Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҡташыбыҙ алыҫта үлемесле һәләкәткә осраған

Мәскәү өлкәһенән ауыр хәбәр килде. Кисә Подольск ҡалаһының Гривно сәнәғәт паркы биләмәһендә көслө дауыл һөҙөмтәһендә бәхетһеҙ осраҡ теркәлә. Тәмәке тартыу өсөн файҙаланылған металл павильон 22 йәшлек ҡыҙ өҫтөнә емерелеп төшә. Алған йәрәхәттәрҙән ул урында һәләк була. Был турала Мәскәү өлкәһе прокуратураһы хәбәр итә. “Бер кеше алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ, шулай уҡ федераль ҡануниәт талаптарын үтәүгә һәм биләмәне тәртиптә тотоу өсөн яуаплы вазифалы кешеләрҙең эштәренә баһа биреләсәк”, - тиелә ведомство белдереүендә. Асыҡланыуынса, 2002 йылда тыуған ҡыҙ Мәскәү өлкәһенә Салауат ҡалаһынан аҡса эшләргә тип барған булған. Уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: "Маш" телеграм-каналы.