Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында транспорт проблемаһы һәм юлдар төҙөлөшө темаһы көнүҙәк темаларҙың береһе булды. Уларҙың ҙур өлөшө Өфөнән бирелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, баш ҡалала “транспорт реформаһы” туҡталып ҡалды һәм властар был проблеманы нисек хәл итеү тураһында уйлай. “Беҙ ҙур эш башҡарҙыҡ һәм бурыстарҙың бер өлөшөн үтәнек – парк яңыртылды, транспорт картаһы индерелде. Әммә артабан процесс яҡшы бармай – "тығын" барлыҡҡа килде. Беҙ быны аңлайбыҙ”, - тине республика Башлығы. Властар пассажирҙар ташыу хеҙмәте һатып алынғанда брутто-контракттар системаһынан баш тартырға хәл итте – был бюджетты “бушата”, сөнки ҡулдан ысҡындырған килем өсөн күп түләргә тура килә, тип аңлатты Радий Хәбиров. Әгәр тарифтарҙы арттырырға рөхсәт итһәк, социаль проблема килеп тыуасаҡ. Транспорт өлкәһендәге етди проблемаларҙың береһе – Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәкселеге вазифаларында кадрҙарҙың уңышһыҙ булыуы, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. “Уңышһыҙ кадрҙар ҡарары, кадр