Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә эштәр нисек бара?

Транспорт министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзалары “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проектын тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтарын, шулай уҡ Өфөлә түләүле туҡталҡалар индереүҙе тикшерҙе, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. – Милли проект ярҙамында беҙ 1700 саҡрымға яҡын юлды ремонтланыҡ. Уларҙың 750 саҡрымы – ҡалаларҙағы юлдар. Һуңғы ике йыл эсендә 1280 погон метрлыҡ күперҙе рәткә килтерҙек. Быйыл 102 объектта эштәр башҡарыла. Юлдарҙы ремонтлау оҙонлоғо 151 саҡрым тәшкил итәсәк. Шулай уҡ 16 күпер ремонтлана, уларҙың һигеҙ быйыл сафҡа инә, – тип хәбәр итә Транспорт министрлығының юл хужалығы бүлеге начальнигы Венера Биглова. Шулай уҡ милли проект сиктәрендә Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһын индереү тамамлана. – 415 светофор объектының 140-ы яңыртыласаҡ. Интеллектуаль транспорт системаларын индереү ярҙамында Өфө урамдарында йөрөү һәләте 20 процентҡа артасаҡ, – тип билдәләне Венера Биглова. Түләүле туҡталҡаларға килгәндә, ҡаланың тарихи үҙәгендә 11

Транспорт министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзалары “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проектын тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтарын, шулай уҡ Өфөлә түләүле туҡталҡалар индереүҙе тикшерҙе, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. – Милли проект ярҙамында беҙ 1700 саҡрымға яҡын юлды ремонтланыҡ. Уларҙың 750 саҡрымы – ҡалаларҙағы юлдар. Һуңғы ике йыл эсендә 1280 погон метрлыҡ күперҙе рәткә килтерҙек. Быйыл 102 объектта эштәр башҡарыла. Юлдарҙы ремонтлау оҙонлоғо 151 саҡрым тәшкил итәсәк. Шулай уҡ 16 күпер ремонтлана, уларҙың һигеҙ быйыл сафҡа инә, – тип хәбәр итә Транспорт министрлығының юл хужалығы бүлеге начальнигы Венера Биглова. Шулай уҡ милли проект сиктәрендә Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһын индереү тамамлана. – 415 светофор объектының 140-ы яңыртыласаҡ. Интеллектуаль транспорт системаларын индереү ярҙамында Өфө урамдарында йөрөү һәләте 20 процентҡа артасаҡ, – тип билдәләне Венера Биглова. Түләүле туҡталҡаларға килгәндә, ҡаланың тарихи үҙәгендә 1188 машина урыны сафҡа индереләсәк. Улар 2025 йылдың беренсе ярты йыллығында эшләй башлай. – Бындай туҡталҡалар менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙы алып йөрөткән кешеләр, инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары бушлай ҡуллана аласаҡ, – тине Өфө хакимиәтенең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы начальнигы урынбаҫары Кирилл Никулин. Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: transport.bashkortostan.ru