Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Уҡыусының уңышын күреү — ҡыуаныс

Төрөмбәт урта мәктәбенә башлап эшкә килгәс, 7-cе класс уҡыусыларының етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, улар менән тиҙ уртаҡ тел таптым. Мин балаларҙы өйрәтһәм, улар мине өйрәтте. Ниндәй генә саралар үткәрмәй инек! Милли йолаларҙы инсценировкалау, һәр төрлө байрамдарға концерт номерҙары әҙерләү, предмет аҙналыҡтары үткәреү, йәй көнө походҡа, экскурсияға сығыу. Шөкөр, уҡыусыларымдың һәр береһе — әлеге көндә өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле әсәй, эштәрендә абруйлы хеҙмәткәр. Улар араһында уҡытыусылар, медицина өлкәһендә эшләүселәр, фермерҙар, юристар, башҡа һөнәр кешеләре бар. Бер нисә йыл элек мәктәпкә осрашыуға йыйылдыҡ. Уларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары күреү миңә лә ҡыуаныс өҫтәне. Иң мөһиме, мәктәп йылдары уларҙың күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырған, уртаҡлашыр, һөйләр һүҙҙәре бар. Әле лә хәтеремдә, класым менән тәүге танышыуымда уҡ оҙон ҡара толомло, ғәжәп мөләйем ҡыҙ иғтибарымды йәлеп итте. Тырыш, әүҙем Розалия исемле уҡыусым ярҙамс
-2
-3

Төрөмбәт урта мәктәбенә башлап эшкә килгәс, 7-cе класс уҡыусыларының етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, улар менән тиҙ уртаҡ тел таптым. Мин балаларҙы өйрәтһәм, улар мине өйрәтте. Ниндәй генә саралар үткәрмәй инек! Милли йолаларҙы инсценировкалау, һәр төрлө байрамдарға концерт номерҙары әҙерләү, предмет аҙналыҡтары үткәреү, йәй көнө походҡа, экскурсияға сығыу.

Шөкөр, уҡыусыларымдың һәр береһе — әлеге көндә өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле әсәй, эштәрендә абруйлы хеҙмәткәр. Улар араһында уҡытыусылар, медицина өлкәһендә эшләүселәр, фермерҙар, юристар, башҡа һөнәр кешеләре бар.

Бер нисә йыл элек мәктәпкә осрашыуға йыйылдыҡ. Уларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары күреү миңә лә ҡыуаныс өҫтәне. Иң мөһиме, мәктәп йылдары уларҙың күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырған, уртаҡлашыр, һөйләр һүҙҙәре бар.

Әле лә хәтеремдә, класым менән тәүге танышыуымда уҡ оҙон ҡара толомло, ғәжәп мөләйем ҡыҙ иғтибарымды йәлеп итте. Тырыш, әүҙем Розалия исемле уҡыусым ярҙамсыллығы, илгәҙәклеге менән дә айырылып торҙо. Мәктәп, район күләмендәге спорт ярышымы, мәҙәни сарамы – Розалия һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булды.

9-сы кластан һуң Розалия Салауат педагогия училищеһына уҡырға инде. Уны уңышлы тамамлап, тыуған районына эшкә ҡайтты. Талбазы башҡорт гимназияһының саҡ асылып торған мәле. Бер төркөм йәш уҡытыусылар белем усағының эшен дөрләтеп ебәрә. Райондың төрлө ауылдарынан килгән балаларҙың һәләттәрен асыу, уҡытыу-тәрбиә эштәре йәш коллективтың иңенә төштө. Розалия Әхмәт ҡыҙы тиҙ арала ата-әсәләр, уҡытыусылар коллективы араһында абруй ҡаҙанды. Класында белем сифатының юғары булыуы, олимпиада, конкурстарҙа балаларҙың алдынғы урындарҙы яулауы уҡытыусының эшенә яуаплы ҡарауының һөҙөмтәһе ул.

Розалияла Хоҙай тарафынан бирелгән дикторлыҡ һәләте бар. Тасуири уҡыу буйынса гимназияла түңәрәк етәксеһе булып, әллә күпме һәләттәр асты. Уның уҡыусылары ҙур конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Гимназия, район мәҙәни сараларының оҫта алып барыусыһы ул Розалия Йәлилова. Әлеге көндә Ауырғазы районының «Альтаир» балалар үҙәгендә «Нәфис һүҙ оҫтаһы» ижади берләшмәһен етәкләй. 2 – 10-сы класс уҡыусылары бик теләп йөрөйҙәр.

Минира БИКӘНӘСОВА.

Тулыһынса журналдың 11-се һанында уҡырға мөмкин.