡушыуы буйынса үҫентеләр ултырта. "Балалар тарафынан экологик һуҡмаҡ әҙерләнгән һәм “Бишбүләк зак