- «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» (нацпроект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә хеҙмәттәр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн дөйөм хаҡтың 90 процентына тиклем берлектә финанслау шарттарында күрһәтелә. Алынған сертификаттар һәм декларациялар продукцияның сифатын һәм уның ҡулланыусылар өсөн хәүефһеҙлеген раҫлай, был компанияның абруйына сказғай йоғонто яһай һәм яңы партнерҙар йәлеп итергә мөмкинлек бирә, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. Республика тикшереү үҙәге хеҙмәтен алғандар араһында эшҡыуар Петр Горшков та бар, ул бал ҡорттарын үрсетеү өсөн ҡоролмаға патент алған. Эшҡыуар Илүзә Мусина ла программала ҡатнашҡан һәм сәнәғәт өлгөһөнә – универсаль комбинезонға хоҡуғын теркәгән. «Тылсымлы ҡырмыҫҡа" торты рецептын эшҡыуар Эльмира Рафиҡова, ә «Ҡур
Инжиниринг үҙәге республиканың 30 эшҡыуарына ярҙам күрһәтте
22 ноября 202422 ноя 2024
1 мин