22 ноябрҙә Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү менән танышты. Мәҫәлән, “Башҡортостан ихаталары” республика программаһы буйынса Калинин һәм Ленин урамдары киҫелешендәге квартал араһы территорияһы яңыртылған. Алты күп фатирлы йортто берләштергән ихатала йөрөй торған юлға асфальт түшәлгән, туҡталҡа урындары йыһазландырылған, яңы эскәмйәләр, урналар ҡуйылған, урамды яҡтыртыу бағаналары, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған, шулай уҡ резина япмалы уйын майҙансығы эшләнгән. Эштәрҙең дөйөм хаҡы – 45,8 миллион һум. Әммә шул уҡ ваҡытта халыҡта башҡарылған эштәрҙең сифатына ҡағылышлы һорауҙар тыуа. Улар ихатала уйын элементтарының аҙ булыуын, биләмәне йәшелләндереүҙең етерлек кимәлдә булмауын билдәләне. Башҡортостан Башлығы ҡала халҡының ризаһыҙлығы менән килеште. – Таҙа кеүек, әммә барыһы ла йәмһеҙ эшләнгән. Бына, мәҫәлән, ни өсөн газон сәскәндәр, әммә тигеҙләмәгәндәр? Былай булмай, - тип подрядсыларға мөрәжәғәт итте Радий