Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Урланылар. Битһеҙләштеләр

Һуңғы көндәрҙә Салауат Юлаев һәйкәле төшөрөлгән ҡуйыртылған һөт бәхәс тыуҙырҙы, эш Өфө федераль суд приставтарына етте. Ысынлап та, Башҡортостан сауҙа үҙәктәренең кәштәләренә тышына Салауат Юлаев һәйкәле төшөрөлгән “Ҡарлыман” ҡуйыртылған һөттәре килеп тулды. Был, әлбиттә, барыһының да күңеленә хуш килде. Әммә, үкенескә күрә, ул сифатһыҙ һәм урланылған булып сыҡты. Был ваҡиғаға ҡарата, федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең Красноярск крайы буйынса идаралығы тап милли геройыбыҙ һүрәтләнгән “Ҡарлыман” бренды аҫтында һөт ризыҡтарын һатыу буйынса тикшереү эше башланы. Баҡтиһәң, был тауарҙы бөтөнләй Башҡортостанға ҡағылышы булмаған компания сығарып ята. Красноярскиҙан кемдер беҙҙең брендты урлаған да, бер ни булмағандай етештереп, үҙебеҙгә үк һатыуға ҡуйған. Аптыраған беҙҙең етештереүселәр был әҙәмдәрҙе судҡа бирергә мәжбүр була һәм, юристар фекеренсә, Красноярск етештереүсеһе Башҡортостан символдарын һәм башҡа кешенең брендын коммерция маҡсатында ҡулланырға тейеш түгел. – Был беҙҙең өсөн бик күңелһеҙ хәл, сөнки ул тәү сиратта репутацияға хәүеф менән янай. Хәҙер магазин кәштәләрендә “Ҡарлыман” бренды аҫтында милли геройлы ҡуйыртылған һөттәрҙе осратырға мөмкин. Беҙ был хәлде урлап етештерә башлаған завод менән дә, тауар селтәрҙәре менән дә көйләргә, һатып алыусыны сифатһыҙ продукциянан һаҡларға тырыштыҡ. Әйткәндәй, был продукция өлгөләрен тикшереүгә лә бирҙек, анализ уларҙың ГОСТ-ҡа тап килмәүен күрһәтте, – тип уртаҡлашты “Ҡарлыман” сауҙа йортон ойоштороусы Рөстәм Ғәтиәтуллин. Ҡыҫҡаһы, Башҡортостан халҡының милли тойғоларында уйнап, беҙҙең милли геройыбыҙҙы йәбештереп, “Ҡарлыман шәкәр менән” тип хап-хаталы яҙып тороп сифатһыҙ тауар тәҡдим итеп ятыусыларҙың теләген ҡәнәғәтләндерергәме-юҡмы, үҙегеҙ һығымта яһағыҙ. Минеңсә, Салауат Юлаев төшөрөлмәһә лә, үҙебеҙҙең “Ҡарлыман” ҡуйыртылған һөтө арыу ғына ине... Фото: “РБК” мультимедиа холдингы.