Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Предприятиеларға комплекслы экологик рөхсәт алыу мөһим

Унда республика предприятиелары менән комплекслы экологик рөхсәтте рәсмиләштереү буйынса эш тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың апрелендә төбәк етәксеһе сәнәғәт объекттарында экологик мониторинг мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда, федераль ҡануниәткә ярашлы, 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем комплекслы экологик рөхсәт алырға тейешле предприятиелар менән эшләү буйынса төп мәсьәләләр билдәләнде. Республика биләмәһендә ошо талап тирә-яҡ мөхиткә ҙур йоғонто яһаған 100-гә яҡын объектҡа ҡағыла. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов “Инвестиция сәғәте“ндә хәбәр итеүенсә, экологик рөхсәт алыу экологик йөкләмәне кәметеү буйынса инвестиция программаларын булдырыуҙы, атап әйткәндә, производство процестарын модернизациялауҙы һәм зарарлы матдәләр сығарыуҙы контролдә тотоу системаларын монтажлауҙы күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта предприятиелар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған өсөн ағымдағы түләүҙәрҙ

Унда республика предприятиелары менән комплекслы экологик рөхсәтте рәсмиләштереү буйынса эш тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың апрелендә төбәк етәксеһе сәнәғәт объекттарында экологик мониторинг мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда, федераль ҡануниәткә ярашлы, 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем комплекслы экологик рөхсәт алырға тейешле предприятиелар менән эшләү буйынса төп мәсьәләләр билдәләнде. Республика биләмәһендә ошо талап тирә-яҡ мөхиткә ҙур йоғонто яһаған 100-гә яҡын объектҡа ҡағыла. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов “Инвестиция сәғәте“ндә хәбәр итеүенсә, экологик рөхсәт алыу экологик йөкләмәне кәметеү буйынса инвестиция программаларын булдырыуҙы, атап әйткәндә, производство процестарын модернизациялауҙы һәм зарарлы матдәләр сығарыуҙы контролдә тотоу системаларын монтажлауҙы күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта предприятиелар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған өсөн ағымдағы түләүҙәрҙән азат ителә. 2024 йылдың ноябренә ҡарата компанияларҙың 42 проценты комплекслы экологик рөхсәт алған. Тағы ла 23 проценты уны алыр өсөн ғариза ебәргән. Улар әлегә килешеү үтә. Ҡалған предприятиелар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә рөхсәт алыу өсөн документтарҙың тулы пакетын әҙерләргә тейеш. – Уҙған ярты йылда республикала ҙур эш башҡарылды. Тотош ил буйынса Башҡортостан рөхсәт алыу темптары буйынса йәшел зонала тора, – тип билдәләне Роман Болотов. – Бындай динамиканы кәметмәү мөһим, сөнки комплекслы экологик рөхсәттең булмауы өсөн юғары штрафтар ҡаралған. Ғәмәлдәге ҡануниәт компанияларҙы заманса “йәшел” производстволар булдырыуға инвестициялар һалырға этәрә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Беҙ был йәһәттән яҡшы темптар менән хәрәкәт итәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта яңы талаптар көсөнә ингәнгә тиклем күп ваҡыт ҡалманы. Ғариза бирмәгән предприятиеларға документтар әҙерләүҙе тиҙ арала тамамларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru