Атап әйткәндә, “Инвестиция сәғәте“ндә төбәктең сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында яңы башланғыстар ҡаралды. *** Октябрьский ҡалаһында тимер-бетон әйберҙәр етештереү буйынса цех төҙөү проекты тураһында “СпецБетон+“ компанияһы директоры Вячеслав Масленников һөйләне. Был башланғысты тормошҡа ашырыуға 60 миллион һум йүнәлтеләсәк. Яңы производство төҙөлөш компанияларының бетон һәм тимер-бетон әйберҙәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ яңы цех ярҙамында 15 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Төбәктең инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм уға һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирҙе. Бынан тыш, компанияға ер участкаһын рәсмиләштереүҙә һәм Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фонды линияһы буйынса льготалы финанслауға ғариза әҙерләүҙә булышлыҡ итәсәк. *** “Баҡалы ҡошсолоҡ фабрикаһы“ компанияһының генераль директоры Алмаз Сәхипгәрәев Баҡалы районында ҡошсолоҡ комплексын төҙөү проектын тәҡдим итте. Инвестор 630 миллион һум аҡса һалып, майҙансыҡта дүрт ҡошсолоҡ, шула